Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йүнсел ҡатын ат эйәрләр...
Гөлназ Фәрит ҡыҙы Вәлиева малсылыҡҡа тотоноп киткәнсә оҙаҡ йылдар Яңауыл ҡалаһында китапханасы булып эшләй. Бөгөн күптәр ҡала ҡыҙының ауыл тормошон һайлап, яҙмышын ергә бәйләүенә һоҡланып ҡарай. Ошо ауыл егете Салауат Кәрим улы менән сәстәрен сәскә бәйләгәндән һуң, Гөлназ Иҫтәк ауылына килен булып төшә. Ҡыҙ ауыл китапханаһында эшләй, ире иһә фермерлыҡ менән шөғөлләнә.

— Ҡайным ғүмер буйы элекке Максим Горький исемендәге колхозда эшләне, һуңынан хаҡлы ялға сығып, фермер хужалығы ойоштороп ебәрҙе. Әлбиттә, ирем Салауат уның ярҙамсыһы, уң ҡулы булды, — ти Гөлназ Фәрит ҡыҙы. — Аҙаҡ ҡайным, эшен улына тапшырып, һәр баш­ланғысында ярҙам итте, кәңәштәренән өҙмәне.

Үкенескә ҡаршы, Гөлназ­дың ире Салауат бынан ике йыл элек вафат була. Әл­биттә, йәш ҡатынға ауыр ҡайғыны күтәреү енелдән булмай, әммә ул һынмай, һы­ғылмай. Ике балаһына өҫтәп, Салауаттың үлеменән һуң ике айҙан төпсөктәре тыуа. “Бындай ҡайғыны бер кемгә лә теләмәйем, бик һәйбәт кеше ине ирем, — ти Гөлназ Фәрит ҡыҙы. — Атай-әсәйем, ҡай­ным-ҡәйнәм, туғандарым, дуҫтарым ныҡ таяныс булды, әле лә ярҙамдан ҡалдыр­майҙар”.

Гөлназ ҡайныһы, ире башлаған эште ташлап ҡуй­май, уны артабан дауам итеү өсөн бар ҡайғы-хәсрәтен онотоп, башкөллө хужалыҡты етәкләп алып китә. Етмәһә, район хакимиәте лә ҡыйыу ҡатындың башланғысын хуп­лай.

Киң ҡарашлы эшҡыуар артабан малсылыҡты үҫтереүгә, ерҙе эшкәртеүгә ныҡлап тотона. Бөгөн фермерҙың хужалығы юғары сифатлы һөт һәм ит етештерә. 200 баш һыйыр малы аҫрала, шуның 70-е — һауын һыйыры. Көн һайын 400 литрҙан ашыу һөттө Яңауыл һөт заводына тапшырып, хужалыҡ ҡаҙнаһын тулыландыралар. Һимертеүгә алынған быҙауҙар айырым тотола. Тейешле дәрәжәгә еткереп һимертелгән итте баҙарға сығаралар йә Пермь крайы эшҡыуарҙарына тәҡдим итәләр. Әйткәндәй, бында етештерелгән продукцияның сифатына бер дәғүә лә булғаны юҡ икән: уны һәр ерҙә теләп алалар. Малдары өсөн бөтә төр аҙыҡты ла фермер үҙе әҙерләй: 400 гектарҙан ашыу ерендә фураж өсөн кәрәкле иген культураларын, хуш еҫле бесән өсөн үлән үҫтерә.

Төп эштәрҙе башҡарырға мал ҡараусы, һауынсы һәм механизатор итеп ауылдаштарын саҡырған. Йүнсел ҡатын үҙе лә иртә таңдан ҡара төнгәсә фермала, баҫыуҙа. Төрлө ойоштороу мәсьәлә­ләрен хәл итеү менән бергә бихисап көндәлек мәшәҡәт­тәрҙең иң мөһимдәрен һәм яуаплыларын тулыһынса үҙенә йөкмәгән. Бер туған ҡустыһы Илгиз — бөгөн Гөлназдың төп ярҙамсыһы, таянысы. Ире Салауаттың бер туған ағаһы фермер Зиннур ҙа ныҡлы терәге.

Гөлназ Фәрит ҡыҙы бөтә уңайлыҡтары булған заманса йортта ғүмер итә, бер ҡыҙ һәм ике ул үҫтерә.
Билдәле рус яҙыусыһы Михаил Лермонтов, быуат ярым элегерәк үҙенең романына исем итеп алып, “беҙҙең заман геройы” тигән һүҙбәй­ләнеште әүҙем ҡулланы­лышҡа индереп ебәрә. Башҡа һөнәр вәкил­дәрен әллә ни үпкәләтмәй, өҫтәлебеҙҙе юғары сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе үҙҙәренең көндәлек маҡсаты иткән ауыл эшсән­дәрен, шул иҫәптән яңғыҙы өс бала тәрбиәләп, тормоштан йәм, хеҙмәттән тәм табып йәшәгән замандашыбыҙҙы тулы мәғәнәһендә “беҙҙең заман геройы” тип атарға мөмкин.

Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Сибайҙа – авария...

Сибайҙа – авария... 16.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа “ВАЗ-2114” автомобиле водителе 53 йәшлек ҡатынды төкөткән....

Тотош уҡырға 283

Өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр

Өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр 16.02.2019 // Йәмғиәт

Баланды төрлө ысул менән һаҡлап, ҡулланып була. Был емеш халыҡ медицинаһында киң файҙаланыла. Һеҙгә...

Тотош уҡырға 61

Мөмкинлек күп: ҡулдан ысҡындырма ғына!

Мөмкинлек күп: ҡулдан ысҡындырма ғына! 16.02.2019 // Йәмғиәт

Киләсәк – йәштәр ҡулында. Был һүҙҙәр бер ҡасан да көнүҙәклеген юғалтмай, алмашҡа килгән быуынды...

Тотош уҡырға 46

"Хәлде контролдә тотасаҡмын"

"Хәлде контролдә тотасаҡмын" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов эш сәфәре менән Сибайҙа булды....

Тотош уҡырға 55

Бирешмә, Сибай!

Бирешмә, Сибай! 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай телевидениеһы "Бирешмә, Сибай!" тигән акция башланы....

Тотош уҡырға 100

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!"

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә “Баймаҡ урман хужалығы” автопаркы өр-яңы махсус техникалар менән тулыланды: янғын...

Тотош уҡырға 52

Баймаҡтар ҙа һөт эсә

Баймаҡтар ҙа һөт эсә 15.02.2019 // Йәмғиәт

Райондың Иҫке Сибай ауылындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә балалар учреждениеһына йөрөгән кескәйҙәргә һәм...

Тотош уҡырға 69

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата 15.02.2019 // Йәмғиәт

* Яңы эмалле һауытҡа тулы итеп һыу ҡойоп, уны ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алығыҙ һәм һыу...

Тотош уҡырға 58

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре?

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре? 15.02.2019 // Йәмғиәт

Йәш саҡта һөйөү ғазаптарын кисермәгән егет йәки ҡыҙ юҡтыр ул. “Мөхәббәт” һүҙен ишетеү менән алыҫта...

Тотош уҡырға 89

Йәшлегемдең йәшел вагондары

Йәшлегемдең йәшел вагондары 15.02.2019 // Йәмғиәт

17 февраль – Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнө....

Тотош уҡырға 60

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла...

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сочиҙа сағында Сибайҙа барған ваҡиғаларға баһа биреп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 72

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Стәрлетамаҡта, “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы янында ҡалалағы тәүге “аҡыллы” туҡталыш ҡуйылды....

Тотош уҡырға 99