Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теүәллек уңышҡа илтә

Ҡалалағыса булһын тип тырышалар.

Дмитриевка ауылы баш ҡалабыҙ Өфөгә терәлеп тигәндәй тора, шуға күрә бында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь тармағы хеҙмәткәрҙәренә талаптары ҡалалағыса юғары. “СтройРесурсы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы үҙ эшмәкәрлеген нәҡ ошондай юғарылыҡта башҡарырға тырыша.

Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн кол­лективтың бай хеҙмәт тәжрибәһе, ҡеүәтле матди-техник базаһы, иң мөһиме, әҙерлекле кадрҙары бар. Әйткәндәй, былтыр йәмғиәт бөгөнгө статуста үҙенең тиҫтә йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тәү ҡарашҡа был әллә ни оҙаҡ ваҡыт түгел, әммә башҡарылған эштәр менән үлсәгәндә, улар хеҙ­мәтләндергән өс ауыл хакимиәте биләмәһенең социаль-иҡтисади үҫешендә йәмғиәттең роле бик ҙур.

“Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе пред­при­ятиеның эшмәкәрлегенән баш­ҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын”, – ти улар хеҙмәт­лән­дер­гән ауылдарҙа йәшәүселәр. Коллектив өс ауыл хакимиәте биләмәһендәге тиҫтәгә яҡын ауыл халҡына һәм ундағы социаль-көн­күреш объекттарына торлаҡ-көнкүреш хеҙмәте күрһәтә. “Строй­Ресурсы” йылылыҡ энер­гияһы һәм эсәр һыу менән тәьмин итә, канализация селтәрен хеҙмәтләндерә.

Предприятиеның тиҫтә йыл дауамында уңышлы эшләп килеүе, финанс-иҡтисади тотороҡлолоғо, тәү сиратта, ошоноң менән аңлатылалыр, моғайын: уның әлеге статуста ойошторолоуы илдә торлаҡ-коммуналь тармаҡта реформалар башланған осорға тура килә. “СтройРесурсы” тәүге көндән үк үҙ эшмәкәрлеген яңы талаптар нигеҙендә ҡора һәм уны йылдан-йыл камиллаштыра бара. Икен­сенән, предприятиеға директор итеп етәкселектә тәжрибә туп­лаған, ошонда ғүмер иткән һәм ҡала йәнәшәһендәге ауылдарҙың бөтә үҙенсәлектәрен тәрән белгән Хаммат Мөстәҡимовты тәғәйен­ләүҙәре отошло була. Хаммат Динислам улы ауыл халҡының тормош-көнкүрешен уңайлы һәм заманса итеү өсөн бөтә тырыш­лығын һәм көсөн йүнәлтә. Ул – республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында билдәле шәхес.

Әйтергә кәрәк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – ауыр ҙа, яуаплы ла тармаҡ. Ауыл ерендә уның үҙен­сәлектәре тағы ла ҡатмар­лыраҡ. Мәҫәлән, предприятие хеҙмәтләндергән Дмитриевка, Николаевка, Ҡыҙыл Яр ауыл советтары биләмәләрендә, шәхси өйҙәр менән бер рәттән, күп фатирлы йорттар ҙа байтаҡ. Дмитриевка ауылында ғына уларҙың һаны илленән артып китә, әммә эш һанда ғына түгел. Үткән быуаттың 60–70-се йылдарында совхоз эшсәндәре өсөн төҙөлгән был йорттарҙа инженерлыҡ коммуникациялары ныҡ иҫкергән. Уларҙы даими төҙөкләндереп, эш хәлендә тотоу ҙур тырышлыҡ һәм сығымдар талап итә. Йылы­лыҡ селтәрҙәрен ҡышҡы осорға ныҡлы әҙерләү, ремонт эштәрен заманса материалдар менән юғары сифатлы башҡарыу һөҙөм­тәһендә һуңғы йылдарҙа хәүефле авария хәлдәре күҙә­телмәй. Былтыр йәй Николаевка, Нөрлө ауыл­дарындағы ҡаҙанлыҡ­тарҙа ҡолас­лы ремонт эштәре башҡарылған, насос йыһаздары яңыртылған. Бөгөн һигеҙ ҡаҙан­лыҡ та тото­роҡло эшләй һәм ҡулла­ныусыларҙы йылылыҡ энергияһы менән тулыһынса тәьмин итә.

