Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өләсәйлек – оло бурыс

Ҡот ҡайтарыр заң.

Кем өләсәй наҙын татыған, кем “балдан татлы” бала булып иркәләнгән, шуның күңеле турая, йөҙө асыла, ул йә бала саҡ иҫтәлектәренә сума, йә ирәбеләнеп-хисләнеп үҙенең сабыйҙарына борола. Өләсәйҙе белмәй үҫкәндәр ҙә күп, улар үҙ йөрәгендәге тәбиғи тоҫмал, наҙ менән өләсәйлек бурысын кинәнеп үтәй һәм үҙе лә “балдан татлыны” тәмләп, бәхет үренә аша. Тимәк, өләсәйлек – кешенең булмышындағы донъяуи һәм рухи бурыс. Уны бер ниндәй заман шауҡымдары ла юя алмай, һәр ҡатын-ҡыҙҙың тормошто алға тарта, йәшәүҙе дауам итә торған эске көсө ул.

Башҡорттоң туған-тыумасалыҡ һүҙ лөғәте бик иркен һәм бай, шулар араһында өләсәй тигән яҡын кешегә ҡарата мөрәжәғәт-өндәшеү һүҙҙәре ифрат төрлө: өләсәй, ҡәрсәй, ҡартә­сәй, ҡартинәй, ҙуринәй, әсәй, әбей, нәнәй һ.б... Уларҙың барыһы ла башҡортҡа аңлашыла, һәр һүҙ беҙгә яҡын һәм ҡәҙерле. Был һүҙҙәрҙең береһенән дә әҙәби тел файҙаһына баш тартмайбыҙ, киреһенсә, ошо көнгәсә һәр кем ғаиләһендә борондан килгәнсә, ҡабул ителгәнсә үҙ яҡынына өндәшә, һәм халыҡ һөйләштәре “тел – тере шишмә, үлмәгән, бөгөнгә еткән” тигән ҡанун-аксиома буйынса йәшәп килә.

1993 йылда “Башҡортостан” республика телерадиокомпанияһының “Хазина” ижад берекмәһендә бергә эшләгән коллегам, күренекле тележурналист Әлфиә Аҫылбаева-Батталова Ғафури районына команди­ровкаға барҙы. Балҡып ҡайтып төштө лә: “Их, Сәрүәр, шундай шәп байрам булды Сәйетбабала! “Өләсәйем доғалары” тигән сараға барып эләк­тем, ниндәй бәхетле ауыл, улар бит өр-яңы халыҡсан йыйын үткәрҙе!” – тип хәбәр итте. Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы бер аҙҙан йәнә Сәйетбабаға ашҡынып юлға сығып китте һәм бәхетле ауыл уҙғарған “Ил ырыҫы – ир-егет” тигән ғәжәп фәһемле, юғары рухлы кисә хаҡында һөйөнсөләне. Ул әҙерләгән тапшырыуҙар телевидение фондында әле лә һаҡлана.

Быйыл мин дә Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә “Өләсәйем доғалары” кисә­һенә саҡырылдым. Көн һалҡын булһа ла, клуб­тың тамаша залы аллы-гөллө милли кейемдәр кейгән ҡатын-ҡыҙ, ир-егет, бала-саға менән тулы. Сәхнә артында ауыл мәҙәниәт йор­тоноң бейеү, йыр, баянсылар ан­самблдәре геүләшеп үҙ сығышын көтә. Мәҙәниәт йорто фойеһында йыйнаҡ ҡына баҙар гөрләй: яңы ғына мөгәрәптән алынған бәрәңге, йылҡылдап торған һуған, кишер, сөгөлдөр, ҡышҡы танһыҡ ҡай­маҡ, һөҙмә, ҡатыҡ, ҡорот һәм башҡа муллыҡ емештәре һатыла. Шунда уҡ ауыл оҫталарының ҡул эштәре теҙелгән – һуғылған балаҫтар, һуҙма-түшәктәр, түр-юрғандар, мендәрҙәр – йәнең теләгәнде һайлап ал.

Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәзим Ибраһим улы Мәү­летҡолов, килеүселәрҙе ихлас ҡар­шылап, икенсе ҡатҡа әйҙәй. 2004 йылда асылған үҙәк уңышлы эшләп килә, ти ул. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре ал-ял белмәй: ауыл тарихын сағыл­дырған музейҙы тулыландырыу, Сәйетбаба ауыл биләмәһендәге клуб китапханаларының эшен йәйелдереү, төрлө яҡтан килгән ҡунаҡтарҙы ҡар­шылау, сәхнәлә һәм сәхрәлә халыҡ­тың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын күрһәтеү, милли аш-һыу тәмләтеү, ҡунаҡсыллыҡ йолаһын атҡарыу – ҡыҫҡаһы, улар һәр тарафҡа өлгөрөргә тырыша.
Сәйетбаба сәхнәһенә йәнгә йылы­лыҡ биргән йәшел шаршауҙар тар­тылған. Ситтәрәк торған ҙур экранда фильмдар күрһәтелә.

“Әссәләмәғәләйкүм, хәйерле көн, хөрмәтле ауылдаштар! Рух мәккәбеҙ – Сәйетбаба беҙҙе күркәм сараға йыйҙы”, – тип башланды был кисә. Байрам түрендә үҙҙәренең йәшәү рәүеше менән ауылда абруй ҡаҙанған, балаларына өлгөлө тәрбиә биргән өлкән быуын инәйҙәре теҙелеп ул­тырған. Ауылдың имам-хатибы Флүр Ғималетдин улы Фәхриев аҙан әйтеп, “Фатиха” сүрәһен уҡый. “Бөгөнгө байрам беҙҙе изгелеккә әйҙәһен. Бала­ларыбыҙға һәм йәштәребеҙгә әхлаҡи тәрбиә биреүгә, халыҡта иманды нығытыуға, туған телде ҡәҙерләүгә, Ватанды һөйөүгә тарта торған илаһи нур булып, яҡшы юл күрһәтһен”, – тип теләк әйтә.

Алып барыусылар Рәүилә Юлбарисова менән Гәүһәр Байбулдина “өләсәй” тигән һөйкөмлө заттың һәр кем өсөн ғүмер буйы онотолмай торған бер яҡты нур, рухи хазина һандығы, тәүфиҡ һәм мөхәббәт шишмәһе икәнен шиғри телдә тасуирлап, халҡыбыҙҙағы изге образды күҙ алдына баҫтырҙы.

Залда өләсәйҙәр байтаҡ ине, арала иң олоһон – туҡһанды ваҡлаған Фәриҙә инәйҙе сәхнәгә саҡырып ултырттылар. Артабан бөтә өләсәйҙәр хөрмәтенә Сәйетбаба йыраусыһы Наил Хызыров йыр башланы, балалар бейене, инәйҙең тормош юлы һүрәтләнде, экранда документаль фотоларҙан төҙөлгән музыкаль фильм күрһәтелде. Ауылдың йәме булып йәшәгән өләсәйҙәренә сәскә­ләр, бүләктәр күтәреп килгән балалары һәм ейәндәре, һәр тамашаға ҡыуанып, был фәһемле мәлгә һоҡ­ланып ултырҙы. Мөнирә Ғәзизова, Рабиға Йәрмиева, Зөбәйҙә Һөйөн­дөкова, Мәрмәрә Сабитова һәм башҡа инәйҙәрҙең яҡындары күпте күргән оло быуындың тарихын тыңланы.

Байрам сәхнәһенә бер-бер артлы ойоштороусылар күтәрелә: Сәйетбаба ауыл биләмәһе ветерандары советы рәйесе Зәкир ағай Ишмырҙин менән Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәзим Мәүлетҡолов өсөн был кисә ябай ғына йыйылыш түгел, ул – ауылдың үткәнен, бөгөнгө­һөн, киләсәген көҙгөләгеләй сағыл­дырған тәрән мәғәнәле күренеш. “Өләсәйем доғалары” кисәһе аша ауылдың ҡото ҡайта, тип иҫәпләй уҙамандар. Улар, сәхнә күрке булып ултырған Фәриҙә инәй Ғилмановаға рәхмәт әйтеп, уның сабыр, итәғәтле, изгелекле һәм уңған булмышын һәр кемгә үрнәк итеп ҡуйҙы.

