Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Штабной тигән исем алғандар

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!

Өлкәндәрҙән ишеткән риүәйәткә тартым кинәйәле хикәйә хәтергә уйылған. Элек, батша заманында, 25 йыллыҡ әрме хеҙмәтен тултырып, ҡартайып, тыуған төйәгенә ашҡынып ҡайтып төшкән ти һалдат. Һөйгәнен бер ҡосоп һөйөр, балаһын бер күрер өсөн әллә нимәләр бирергә әҙер. Артҡы яҡтан боҫоп ҡына ишек алдына килеп инә, өйөнөң нигеҙенә яҡынлаша. Тик нисек ҡаршы алырҙар, көтәләрме уны? Ошондай икеле-микеле уйҙар башында сыуалыуы етмәгән, күңеле ышанмаҫлыҡ сәйер күренеш менән осраша ул. Кәләшенең ниндәйҙер таныш түгел ир менән ҡара-ҡаршы ултырып, көлөшә-сөкөрҙәшә сәй эскәнен тәҙрәнән ап-асыҡ күрә. “Көтмәгән мине, кейәүгә сыҡҡан...” – сетерекле уй йәшен тиҙлегендәй мейеһенә һөжүм итә. Бындай осраҡта ниндәй аҙым яһарға кәрәклекте көслө зат үҙе генә беләлер. Ишекте ҡапыл асып инеү менән, билдәһеҙ ҡунаҡтың яғаһынан бөрөп тотоп, стенаға бәрмәксе итә. “Улыңды үлтерәһең бит...” – тип әсәй кеше әлдә аралап өлгөрә, юғиһә эш ҙурға китер ине...

Ә бөгөнгө геройыбыҙ, киреһенсә, оҙаҡ хеҙмәт итмәһә лә, һалдат ҡайышын мәлендә таҡҡан. Хеҙмәттәшем – “Башҡортостан” гәзитенең биҙәлеш мөхәррире Нәсих ХӘЛИСОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Оло Ҡыҙыл буйында тыуып үҫкән дуҫым, хатта ул һеҙгә туған да тейеш кеше була, Нәсих ағайым ныҡ йыраҡта хеҙмәт иткән, тип шаярта. Ысынында ике йыл ғүмерең ҡайһы тарафтарҙа үтте?
– Кем икәнен әҙме-күпме тойомлайым, әлбиттә. Ул һәр саҡ ки­нәйә менән һөйләргә ярата. 500 мең һум аҡсаны “ярты милли­он” тип ҡупыртып әйтеүе генә ни тора!

Өфө ҡалаһында художество мәктәп-интернатында (хәҙер Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты) эшләгәндә, ә ул 1981 йылға тура килә, йәшәгән еремә повест­ка килеп төштө. Ил алдындағы бурысты һәр егет үтәргә тейеш ти­гәндән сығып, хәрби комис­са­риатҡа юлландым. Бахырға әйлә­неп, армиянан ҡасып ҡалыу кеүек һатлыҡйән уйҙар башыма инеп тә сыҡманы. Төҙәтмә индерәм: юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес булараҡ, ә мин Баш­ҡорт дәүләт педагогия инстит­у­ты­ның (хәҙер – М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) художество-графика факультетын бөттөм, йыл ярым ғына хеҙмәт итәсәкһең, тип әйттеләр. Хәйер, “йүкә телефон” аша алдан уҡ был турала белә инем инде. Элек спортсы, аш­наҡсы, рәссам һәм башҡа шуның ише белгестәрҙе ситкә ебәрергә тырышманылар.

– Саҡ ҡына ситкәрәк тай­пыл­дыҡ. Шулай итеп, йыл ярым ваҡытың ҡайҙа уҙҙы?
– Әле кем икәнен асыҡ ҡына хәтерләмәйем, военкоматта ҡа­лын кәүҙәле бер офицер, рәссам дуҫтарым Марат Ғәйнетдиновты, Марат Байназаровты һәм мине саҡырып алды ла: “Үҙегеҙҙең аҡ­саға билет алығыҙ ҙа һыпыр­тығыҙ Стәрлетамаҡҡа, һеҙҙе унда дүрт күҙ менән көтәләр”, – тимә­һенме! Өс тағандың автовокзал эскәмйәһендә ултырыуы кисә­геләй күҙ алдымда: йәштәрсә йоҡа кейем, күҙгә төшөп торған еткән сәс, саманан тыш шаярыу, ә күңелдә бер ниндәй ҙә һағыш юҡ, киреһенсә, дәрт урғыла. Беҙ армияға китеп барабыҙ! Стәрлегә төндә генә килеп төштөк, беҙҙе спорт залына йоҡ­ларға һал­дылар. Шул ҡаҡ иҙән­дән башланды ла инде һалдат тормошо. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәйем, армия күңел­дә күңелле хәтирәләр һаҡлай.

