Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәйләнеш ике яҡлы булһын
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Яңы йылды ла һеҙҙең бай йөкмәткеле йылы хаттарығыҙ менән башлап ебәреүебеҙгә шатбыҙ. Редакция почтаһының тулы булыуы, яңылыҡтарығыҙ, шатлыҡ-хәстәрҙәрегеҙ менән уртаҡлашыуығыҙ, гәзит биттәрендә баҫылған мәҡәләләргә үҙ фекерегеҙҙе белдереүегеҙ – эшмәкәрлегебеҙгә оло баһа, ике яҡлы бәйләнеш билдәһе ул.
Бөрйән районындағы Мәһәҙей мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Сәйәхова үҙ төбәгенең яңылыҡтары тураһында даими хәбәр итеп тора. Яңы йыл алдынан унан Бөрйәндә Ғаилә һәм Ирекмәнлек йылдарын тантаналы ябыу сараһының бик ойошҡанлы һәм матур уҙыуы тураһында хәбәр алғайныҡ. Әле даими авторыбыҙ Байназар мәктәбе һәм уның Мәһәҙей, Яуымбай, Мораҙым филиалдары уҡытыусылары араһында ойошторолған конкурс тураһында яҙып ебәргән. “Районыбыҙҙың иң ҙур, данлыҡлы мәктәптәренең береһе булған, алдынғы ҡарашлы директор Йәмил Ҡотлобаев етәкселегендәге Байназар мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы-2019” бәйгеһе үтте. Конкурстың төп еңеүсеһе – Гран-при эйәһе булып танылған Яуымбай мәктәбе уҡытыусыһы Зилә Закирова менән беренсе урынды яулаған Мәһәҙей мәктәбе уҡытыусыһы Ғаян Ишемовтың оҫталығына һоҡландыҡ”, – тип хеҙмәттәштәренең эшмәкәрлегенә юғары баһа бирә Сәйҙә Сәйәхова.

“Донъялыҡта изгелек ҡылайыҡ!” тип атала үҙ асылын диндә тапҡан хажиә Зәйтүнә апай Көҫәпованың сағыштыр­маса яңыраҡ табанан төшкән китабы. Башлап дингә аяҡ баҫҡандар өсөн дә, инде ныҡлы аяҡ терәп намаҙ уҡығандар өсөн дә донъяны танып белеү йәһәтенән бик әһәмиәтле, кәрәкле әсбап буласаҡ ул. Аллаһ Тәғәләбеҙгә нығыраҡ яҡынайырға ярҙам итә торған был китап ысын мосолман кешеһенең өҫтәлендә ятырға тейеш, минеңсә”, – тип яҙа үҙенең хатында Рәшиҙә Шәмсетдинова.

Нефтекама ҡалаһының Үҙәк балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә редакция менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Уларҙа үткән ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар хаҡын­дағы мәғлүмәттәр башлыса гәзиттең сайтында урын ала. “Республиканың 100 йыллығына арналған кисә барышында мәктәп уҡыусылары Башҡортостандың дәүләт символдары, тыуған төйәге­беҙҙең тарихына, тәбиғәт байлыҡ­тарына ҡағылышлы бай мәғлүмәт менән танышты, Салауат Юлаев һәйкәле, ҡурай, башҡорт балы, Янғантау, Красноусол минераль сығанағы һәм Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһындағы белемен байытты”, – тигән юлдар бар китапханасы Гүзәлиә Ғабдрахманованың хатында.