Фәриҙә инәйҙең балалары сәхнә тултырып сығып баҫты. Араларынан Рәзилә Әбйәлилева, тулҡынлана-тулҡынлана, әсәләре хаҡында йылы һүҙ әйтергә ашыҡты:

– Инәйемдең күргән-кисергәндәре үҙе бер китап яҙырлыҡ. Саҡ мәктәпкә уҡырға төшкән ваҡытында һуғыш сыға, атаһы фронтҡа китә, белем алырға ынтылған ҡыҙ алтынсы класҡа хәтлем гел “бишле” билдәләренә генә уҡый. Ләкин аслыҡ, яланғаслыҡ ар­ҡаһында ул, уҡыуын ҡалдырып, өйҙә инәһенә ярҙам итә. Ун бер-ун ике йәшенән Ҡарауыл тауынан күтәреп утын ташый. Туғандарын аслыҡтан үлтермәҫ өсөн яҙ буйы үлән йыя, серегән бәрәңге сүпләй.

Беҙ белә-белгәндән инәйебеҙ дин юлында, намаҙлы, доғалы булды. Беҙҙе лә гел Аллаһ юлына әйҙәне, кешене лә шуға өндәй: хаҡ юл – кеше­сә йәшәү, изгелек ҡылыу, яҡшыны ғына белеү, ти.

Шунан хөрмәтле ҡунаҡтар һүҙ алды: республиканың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, Ғафури районының “Табын” гәзите мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева, район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Айҙар Рафиҡов, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәмзиә Монасипова, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Рәйлә Рахманғолова, райондың Родина-Ватан ауылынан килгән ҡобайырсы Алтынбикә-Фәүзиә Ҡотлогилдина, ауыл мәсетендә ислам дине тарихын өйрәткән Суфия Юлбарисова халыҡҡа үҙ фекерҙәрен еткерҙе.
Сәйетбаба халҡы исеменән өләсәйҙәргә бик күп рәхмәт һүҙҙәре яуҙы был кисәлә.

Ысынлап та, башҡорт ырыуҙары ҡайһы төбәктә йәшәһә лә, ниндәй һөйләштә һөйләшһә лә, ғаиләлә оло ҡатын-ҡыҙҙы – өләсәйҙәрҙе хөрмәт­ләй. Туғанлыҡ тамыры, бала саҡ шишмәләренән башланып өлкәнәй­гәнсә дауам иткән оло рухи бурыс – өләсәйлек һәр ваҡыт мөһим булып ҡала. “Өләсәй доғалары” – һәр ауылда матур йола булып китерҙәй ҡотло байрам, ҡот ҡайтарыр заң.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер!

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Белоретта хәрби-патриотик йүнәлештәге саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында...

Тотош уҡырға 0

Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 0

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 0

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 0

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 20

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 22.02.2019 // Йәмғиәт

Уларҙың һыны һәйкәл булып ҡалҡты....

Тотош уҡырға 22

Көслө армия – ил терәге

Көслө армия – ил терәге 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватан һаҡсыһы һөнәре бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай....

Тотош уҡырға 40

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе 22.02.2019 // Йәмғиәт

1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты...

Тотош уҡырға 27

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә!

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө...

Тотош уҡырға 27

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә?

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә “BashDic” электрон уҡыу баҫмаһының исем туйы үтте. Сараға китап уҡыусылар, студенттар,...

Тотош уҡырға 27

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә 21.02.2019 // Йәмғиәт

Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында йәштәр Радий Хәбировҡа бик күп...

Тотош уҡырға 73

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә?

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында Рәсәйҙә билдәле актер Антон Богданов ҡатнашты....

Тотош уҡырға 61