– Беҙҙе, мәҫәлән, армия те­лендәге “покупатель”, майор Костенко, Архангельск өлкә­һенең Коряжма ҡалаһына хәт­лем оҙа­тып барҙы, ғәскәри часҡа индереп рота команди­рының ҡулына тапшырмайынса, бер минутҡа ла күҙ яҙлыҡ­тырма­ны. Ә һеҙ нисек инде бер кемдең дә оҙатыуында түгел һәм үҙегеҙҙең аҡсаға?
– Дөрөҫө шул. Әлбиттә, аҙаҡ­тан аҡсаны кире ҡайтарҙылар.

– Студент булғандар – йәшлекте, армияла хеҙмәт ит­кән­дәр тормошто күргән, тиҙәр. Ошо фекергә ҡарашығыҙ нисек?
– Студент саҡ – йәш саҡ, кү­ңелле осор. Белем эстәү, тиҫтер­ҙәрең менән аралашыу, төрлө сараларҙа, төҙөлөш отрядтарында ҡатнашыу, ҡыҫҡаһы, һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Тағы ла шул, иң күп ваҡыт – студентта. Унан айырмалы, армия бөтөнләй бү­тән­сә. Бында талаптар ҙа ҡаты, яуаплылыҡ та көслө. Миңә ҡалһа, студент һәм армия тигән утрау­ҙарҙың икеһенә лә аяҡ баҫырға насип итте, бәхетлемен.

– Ватанға тоғро хеҙмәт итергә ант биреү менән, әрме тормошо башлана. Ошо тантаналы ваҡиғаға 38 йыл ваҡыт үткән, хәтирәләр бер аҙ һүрел­гәнме, әллә шул уҡ көйөнсәме?
– Хәрби ант көнө һәр һалдат өсөн иҫтәлекле лә, ҡәҙерле лә. Уны нисек онотаһың инде! Шул иғтибарға лайыҡ, илгә намыҫлы хеҙмәт итергә ант биреү тексын яттан һөйләнем. Ошо көндән һуң инде үҙеңде бер башҡа үҫкәндәй тояһың, күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уяна.
Йәнә бер ваҡиғаға тиңләрлек күренеш иҫтә ҡалған. Марат Ғәйнетдиновтың кәләше (минең һымаҡ ул да өйләнгәс армияға алынды) күстәнәскә шәкәргә болғанған лимон алып килгәйне, телде йоторлоҡ инде. Уның тәме һаман да тел осонда торғандай.

– Хәҙер нисектер, элек иһә отпуск һәр һалдатҡа ла эләк­мәне. Был йәһәттән бәхет тәтенеме?
– Армияға кәләшем оҙатып ҡалды, ул ауырлы ине. Өҫтәүенә үҙе Башҡорт дәүләт универси­тетының биология факультетында уҡып та йөрөй. Фәриҙә диплом алғас, Ишембай районының Ҡыяуыҡ ауылына эшкә төштө, үҙе тыуған ауылы Йәнырыҫта ата-әсәһендә йәшәй. Стәрле­тамаҡтан Йәнырыҫҡа хәтлем ни бары 38 километр. Ҡул һуҙы­мындай ғына ара – нисек яҡын­дарымды күрмәй түҙергә! Коман­дирҙар ҙа хәлемә ингәндер, на­мыҫ­лы хеҙмәт итеү тураһында һүҙ ҙә юҡ, 18 ай эсендә биш тап­ҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булдым!

– Гел генә “айть-два” баҫып йөрөмәгәнһегеҙҙер бит. Мәрәкә хәлдәр ҙә иҫегеҙҙәлер...
– Сығышы Алма-Атанан бул­ған взвод командиры урынбаҫары була торғайны. Ҡараштары бөр­көт­­төкөнән кәм түгел, имән шикелле дәү кәүҙәле, көрәктәй устар... Ни сәбәптәндер уның менән хеҙмәттәшем араһында бәхәс ҡупты. Кемдең көслөрәк икәнен асыҡлау өсөн һүҙгә килешкәндәр. Шул ваҡыттарҙа тәмәке тартыуҙы ташлап ҡына йөрөй инем һәм спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлағайным. Күп тә үтмәне, мине өгөтләй башланылар. “Кем еңелә, шул кеше взводтағы һәр һалдатты бер стакан ҡаймаҡ менән һыйлай”, – тип ҡысҡырҙы аранан берәү.

Бәйге майҙансығы әҙер, һал­даттар беҙҙе уртаға ҡалдырҙы, хатта әҙ генә сигенеп, алыш урынын киңәйтте. Ҡыҫҡаһы, ул – 18, ә мин 32 тапҡыр отжимание яһап, алдынғылыҡты бирмәнем. Етмә­һә, арҡаға 32 килограмлыҡ гер һа­лын­ған. Һүҙ ҙә юҡ, ҡаҙаҡ еңе­леүен таныны, уның был аҙымын егетлек тип ҡабул ҡылдыҡ, етмәһә, әйткән һүҙ – атҡан уҡ, тигәндәй, казар­маға бер йәшник күтәреп килеп инде. Иң ҡыҙығы, бөтәһе лә рәхәтләнеп ҡаймаҡ ашай, ә минең тамағым шешкән, ни эшләргә лә белмәйем. Онотоп торам, туң ҡаймаҡ һатҡандар уға. Ни булһа ла булыр, тинем дә тегеләргә ҡушылдым. Ғәжәп, нисәмә көн буйы бер йотом һыу эскәндә лә ауыртҡан тамағым үҙен белдер­һәсе! Иртән йоҡонан тороуыма сир ҡул менән һыпырып ташла­ғандай бөткән дә ҡуйған.

