Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек.

“Дуҫтарым аҙым һайын” тигәндәргә ҡарата ниндәй фекерҙәһегеҙ? Миңә ҡалһа, кемдер быға һағайыбыраҡ ҡарар, икенселәр, бәлки, хуп­лар. Әлбиттә, уйланырға урын бар. Таныш-тоноштоң, һәр хәлдә, иптәштәрҙең күп булыуы мөмкин, ә бына ысын дуҫтар һанаулы ғыналыр ул. Дуҫтар яуҙа һынала, тибеҙ. Бынан өс тиҫтә йыл элек тыуған яғынан алыҫта – Афғанстан тауҙарында Азат, Артур, Рәйес, Нәзир, Ришат исемле дуҫтарын осрата, ә Мөхәммәт исемле хеҙмәттәшен юғалта Тимерйән Рәжәпов. Бер табаҡтан ашау ғына тиһеңме, утты-һыуҙы бергә кискәндәр, тормоштоң бар ауырлығын үҙ иңендә күтәргән икеһе лә. Иптәше өсөн ғүмерен бирергә әҙер яҡташының үлемен бик ауыр кисерә ул. Тойғоларҙы һөйләп тә, яҙып та аңлатырлыҡ түгел. Мөхәммәттең тыуған төйәге – Учалы районының Сәфәр ауылына барып, ауылдаштарына, туғандарына, класташтарына, яҡындарына уның армияла нисек хеҙмәт иткәне һәм һәләк булғаны тураһында күргән-белгәндәрен һөйләй... “Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән РӘЖӘПОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

– 2019 йыл беҙҙең өсөн иҫтә­лекле лә, әһәмиәтле лә, совет һалдаттарының Афғанстан ере­нән сығыуына 30 йыл тулды, үҙ сиратында, юбилей айҡанлы әҙер­лек эштәре алып барылды, – тип башланы һүҙен Тимерйән Рәжәп улы. – Ысынлап та, ҙур дата, мөһим ваҡиға. “Башҡорт­ос­тан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойош­ма­һы уның эсендә айырыуса ҡай­наны. Мөһим бихисап проект­тар­ҙы тормошҡа ашырыу уйы менән көн-төн тигәндәй яндыҡ. Шулар­ҙың береһе – балалар күңеле тип аталған кескәй баҫыуға илһөйәрлек орлоҡтары сәсеү. Ысынлап та, ватан­сылыҡ хисе тәрбиә­ләү бурысының һәр заманда ла көнүҙәк мәсьәлә икән­леге көн кеүек асыҡ. Үҙ сиратын­да малай­ҙарҙы ысын ил һаҡ­сы­лары итеп үҫтереү – тәүмаҡ­сат­тарҙың бере­һе. Был осраҡта тәү сиратта белем усаҡтары күҙ уңында тотола, улар менән бәй­лә­неш көслө генә. Класс сәғәт­тәрендә, бүтән төрлө кисәләрҙә теләп ҡатнашабыҙ, улай ғына ла түгел, спорт ярыштары, конкурс­тар, викториналар ойоштороу – шу­ға асыҡ миҫал. Уларҙы дө­йөмләштереп, ҡаһар­ман­лыҡ дә­ре­се тип атау дөрөҫ, ул һәр кем­де ҡыҙыҡтырырға, ойоп ултыр­ғандарҙың күҙендә осҡон балҡытырға тейеш.

Спорт йүнәлешенә иғтибарҙы көсәйтеү яҡлы Тимерйән Рәжә­пов. Физик күнекмәләр уҙғарыу, спорт секцияларына йөрөү арми­яға әҙерлеккә бер аҙым булыуына баҫым яһаны ул һөйләшеү барышында. Үҫмер һалдат һур­па­һын татығанға хәтлем әҙме-күп­ме сынығыу алырға тейеш, юғиһә беҙҙә киреһенсә килеп сы­ға тигән ныҡлы позицияла тора ул.

