Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һаҡаллы төҙөлөш”тәрҙе нимә көтә?
Яңыраҡ Иглин районы хакимиәтендә алданған өлөшсөләр менән сираттағы осрашыу үтте. Унда район хакимиәте башлығы Николай Самойленко, төҙөлөп бөтмәгән биш объекттың конкурс идарасылары һәм төҙөлөш компаниялары вәкилдәре, “Төҙөлөш объекттарына ярҙам итеүсе төбәк операторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Руслан Рәхмәтуллин ҡатнашты. Сара барышында төҙөлөштөң бөгөнгө хәле ҡаралды.

“БашСтройКомплект” йәм­ғиәте вәкиле белдереүенсә, апрелдә уларҙың объектында һуңғы эштәр башланасаҡ, уның өсөн ике миллион һум самаһы аҡса бүлеү ҡаралған. Майҙа иһә уны файҙаланыуға тапшы­рырға йыйыналар.

“БашЛСТК” йәмғиәтенең конкурс идарасыһы, тулы тикшереү уҙғарғандан һуң, 142 өлөшсө барлығын асыҡлаған. Бөгөн район хакимиәтендә кредитор­ҙарҙың йыйылышы тағы ла үтәсәк. Сарала уларға торлаҡ-төҙөлөш кооперативына инергә тәҡдим ителәсәк. Төбәк операторы вәкиле белдереүенсә, әлеге ваҡытта буласаҡ инвестор менән бөтә варианттарҙы ҡарап, объектты тамамлауҙа ҡатнашыу мөмкинлеген өйрәнә.

“Стройтрейдинг” йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, “Юлдаш” торлаҡ комплексы файҙа­ланыуға әҙер. Әлеге мәлдә төҙөлөштөң тамамланыуы хаҡында документ алыу маҡсатында Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт иткәндәр. Дәүләт комитеты комиссияһы, урынға сығып, төҙөлөш объектын ҡарағандан һуң ғына, был йорттоң мәсьәләһе финиш һыҙығына сығасаҡ.

“Союз-строй” йәмғиәтенең проблемалы төҙөлөшө буйынса ла ин­вес­тор табылған. Тиҙҙән уны Төбәк операторына тәҡдим итәсәктәр. Әле мәсьәләне хәл итеү буйынса барлыҡ юлдар ҙа ҡарала. “Строй­индустрия” йәмғиәте йорттарына иһә экспертизаны өсөнсө тапҡыр үткәреүҙәре лә ихтимал. Уның һөҙөмтәләре буйынса “һаҡаллы төҙөлөш”төң дә яҙмышы хәл ителәсәк.

Былтыр республика буйынса проблемалы 33 төҙөлөш объекты рәсми теркәлгән. Алданған ике меңдән ашыу өлөшсө фатир ала алмай ыҙалай. “Госстрой” ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге мәлдә “Миловка паркы” (төҙөүсеһе – “КилСтройИнвест” йәмғиәте), “Көмөш шишмә” (төҙөүсеһе – “Крона” йәмғиәте), “Яңы Булгаков” (төҙөүсеһе – “СтройВертикаль”) торлаҡ комплекстары, Өфө ҡалаһында Әхмәтов урамын­дағы, Нефтекамала 25-се биҫтәләге (төҙөүсеһе – “Интеграл” йәмғиәте), Стәрлета­маҡта “Башстрой” йәмғиәте йорттары ошо исемлеккә инә. Зыян күргән граждандарҙың 50 процентынан күберәге ошо төҙөлөштәрҙә “янған”.

Башҡортостан прокуроры Андрей НАЗАРОВ:

– Өлөшсөләр хоҡуғын боҙоу ҙур мәсьәлә булып ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “һаҡаллы төҙөлөш”тәрҙең бөтә­һендә лә хәлдең ыңғайға үҙгәреүе күҙәтелмәй. Беҙҙең иҫкәртеүҙәрҙән һуң республика Хөкүмәте зыян күргән граждандарҙың торлаҡтарын төҙөп бөтөү буйынса “юл карталары”на үҙгәрештәр индерҙе, норматив база камиллаштырылды, законһыҙ рекламаға сик ҡуйылды.
Шулай булһа ла, күҙәтеү органдарына торлаҡ комплекстары төҙөлөшө барышында асыҡланған мәсьә­ләләргә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе бер-береңә еткереп, тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Был иһә проблеманы башынан уҡ контролгә алыуға булышлыҡ итәсәк, ә төҙөүсе бөлгөнлөккә төшкәндән һуң түгел.

Автор: Р. МУСИНА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Хәлде контролдә тотасаҡмын"

"Хәлде контролдә тотасаҡмын" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов эш сәфәре менән Сибайҙа булды....

Тотош уҡырға 5

Бирешмә, Сибай!

Бирешмә, Сибай! 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай телевидениеһы "Бирешмә, Сибай!" тигән акция башланы....

Тотош уҡырға 44

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!"

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә “Баймаҡ урман хужалығы” автопаркы өр-яңы махсус техникалар менән тулыланды: янғын...

Тотош уҡырға 30

Баймаҡтар ҙа һөт эсә

Баймаҡтар ҙа һөт эсә 15.02.2019 // Йәмғиәт

Райондың Иҫке Сибай ауылындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә балалар учреждениеһына йөрөгән кескәйҙәргә һәм...

Тотош уҡырға 38

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата 15.02.2019 // Йәмғиәт

* Яңы эмалле һауытҡа тулы итеп һыу ҡойоп, уны ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алығыҙ һәм һыу...

Тотош уҡырға 31

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре?

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре? 15.02.2019 // Йәмғиәт

Йәш саҡта һөйөү ғазаптарын кисермәгән егет йәки ҡыҙ юҡтыр ул. “Мөхәббәт” һүҙен ишетеү менән алыҫта...

Тотош уҡырға 60

Йәшлегемдең йәшел вагондары

Йәшлегемдең йәшел вагондары 15.02.2019 // Йәмғиәт

17 февраль – Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнө....

Тотош уҡырға 43

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла...

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сочиҙа сағында Сибайҙа барған ваҡиғаларға баһа биреп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 52

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Стәрлетамаҡта, “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы янында ҡалалағы тәүге “аҡыллы” туҡталыш ҡуйылды....

Тотош уҡырға 66

Төрмәлә лә тормош бар

Төрмәлә лә тормош бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө ҡалаһындағы ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында яңы ғаилә барлыҡҡа килде. 36 йәшлек...

Тотош уҡырға 118

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк 15.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Сочи ҡалаһында уҙған инвестиция форумында Башҡортостандың презентация майҙансығын иң...

Тотош уҡырға 42

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа...

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Быйыл йыл башынан алып республикала 800-ләп янғын булған....

Тотош уҡырға 30