Предприятие “Заманса ҡала мөхите” программаһында әүҙем ҡатнаша. Миҫалға, был программа сиктәрендә Дмитриевка ауылында билдәләнгән күләмдә йылылыҡ, һыу һәм канализация селтәрҙәре яңыртылған.

Эсәр һыу мәсьәләһе эште ярай­һы ҡатмарлаштыра. Һыуҙы 19 артезиан скважинаһынан алалар. Һыу етә, әммә айырым сква­жи­наларҙа сифаты буйынса “ҡатыраҡ”, хатта был йәһәттән үҙ­гәреүсән. Предприятиела был проблеманы ла хәл иткәндәр: һыу селтәрен ҡоршау рәүешендә тоташтырғандар. Даими үткә­релеүсе лаборатория тикше­реүҙәре ҡайһы скважиналарҙа һыуҙың сифатына ыңғай баһа би­рә, магистралгә шуларҙың һы­уын ғына ебәрәләр. Эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыу маҡсатында иҫкергән һыу торбаларын заманса материалдарҙан эшләнгән яңыларына алмаштыралар. Былтыр был эштәр Волково, Ягодная Поляна, Дмитриевка ауылдарында ғәмәлгә ашырылған.

Ағынты һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмаһын яңыртыу көнүҙәк проблема булып тора, әммә быға предприятиеның үҙ финанс мөмкинлектәре генә етмәйәсәк. Республика кимәлендә хәл ителер тигән ышаныс менән йәшәй дмитриевкалар.

Коллектив хеҙмәт йылын яңы уй-маҡсаттар менән баш­лаған. Йыл дауамында тормошҡа ашыраһы эштәрҙең планы ҡабул ителгән. Ул, ҡағиҙә булараҡ, ауыл советтары менән килешеп раҫланған. Дмитриевка ауылында – мәктәпкә, Волково ауылында балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә то­таштырылған йылылыҡ селтәр­ҙәренә ремонт, Дмитриевкалағы ҡаҙанлыҡҡа үҙгәртеп ҡороу, Николаевкалағы һыу башняһына һәм магистраль һыу үткәргескә, Подымалово һәм Волковоның айырым урамдарында һыу үткәр­гестәргә ағымдағы ремонт, шулай уҡ Ягодная Поляна ауылында һыу һәм канализация селтәрен өлөшләтә яңыртыу һ.б. эштәр билдәләнгән. Алда торған бурыс­тарҙы уңышлы башҡарырға кол­лективтың көсө һәм һәләте етерлек. Йәнә ошоно әйтәйек, предприятие идарасы компания менән берҙәм эш итә. Үҙ-ара аңлашып эшләү икеһе өсөн дә отошло.

– Коллективта 70 кеше эшләй. Уларҙың бөтәһе лә аттестация үткән. Инженер-техник белгестәр баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарында, башлыса Өфө дәүләт нефть техник университетында белемен камиллаштыра. Эштә һәр кемдән үҙ бурысын еренә еткереп башҡарыу, теүәллек һәм яуаплылыҡ талап ителә, сөнки беҙ тормош уңайлыҡтары бул­дыр­ған бер ваҡытта, халыҡтың йәшәү именлеген дә тәьмин итәбеҙ, – ти предприятиенең баш инженеры Ринат Менванов.

Булдыҡлы коллектив пред­прия­тиеның эшмәкәрлеген заманса һәм һөҙөмтәле итеү өсөн фиҙакәр хеҙмәт итә.

Автор: Г. СӘЛИХОВА
Район: Өфө районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 0

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 0

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 35

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 30

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 26

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 30

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 49

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 32

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 203

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 38