“Айть-два” тигәндән, беҙ хеҙ­мәт иткән часта кесе офицерҙар әҙер­ләйҙәр ине, йәнә самолет тө­ҙөлөшөнә уҡыттылар, бында ярты йыл ғына булған курсант­тарҙы артабан бүтән частарға тараталар. Ә беҙ иһә һәр саҡ бер урында, “штабной” тигән исем дә тағылды хатта. Майор Николошин яуаплы бурыстар йөкмәт­те. Ленин бүлмәһен, ҡорал палатаһын һәм башҡа урындарҙы биҙәү – беҙҙең өҫтә. Ҡалаға увольнениеға сығыуҙы көтөп алдыҡ, унда тормош бөтөнләй башҡаса.

– “Владивостокта хеҙмәт итеүемә һис кенә лә зарланмайым, сөнки Алыҫ Көнсы­ғышты тағы ҡасан барып күрер инем әле”, – тип атайымдың шатланғаны иҫемдә. Кем әйтмешләй, Нәсих Хөббөтдин улы, һин кәртә артында ғына йөрөгәнһең...
– Ситтә булмаһам да, үкенеү кеүек тойғо күңелдә бөтөнләй юҡ. Кәләшем бынан йыраҡ түгел, баламды күреү генә түгел, ә ҡу­лыма алып тупылдатып яратыу бәхете кисерәм. Әсәйем Гөлнур Яхъя ҡыҙы менән Өфөлә осраш­тыҡ.

– Ҡатынығыҙ менән ике баланы аяҡҡа баҫтырҙығыҙ, башлы-күҙле иттегеҙ, Айһылыу һәм Әлфиә исемле ҡыҙҙа­ры­ғыҙҙан ҡәҙер-хөрмәт күреү – ҙур бәхет, ейән-ейәнсәр­ҙә­регеҙҙе һөйөү иһә күңел бөтөн­лөгөнә килтерә, кейәүҙәрегеҙ улдарға биргеһеҙ. Ул тигәндән, малайығыҙ булһа, армияға ебәрер инегеҙме?
– Шәхсән армия мине йый­наҡлыҡҡа, йылдамлыҡҡа өйрәтте. Улдарым булһа, бәләкәйҙән спорт секцияларына йөрөтөр һәм армияға мотлаҡ ебәрер инем, әлбиттә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Билет алмаһа ла, сығарма

Билет алмаһа ла, сығарма 21.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә балаларҙы һалҡында йәмәғәт транспортынан сығарыуҙы тыйған закон ҡабул ителәсәк. “Берҙәм...

Тотош уҡырға 32

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй?

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

“Росстат” Рәсәйҙең иң “ялҡау” төбәктәрен атаны....

Тотош уҡырға 64

Подъезың төҙөкмө?

Подъезың төҙөкмө? 21.03.2019 // Йәмғиәт

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференц-холында "Подъездарҙы капиталь ремонтлау: хыял һәм...

Тотош уҡырға 50

Хата булһа, хәбәр итегеҙ

Хата булһа, хәбәр итегеҙ 21.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан кешеләре февраль өсөн сүп-сар сығарыуға түләүгә квитанция алды....

Тотош уҡырға 64

Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ

Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ 21.03.2019 // Йәмғиәт

Һаҡлыҡ банкы июль айынан яңы хеҙмәт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 89

Ҡыш бирешергә теләмәй

Ҡыш бирешергә теләмәй 21.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан белдереүҙәренсә, иртәгә...

Тотош уҡырға 44

Ыҫлаҡтарға ни етмәй?

Ыҫлаҡтарға ни етмәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ауыл йыйылыштары дауам итә. Элек-электән бындай йыйындар ауылдаштар менән власть...

Тотош уҡырға 46

Иң яҡшы водитель кем булыр?

Иң яҡшы водитель кем булыр? 21.03.2019 // Йәмғиәт

Илеш районында тәүге тапҡыр “Иң яҡшы мәктәп автобусы водителе” конкурсы уҙҙы. Профессиональ...

Тотош уҡырға 37

"Һаумы, 105 йәшем!"

"Һаумы, 105 йәшем!" 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәй. Уға бөгөн 105 йәш тулды!...

Тотош уҡырға 87

Бәхетле булығыҙ, балалар!

Бәхетле булығыҙ, балалар! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин...

Тотош уҡырға 52

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй?

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йылдағыса Бәхет тураһындағы бөтә донъя докладын баҫтырып сығарҙы....

Тотош уҡырға 109

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит...

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Суд ҡарарын үтәмәгән өсөн “Триумф” циркы директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны....

Тотош уҡырға 53