Тимерйән Рәжәп улы һөйлә­үенсә, улар төрлө йәмәғәт эштә­рендә әүҙем ҡатнаша, эшмәкәр­лектәре бер нисә йүнәлешкә ҡоролған. Мәҫәлән, мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә кейем-һалым йыйыу акцияһын башлап, маҡсат­тарына өлгәшкәндәр. “Торатау” конгресс-холында 112-се Баш­ҡорт кавалерия дивизияһы­ның төҙөлөүенә 75 йыл тулыуға арнап, “Көйгән биттәр” хәрби-патриотик фестивале ойоштор­ғандар. Йәштәрҙе илһөйәрлеккә әйҙәүсе республика кимәлендәге сара баш ҡалабыҙҙа һәм респуб­ликабыҙҙың райондарында бөтә­һе ете мәртәбә үткә­релгән. Ра­йондарҙа һәм ҡалаларҙа йәшә­гән Афғанстан һәм башҡа локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан егет­тәр­ҙең ғаиләләре, туғандары йыл һайын июнь айында уҙған фес­тивалгә ҡунаҡ булараҡ саҡырыла. Быйыл уны Халыҡ-ара йыр бәйгеһе итеп үткәрергә уйлайҙар.

Ир-егеттең ике юлдашы бар, тибеҙ. Тәүгеһе – батырлыҡ, икен­сеһе – тәүәккәллек. Башҡорт­ос­тан Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә һау­лығын нығытҡан яуҙашта­рының иңдәренә ҡанат ҡуйыу ниәтендә йыр-моң кисәһе ойоштороуҙары хәтерҙә.

Ҡәберҙәр – үлеләр, һәйкәлдәр тереләр өсөн, тиҙәр. Шул уҡ ва­ҡытта төбәк ойошмаһы мәрхүм хеҙмәттәштәренең һуңғы төйәген дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Ҡә­берҙәрҙе тәртиптә тотоу, һәй­кәлдәрҙе тәрбиәләү, батырҙарҙың ата-әсәһенең хәлен белешеп тороу ғына түгел, ә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеүҙе лә үҙҙәренең төп бурысы һанайҙар.

Һәр яугирҙең һәйкәлгә хаҡы барлығын беләбеҙ. Хәрби хәрә­кәт­тәрҙә һәләк булған һалдат һәм офицерҙар иҫтәлегенә район үҙәктәрендә һәйкәлдәр ҡуйыуға аҡсаларын да, көстәрен дә йәлләмәйҙәр.

Әйткәндәй, февраль башта­рын­да Салауат ҡалаһында тарихи ваҡиға теркәлгән – афған яуги­ренә һәйкәл ҡуйылған. Ә быға тиклемге һәйкәлдәр тураһында һүҙ йөрөткәндә түбәндәгеләр бил­дәле. Күгәрсен районы үҙәге Мо­раҡта “Урал” фонды менән берлектә һәйкәл ҡуйырға ярҙам иткәндәр, Ғафури районы үҙәге Красноусол ауылында ла һәйкәл бар. Бер уйлаһаң, һәйкәл­дәр үле­ләр генә түгел, тереләр өсөн дә кәрәк. Улар шул һәйкәл­дәргә барып сәскәләр һалғанда үҙенең яу­ҙаш дуҫтарын иҫкә тө­шө­рә. Бер һүҙ менән әйткәндә, төбәк йә­мәғәт ойошмаһы етәксе­леге мәңгеләш­тереү эшенә бик етди ҡарай.

Әгәр ҙә йәшәйеш көрәшкә тиң түгел икән, унда ғүмер итеүҙең бер ҡыҙығы ла ҡалмаясаҡ. Үҙ­ҙәрендә рухи көс табып, бынамын итеп йәшәп ятҡандар Тимерйән Рәжәповты ғорурландырһа, хатта рухландырһа, тормош тигән тә­гәр­мәс аҫтында ана ҡалам, бына ҡалам тип ары-бире һуғылыу­сыларҙың әсе яҙмышын күреп-ишетеп һыҡрана һәм борсола ул.

– Ут-һыуҙы кисеп, имен ҡалып та, тыныс тормошта ни өсөн кем­дәрҙер үҙенә урын таба алмай? – тип көйөнә ул. – Ил алдында интернациональ бурысын үтәгән һалдаттар тураһында ҡыҙыҡһы­налармы? Уларҙың яҙмышы бе­ре­һен дә борсомай кеүек. Тәрән­дән уйланһаң, ут эсенә бер кем дә үҙ теләге менән инмәгән бит!