Миәкә районының Илсеғол ауылында ата-әсәләр һәм балалар “Көрмөт-шоу” байрамы ойошторған. Был хаҡта Ирина Йосопова яҙып ебәргән: “Балаларҙың буш ваҡытын телефонға, компьютерға текәлеп уҙғарыуы барыбыҙҙы ла хафаға һала. Ә бына беҙҙең ауылдың бер төркөм йәштәре Көрмөт күле боҙланыу менән хоккей уйнай башланы. Көн дә боҙ өҫтөн ҡарҙан таҙартып, күнекмә яһайҙар. Уларҙың дәртләнеп уйнауын күреп, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Тамара Иҫәнғолова менән китапханасы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Ғәшүрә Мөхәмәтйәнова бүләктәр алып, ял көнө ярыш уҙғарҙы. Ошонан һуң атай-әсәйҙәр ҙә, балалар ҙа тағы дәртләнеп китте, боҙ өҫтөндә шыуыусылар көндән-көн артты. Башланғысты ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, мәктәп етәкселеге күтәреп алды. Өфө ҡалаһында адвокат булып эшләгән ауылдашыбыҙ Фаил Иҫәнғолов, шәхси эшҡыуар Илһам Сәгәрйәров матди ярҙам тәҡдим итте. Шулай итеп, беҙҙә хоккей турниры, саф һауала зарядка, кәритә менән уҙыш, арҡан тартышыу (атайҙарға ҡаршы малайҙар, ҡыҙҙарға ҡаршы әсәйҙәр), күңелле эстафета­ларҙы үҙ эсенә алған “Көрмөт-шоу” байрамы уҙҙы”.

Башланып торған йыл дауамында ла һеҙҙән йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы хаттар көтәбеҙ!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радий ХӘБИРОВ: "Бына тигән улдар үҫтергәнһегеҙ – алдығыҙҙа баш эйәбеҙ"

Радий ХӘБИРОВ: "Бына тигән улдар үҫтергәнһегеҙ – алдығыҙҙа баш эйәбеҙ" 16.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан...

Тотош уҡырға 0

Сибайҙа – авария...

Сибайҙа – авария... 16.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа “ВАЗ-2114” автомобиле водителе 53 йәшлек ҡатынды төкөткән....

Тотош уҡырға 283

Өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр

Өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр 16.02.2019 // Йәмғиәт

Баланды төрлө ысул менән һаҡлап, ҡулланып була. Был емеш халыҡ медицинаһында киң файҙаланыла. Һеҙгә...

Тотош уҡырға 61

Мөмкинлек күп: ҡулдан ысҡындырма ғына!

Мөмкинлек күп: ҡулдан ысҡындырма ғына! 16.02.2019 // Йәмғиәт

Киләсәк – йәштәр ҡулында. Был һүҙҙәр бер ҡасан да көнүҙәклеген юғалтмай, алмашҡа килгән быуынды...

Тотош уҡырға 46

"Хәлде контролдә тотасаҡмын"

"Хәлде контролдә тотасаҡмын" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов эш сәфәре менән Сибайҙа булды....

Тотош уҡырға 55

Бирешмә, Сибай!

Бирешмә, Сибай! 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай телевидениеһы "Бирешмә, Сибай!" тигән акция башланы....

Тотош уҡырға 100

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!"

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә “Баймаҡ урман хужалығы” автопаркы өр-яңы махсус техникалар менән тулыланды: янғын...

Тотош уҡырға 52

Баймаҡтар ҙа һөт эсә

Баймаҡтар ҙа һөт эсә 15.02.2019 // Йәмғиәт

Райондың Иҫке Сибай ауылындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә балалар учреждениеһына йөрөгән кескәйҙәргә һәм...

Тотош уҡырға 69

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата 15.02.2019 // Йәмғиәт

* Яңы эмалле һауытҡа тулы итеп һыу ҡойоп, уны ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алығыҙ һәм һыу...

Тотош уҡырға 58

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре?

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре? 15.02.2019 // Йәмғиәт

Йәш саҡта һөйөү ғазаптарын кисермәгән егет йәки ҡыҙ юҡтыр ул. “Мөхәббәт” һүҙен ишетеү менән алыҫта...

Тотош уҡырға 89

Йәшлегемдең йәшел вагондары

Йәшлегемдең йәшел вагондары 15.02.2019 // Йәмғиәт

17 февраль – Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнө....

Тотош уҡырға 60

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла...

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сочиҙа сағында Сибайҙа барған ваҡиғаларға баһа биреп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 72