Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яратылып ҡына үҫер сағында...
Һөйә-һөйә үҫтерҙем ҡыҙымды. Атаһы менән икебеҙ татлы мөхәббәт емешебеҙҙе яратып туймай торғайныҡ та...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙыбыҙ башланғыс мәктәпте тамамлаған йылда ирем көтмәгәндә баҡыйлыҡҡа күсте. Бергәләп ҡорған ниәттәребеҙ юҡҡа сыҡты, аҡ хыялдарыбыҙ селпәрәмә килде, донъя ҡараңғылыҡҡа сумды. Бәхет усағым, гүйә, өрөп һүндерелде. Һис кемде яҡынлатҡым да, күргем дә, ишеткем дә килмәй. Хатта ҡыҙымды ла. Ә ул гел янымда өйөрөлә, ниҙер һөйләй, күрһәтә, ярҙам итергә тырыша...

Ошондай хәл-торошом ике йыл самаһына һуҙылды. Яңғыҙ ҡалыуыма күнегеп, “күҙемде асҡанда” ҡыҙым бөтөнләй башҡаға әйләнгәйне. Бер ниҙә эше юҡ кеүек, һүҙ ҡушһаң, ишетмәгәндәй. Үҙенә тәғәйен бурыстарҙы – иҙән, ҡашығаяҡ йыйыу, бүлмәне йыйыштырыу – һүҙһеҙ йөрөп йәһәт кенә башҡара ла компьютер янына ултыра йә урамға сығып китә. Мин, әйтерһең, бөтөнләй юҡ. Каникулдарҙы тулыһынса өләсәһендә – ҡәйнәмдә – үткәрә.

Бер йылдан иһә мәктәптә даими “ҡунаҡ”ҡа әйләндем. Ата-әсәләр йыйылышынан тәүге тапҡыр йөҙөм ҡыҙарып сыҡҡас, ярһып ҡайтып ҡыҙыма ҡысҡырырға тотондом: “Балаңдың уҡыуы насар тип бөтөн кеше алдында оятҡа ҡалдырҙылар. Минең хәлемде беләһең, ни өсөн мәшәҡәт өҫтәйһең? Яңғыҙыма ғаилә ҡарау еңел тип уйлайһыңмы? Һинең өсөн күпме аҡса киткәнен беләһеңме?..”

Әммә бынан һуң да хәл үҙгәрмәне. Ата-әсәләр йыйылышында ғына түгел, айырым уҡытыусылар ҙа саҡырып дәғүә белдерә башланы. Айырыуса класс етәксеһенең һүҙҙәре намыҫыма тейҙе: “Һеҙ ҡыҙығыҙға өйҙә тейешле иғтибар бирәһегеҙме? Ни уйлауы менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы? Уның хәҙер, насар уҡыуы өҫтөнә, тәртибе лә үҙгәрҙе. Класташтарынан гел айырым йөрөй, дуҫтары юҡ, минең әйткәндәргә мыҫҡыллы йылмайып ҡына ҡуя. Етмәһә, биҙәнеп, сәсен ялбыратып килә башланы. Үҙенә иғтибар талап иткәндәй...”

Ҡыҙымды күрә алмаҫ хәлгә еттем. Иғтибар күрһәтермен мин уға, шундай итеп күрһәтермен! Иң әсе һүҙҙәрҙе әҙерләп, дәрестән ҡайтыуын енләнә-енләнә көтөп йөрөйөм. Ишектән ингәс тә ауыҙымды асҡайным, ҡыҙым түгелеп илап ебәрҙе:

– Әсәй! Һинең әрләүеңдән, кәмһетеүеңдән шул тиклем ялҡтым. Исмаһам, берәй ҡасан яҡты йөҙ күрһәткәнең бармы? Мине былай ғына ныҡ итеп ҡосаҡлап яратҡың килмәйме ни?..

Баламдың был һүҙҙәренән ҡапыл һығылып төштөм, күҙҙәремдән йәш бәреп сыҡты. Миңә лә шундай йылылыҡ етмәй ҙәбаһа. Ғаиләбеҙгә килгән бәләне яңғыҙымдыҡы тип ҡабул итеп, үҙемде генә уйлап, йәлләтеп, үҙен ҡайһылай ыҙалатҡанмын. Яратылып ҡына үҫер сағында...

Шунда ғына өләсәйемдең: “Донъя һөйөү менән матур, балам. Аллаһ Тәғәлә яратыуҙан яҙҙырмаһын”, – тигән һүҙҙәре иҫемә килеп төштө. Һөйөүҙән мәхрүм итмәм башҡаса ҡыҙғынамды!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Хәлде контролдә тотасаҡмын"

"Хәлде контролдә тотасаҡмын" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов эш сәфәре менән Сибайҙа булды....

Тотош уҡырға 5

Бирешмә, Сибай!

Бирешмә, Сибай! 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай телевидениеһы "Бирешмә, Сибай!" тигән акция башланы....

Тотош уҡырға 44

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!"

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә “Баймаҡ урман хужалығы” автопаркы өр-яңы махсус техникалар менән тулыланды: янғын...

Тотош уҡырға 30

Баймаҡтар ҙа һөт эсә

Баймаҡтар ҙа һөт эсә 15.02.2019 // Йәмғиәт

Райондың Иҫке Сибай ауылындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә балалар учреждениеһына йөрөгән кескәйҙәргә һәм...

Тотош уҡырға 38

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата 15.02.2019 // Йәмғиәт

* Яңы эмалле һауытҡа тулы итеп һыу ҡойоп, уны ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алығыҙ һәм һыу...

Тотош уҡырға 31

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре?

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре? 15.02.2019 // Йәмғиәт

Йәш саҡта һөйөү ғазаптарын кисермәгән егет йәки ҡыҙ юҡтыр ул. “Мөхәббәт” һүҙен ишетеү менән алыҫта...

Тотош уҡырға 60

Йәшлегемдең йәшел вагондары

Йәшлегемдең йәшел вагондары 15.02.2019 // Йәмғиәт

17 февраль – Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнө....

Тотош уҡырға 43

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла...

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сочиҙа сағында Сибайҙа барған ваҡиғаларға баһа биреп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 52

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Стәрлетамаҡта, “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы янында ҡалалағы тәүге “аҡыллы” туҡталыш ҡуйылды....

Тотош уҡырға 66

Төрмәлә лә тормош бар

Төрмәлә лә тормош бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө ҡалаһындағы ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында яңы ғаилә барлыҡҡа килде. 36 йәшлек...

Тотош уҡырға 118

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк 15.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Сочи ҡалаһында уҙған инвестиция форумында Башҡортостандың презентация майҙансығын иң...

Тотош уҡырға 42

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа...

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Быйыл йыл башынан алып республикала 800-ләп янғын булған....

Тотош уҡырға 30