Тимерйән Рәжәповтың һүҙҙә­ренә ҡарағанда, “ҡайнар нөктә”­ләр­ҙә булып ҡайтҡандар – үҙенсә­лекле төркөм. Улар бер ҡасан да проблемалары тураһында ҡысҡырып һөйләп йөрөмәй, кешегә бәлә һалмайым тип ҡыйынһыналармы, белмәҫһең.

Афғанстан ғәрәсәтен үткән һалдаттың мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыуына нисек һоҡлан­маҫҡа! Ниндәйҙер сәбәптән мөйөшлө була алмаған йәки эш урыны булмағандарға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер. Ә бына афған һуғышы ветерандары үҙҙәре нимәгә мохтаж? Шәфҡәт­лелек менән шөғөлләнеүсе ойошмаларҙың күплегенә бер ниндәй ҙә ҡаршылығы юҡ уның. Шул уҡ ваҡытта ошо эшмәкәрлек ҡояшына йылыныусыларҙың табылып тороуына йәне әрней.

Форсаттан файҙаланып, Ти­мер­йән Рәжәповтың меценат ролен үтәүен дә телгә алайыҡ. “Ҡы­ҙыу нөктә”лә ыҙа сиккәндәргә гуманитар ярҙам күрһәтеүе – ҙур батырлыҡ. Моғайын да, ауыр­лыҡты үткәндәр, тормоштоң әсе-сөсөһөн татығандар ғына бындай ҡыйыу аҙымды яһай алалыр. Тәүге тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһына 2015 йылдың октябрь айында юлланалар – һауа торошо боҙолған миҙгел, йөк тейәлгән машиналар ауыр ҡуҙғала, юлдың тап тайғаҡ сағы...

– Сәйәхәтебеҙ беҙ көткәнгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ килеп сыҡ­ты, – тип шатлана яугир. – Унан ҡайтыуға тағы шул тараф­тарға йыйына башланыҡ. Ни өсөн тигәндә, бындағы халыҡтың Яңы йылға хөрт әҙерлеген, шыршыға, төрлө биҙәүестәргә, уйынсыҡ­тарға мохтажлығын күреп, әсенеп ҡайттыҡ.

Дөйөм алғанда, Луганскиға бө­тәһе 12 тапҡыр, шуның 7-һен үҙе­нең шәхси автомо­билендә колоннаны оҙатып барырға тура килә уға.
Кемдер “гуманитар ярҙам менән генә сик­ләнәләрме икән” тип уйлауы ла ихтимал.

– Бынан тыш, рухи аҙыҡ ту­раһында ла онотмайбыҙ. 2016 йылдың 13 октябрендә “Луганск Халыҡ Республикаһында “Көйгән биттәр” V халыҡ-ара фестива­ленең шаңдауы” тигән күләмле сара уҙғарҙыҡ, ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллығына арналды, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Унда, әлбиттә, тыныс түгел, шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ рухи күтәрелештә, юҡты бар итеп йәшәргә тырыша, яҡты киләсәккә ышана, йыр-моңдан айырылмай. Шул шатландыра, пулялар һыҙ­ғырып осһа ла, снарядтар шартлап торһа ла, Петровское ҡала­һында Шайморатов майҙанын гөл баҡсаһына әйләндергәндәр, Башҡорт атлылары скверы тәртиптә тотола, халыҡ бер тауыштан хуплағас, хәҙер 22-се урта мәктәп Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. “Луганский экономический союз” йәмәғәт хәрәкәте ағзалары генерал-майор Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе хәстәрләп, акция иғлан иткәнен дә онотмайыҡ.

Луганск тигәндән, ҡыҙыҡлы бер сағыштырыу иғтибарҙы йәлеп итте: Өфөнән Луганск ҡалаһына хәтлем нисә саҡрым? Был араны элек Миңлеғәле Шайморатов дивизияһы менән һыбай үтһә, әле Тимерйән Рәжәпов һәм уның иптәштәре “тимер ат”тарын­да елдерә һуғып барып ҡайтҡан.
Гәзит уҡыусыларҙы әңгәмәсем менән таныштырып үтмәһәм, мәҡәлә тулы булмаҫ кеүек. Уға ошо йүнәлештә һорау бирҙем. Тимерйән Рәжәповтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 1986 йылдың 21 ноябрендә Совет Армияһы сафына алынған. Әйткәндәй, уның тыуған яғы – Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы – күренекле бе­йеүсе Рәшиҙә Туйсина, билдәле моң оҫталары Хөсәйен Әхмәтов менән Нәбиулла Мөстәҡимов, педагог Рәфҡәт Абдуллин һәм башҡа шуның кеүек арҙаҡлы шәхестәргә бай төбәк. Тәүҙә Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында йәш һалдат курсын үткән, унан инде Үзбәкстандың Чирчик ҡалаһына алып килгән­дәр. Бында әҙме-күпме әҙерлек үткәс, көньяҡҡа самолетта осҡан­дар. Ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы, офицерҙар ҡайҙа юлланғанды һалдаттарға һорғолт ергә аяҡ баҫҡансы әйтмәгән. Хәйер, үҙҙәре лә һорашмаған.

