Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мораҙымдар хәҙер утын яҡмай

Һуңғы ваҡытта республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең матди базаһын нығытыуға, медицина учреждениеларын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға, препараттар менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленә.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министр­лығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2064 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә, шуның 72 проценты авария хәлендә.

“Ауыл ерендә был иң сетерекле проблема. Шуға күрә модулле ФАП-тар төҙөү мәсьәләһе өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Мәсьәләне хәл итеү өсөн беҙгә йыл һайын авария хәлендәгеләре урынына 20 модулле ФАП төҙөргә кәрәк буласаҡ”, — тип белдергәйне Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге.


Боҙ урынынан ҡуҙғалды. Республикала әле ул, әле был ултыраҡта яңы медицина учреждениелары ишектәрен аса башланы. Күптән түгел Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында ла ФАП төҙөлгәйне, бөгөн ошондай уҡ ҡыуаныслы ваҡиғаны Мораҙым ауылы түҙемһеҙләнеп көтә.
— Мораҙымда 112 хужалыҡта 510 кеше йәшәй. Өс фермер хужалығы бар, йорт һалып, йәштәр ҙә ауылда төпләнергә тырыша. Былтыр дүрт ғаилә өй туйланы, биш бала тыуҙы. Ауылда туғыҙ йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы бар.

Пенсия йәшендәгеләр ҙә байтаҡ. Аңлашыла, медицина учреждениеһы бигерәк тә оло кешеләр өсөн мөһим. ФАП элекке колхоз идараһы бинаһында урынлашҡайны, утын яғып йылытылды. Иҫке булғас, ҡышын ныҡ һыуыҡ ине, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар ҙа булманы.

Бынан ике йыл элек республика Хөкүмәте вәкилдәре районыбыҙға килеп, граждандар менән осрашыу үткәргән саҡта ауыл халҡы яңы ФАП төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Һәм бына район хакимиәтенең, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың хәстәрлеге менән хыялыбыҙ тормошҡа ашты.

Подрядсы ойошма — Өфө ҡалаһының “МК Групп” йәмғиәте бригадаһы белгестәре үҙҙәрендә эшләп һәм әҙерләп килтереп, 60 квадрат метр майҙанлы модулле конструкцияны тиҙ арала ҡороп та ҡуйҙы. Бина электр энергияһы менән йылытыласаҡ, һыу, канализация үткәреүҙе үҙебеҙ хәстәрләнек. Учреждение кәрәкле медицина ҡорамалдары, препараттар, дарыуҙар менән тәьмин ителгәс, тулы көскә эшләй башлаясаҡ. Яҙ етеү менән уның тирә-яғын кәртәләтеп алыу һәм төҙөкләндереү эше лә көтә әле, — ти Байназар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Салауатов.

Заманса модулле ФАП-тың төҙөлөүенә иң ныҡ ҡыуанғаны ауыл фельдшеры Бикә Тулыбаевалыр, моғайын.
– Декабрь аҙаҡтарында ҙур йөк маши­наһынан эшселәрҙең ҡорамалдар бушатып йөрөгәнен генә күреп ҡалғайныҡ, иртәгәһенә эшкә килеүемә әкиәттәге кеүек стеналар үҫеп сыҡҡан, ҡыйығы ла ябылғайны. Ауыл халҡын хайран ҡалдырҙы төҙөүселәр. Дүрт кеше генә эшләһә лә, эштәре ырамлы, тиҙ барҙы. Заманса уңайлыҡтары булған йылы бинала рәхәтләнеп эшләргә яҙһын. Күпме яҡһаң да йылынмаған бинанан бындай модулле ФАП-ҡа күсеү үҙе бәхет инде, — тине ул.

“Беҙҙә авария хәлендәге иҫке медицина учреждениелары байтаҡ. Дауахана, поликлиника биналарының яртыһына тиерлек капиталь ремонт талап ителә. Улар иҫәбендә — ауыл амбулаториялары, 600-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты. Ҡалаларҙа полик­линикалар ныҡ етешмәй, айырыуса яңы торлаҡ биҫтәләрендә. Республика Хөкүмәтенә медицина биналары төҙөү, ғәмәлдәгеләрен капиталь ремонтлау һәм төҙөкләндереү, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу программаһын әҙерләү бурысын ҡуям”.

Радий ХӘБИРОВ,
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Автор: Римма СОЛТАНОВА әҙерләне
Фото: Автор фотоһы
Район: Бөрйән районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радий ХӘБИРОВ: "Бына тигән улдар үҫтергәнһегеҙ – алдығыҙҙа баш эйәбеҙ"

Радий ХӘБИРОВ: "Бына тигән улдар үҫтергәнһегеҙ – алдығыҙҙа баш эйәбеҙ" 16.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан...

Тотош уҡырға 0

Сибайҙа – авария...

Сибайҙа – авария... 16.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа “ВАЗ-2114” автомобиле водителе 53 йәшлек ҡатынды төкөткән....

Тотош уҡырға 283

Өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр

Өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр 16.02.2019 // Йәмғиәт

Баланды төрлө ысул менән һаҡлап, ҡулланып була. Был емеш халыҡ медицинаһында киң файҙаланыла. Һеҙгә...

Тотош уҡырға 61

Мөмкинлек күп: ҡулдан ысҡындырма ғына!

Мөмкинлек күп: ҡулдан ысҡындырма ғына! 16.02.2019 // Йәмғиәт

Киләсәк – йәштәр ҡулында. Был һүҙҙәр бер ҡасан да көнүҙәклеген юғалтмай, алмашҡа килгән быуынды...

Тотош уҡырға 46

"Хәлде контролдә тотасаҡмын"

"Хәлде контролдә тотасаҡмын" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов эш сәфәре менән Сибайҙа булды....

Тотош уҡырға 55

Бирешмә, Сибай!

Бирешмә, Сибай! 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай телевидениеһы "Бирешмә, Сибай!" тигән акция башланы....

Тотош уҡырға 100

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!"

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә “Баймаҡ урман хужалығы” автопаркы өр-яңы махсус техникалар менән тулыланды: янғын...

Тотош уҡырға 52

Баймаҡтар ҙа һөт эсә

Баймаҡтар ҙа һөт эсә 15.02.2019 // Йәмғиәт

Райондың Иҫке Сибай ауылындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә балалар учреждениеһына йөрөгән кескәйҙәргә һәм...

Тотош уҡырға 69

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата 15.02.2019 // Йәмғиәт

* Яңы эмалле һауытҡа тулы итеп һыу ҡойоп, уны ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алығыҙ һәм һыу...

Тотош уҡырға 58

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре?

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре? 15.02.2019 // Йәмғиәт

Йәш саҡта һөйөү ғазаптарын кисермәгән егет йәки ҡыҙ юҡтыр ул. “Мөхәббәт” һүҙен ишетеү менән алыҫта...

Тотош уҡырға 89

Йәшлегемдең йәшел вагондары

Йәшлегемдең йәшел вагондары 15.02.2019 // Йәмғиәт

17 февраль – Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнө....

Тотош уҡырға 60

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла...

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сочиҙа сағында Сибайҙа барған ваҡиғаларға баһа биреп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 72