– Беҙҙе ҡом бураны ҡаршы ал­ды, күҙҙе лә астырмай, тирә-яҡ­­тан ҡаялы тауҙар уратып алған, шун­да ғына ҡайҙа “ташла­ған­­да­р”­ын һиҙемләнек, – тип һөйләй ул.

Тимерйән Рәжәповҡа “БТР-70” “ҡорос ат”ын ышанып тапшыр­ғандар. 101-се мотоуҡсылар пол­кының бурысы – дивизия менән берлектә дошман һөжүмдәрен кире ҡағыу һәм уларҙы юҡ итеү, колоннаны оҙатып йөрөү. Шу­ларҙың араһында Герат провин­цияһының ҡышлаҡтарына аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле көн­күреш әйберҙәрен таратып йөрөү ҙә йөкмәтелгән. Үҙ бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн Тимерйән Рәжәп улы командование тарафынан “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Совет ғәскәрҙәренә – 70 йыл”, “От благодарного афганского народа”, “За боевое содружество” миҙалдары менән бүләкләнгән. Сик аша тыуған илебеҙгә 1989 йылдың 27 ғинуарында сыҡҡан. Хаҡлы ялға тиклем Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында эшләгән, хәрби дәрәжәһе – капитан.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Билет алмаһа ла, сығарма

Билет алмаһа ла, сығарма 21.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә балаларҙы һалҡында йәмәғәт транспортынан сығарыуҙы тыйған закон ҡабул ителәсәк. “Берҙәм...

Тотош уҡырға 32

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй?

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

“Росстат” Рәсәйҙең иң “ялҡау” төбәктәрен атаны....

Тотош уҡырға 64

Подъезың төҙөкмө?

Подъезың төҙөкмө? 21.03.2019 // Йәмғиәт

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференц-холында "Подъездарҙы капиталь ремонтлау: хыял һәм...

Тотош уҡырға 50

Хата булһа, хәбәр итегеҙ

Хата булһа, хәбәр итегеҙ 21.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан кешеләре февраль өсөн сүп-сар сығарыуға түләүгә квитанция алды....

Тотош уҡырға 64

Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ

Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ 21.03.2019 // Йәмғиәт

Һаҡлыҡ банкы июль айынан яңы хеҙмәт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 89

Ҡыш бирешергә теләмәй

Ҡыш бирешергә теләмәй 21.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан белдереүҙәренсә, иртәгә...

Тотош уҡырға 44

Ыҫлаҡтарға ни етмәй?

Ыҫлаҡтарға ни етмәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ауыл йыйылыштары дауам итә. Элек-электән бындай йыйындар ауылдаштар менән власть...

Тотош уҡырға 46

Иң яҡшы водитель кем булыр?

Иң яҡшы водитель кем булыр? 21.03.2019 // Йәмғиәт

Илеш районында тәүге тапҡыр “Иң яҡшы мәктәп автобусы водителе” конкурсы уҙҙы. Профессиональ...

Тотош уҡырға 37

"Һаумы, 105 йәшем!"

"Һаумы, 105 йәшем!" 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәй. Уға бөгөн 105 йәш тулды!...

Тотош уҡырға 87

Бәхетле булығыҙ, балалар!

Бәхетле булығыҙ, балалар! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин...

Тотош уҡырға 52

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй?

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йылдағыса Бәхет тураһындағы бөтә донъя докладын баҫтырып сығарҙы....

Тотош уҡырға 109

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит...

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Суд ҡарарын үтәмәгән өсөн “Триумф” циркы директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны....

Тотош уҡырға 53