Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Улар беҙгә – үрнәк

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра.

...Тик һеҙ аптырамағыҙ: Ер йөҙөндә ике һөнәр эйәһе – рәссам һәм көтөүсе – беҙ хыялда ғына йөрөткән ысын ирекле тормошта йәшәй һымаҡ тойола миңә. Рәссамдың уйҙары заман ҡалыптарына ғына һалынһа, ул бер ваҡытта ла быуаттар аша атлап уҙырлыҡ, был донъянан киткәс тә, меңәрләгән кешене һоҡландырырлыҡ картиналар яһай алмаҫ ине. Уның ҡараштары даирәһе беҙҙе көндәлек тормошта үҙенә буйһондороп, күҙебеҙҙе бәйләп торған сәйәси ҡанундарға, матди байлыҡҡа бәйле түгел шул.

Ә көтөүсе? Уның да ҡараш­тары ҡаршылыҡтарға юлыҡма­йынса тирә-яҡтағы матурлыҡҡа күҙ һала. Ул йәй буйына хәтфә үләнгә, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә, зәп-зәңгәр күк йөҙөнә туйғансы ҡарай, йыл әйләнәһенә ирекле шарттарҙа йәшәй һәм эшләй. Көн буйы сыбыртҡыһын шартлата-шартлата көтөү ҡыуа. Ә көтөүен ашатып, ялға туҡтағас, саф шишмә һыуынан сәй ҡай­натып, киндер ашъяулығын ағас күләгәһенә йәйеп, ҡырын төшөп ятып, тәмләп-тәмләп сәй эсә. Бын­дай бәхет ҡайһыбыҙға эләгә әле! Ошо ваҡытта бөтөн Ер йөҙө һый өҫтәле һымаҡтыр. Әгәр ҙә малдары борсомаһа, ашап туй­ғас, шунда уҡ ергә бишмәтен йә­йеп, бер аҙ серем итеп тә ала ул, сөнки ял иткән ваҡытта кө­тө­үен һаҡлап тороусы тоғро дуҫы – эте бар. Ә аҫтында йәнһеҙ карауат түгел. Ер көс тә, хәл дә, ял да бирә! Тирә-яҡтағы мең төрлө үләндәрҙең хуш еҫе тынысландырып ебәрә. Һәр беребеҙ белә: саф һауала бер аҙ серем итеп алһаң, йоҡоң да туя, ерҙең бөт­мәҫ-төкәнмәҫ ҡеүәтле энергияһы ла үҙеңә күсә...

Хәйер, ошо ябай ғына һөнәрҙе һайлаған кешеләр үҙҙәренә ҙур бәхет эләккәнен, тотош ғаләм, тәби­ғәт менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙары тураһында, бәлки, уйланмайҙыр ҙа. Көн буйы елдә елләп, ҡояшта ҡыҙынып, ысыҡ тамсыларын кисеп, эшләп тик йө­рөйҙөр...

Ейәнсура районы­ның “Ейән­сура” һарыҡсылыҡ совхозында ил күләмендә дан тот­ҡан, яҡшы сифатлы йөн һарыҡ­тарын үрсетеү кәсебе ныҡ үҫеш­кән йылдарҙа көтөүсе һөнәре бик тә маҡтаулы, хөрмәтле ине. Беҙ­ҙең ҙур булмаған Биштирәк ауылында ғына ла ике һарыҡсылыҡ фермаһы булды. Был эштә ғаилә­ләре менән эшләүселәр ҙә күп ине. Бер нисә тиҫтә йыл эсендә район, республика күләмендә дан яулаған, орден-миҙалдарға, маҡ­тау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған бер нисә быуын хеҙмәт геройҙары плеядаһы барлыҡҡа килде.

Улар араһында атайым Ғәзиз­йән Ғәйзулла улы Ҡәҙербәков та бар. Ул ғүмер буйы көтөүсе булып эшләне, хеҙмәте өсөн миҙал­дарға, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Ғүмер буйы көтөүсе булып эшләһә лә, һәр һүҙе аҡыллы, төплө ине. Ете баланың береһе лә уның иғтиба­рынан ситтә ҡалманы. Һәр саҡ уҡыуыбыҙҙы тикшереп, тәртибе­беҙҙе белешеп, кәрәк булһа, шелтә яһап йә маҡтап ала ине.

Байыш ауылының алдынғы һа­рыҡ көтөүсеһе Кирәй ағай Ҡош­ҡонбаев та ғүмерен ошо һөнәр­гә бағышланы. Улы Әҙел­ханды үҙе менән яланға алып сыҡҡанда, ул да ошо һөнәргә эйә булыр тип уйла­мағандыр. Һуғыш осоро балалары елкәһенә төшкән бар­лыҡ ауырлыҡтарҙы үткән, аслы-туҡлы йәшәүҙе татыған, 12 йәшенән “Ейәнсура” һарыҡсылыҡ совхозында хеҙмәт юлын баш­лаған Әҙелхан Кирәй улы Ҡош­ҡонбаев тормош юлын райондың маҡ­таулы гражданы, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, күп һанлы миҙал­дарға лайыҡ булған алдынғы көтөүсе булып тамамлай.

Был ҡаҙаныштарға өлгәшеү менән бер рәттән, күп балалы ғаиләгә ышаныслы атай ҙа була. Ул Биштирәк ауылы ҡыҙы Зияш апай менән өйләнешеп, Иҙел­бәктә төпләнә. Был ауылда улар гөрләтеп тормош көтөп, һигеҙ балаға ғүмер бүләк итеп кенә ҡалмай, лайыҡлы улдар һәм ҡыҙҙар итеп тәрбиә­ләйҙәр, белем бирәләр. ”Атанан күргән – уҡ юнған”, тигән халыҡ. Улдары ла атай кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға, үҫеп килгән балаларына ла оло һүҙен тыңларға үрнәк күрһәтә.

Ғүмер аҡҡан һыуҙай, иҫкән елдәй үтә – Әҙелхан ағай 90 йәшенә етеп килә. Ғүмер юлын бергә үткән, бөтөн шатлыҡ-хәсрәт­тәрҙе уртаҡлашҡан Зияш апай, уны яңғыҙ ҡалдырып, өс йыл элек гүр эйәһе булды. Бер быуатҡа яҡын йәшәгән, өйөп ҡуйһаң, бейек тауҙай эштәр башҡарған кеше бөгөн нисек йәшәп ята? Һис шикһеҙ, “ал да гөл”. Ошо ябай ғына һүҙҙәр кешенең асылын, йәшәү девизын сағылдыра. Был Әҙел­хан ағайҙың “хәлегеҙ нисек” тип һорағанда һәр ваҡыт бирә торған яуабы икән. Уйы ниндәй, тормошо ла шулай икәнен уның ейәнсәре Эльвина олатаһы тураһында ғорурланып, йылы хистәр менән яҙғандан аңланым: “Ҡартатайым әле кесе улы Азаматтың ғаилә­һендә, Иҙелбәктә йәшәй. Ул элеккесә иртәнән кискә тиклем – хәрәкәттә. Эшһеҙ тора алмай. Йылҡы үрсетеү менән шөғөл­ләнгән улына ярҙам итә. Хәрәкәт, физик эш уға ныҡлы булырға, йәшәргә ярҙам итә.

Әҙелхан олатайҙы яратып, хөрмәт итеп торған ун дүрт ейән-ейән­сәре, ун ете бүләһе бар. Бере­һенең дә исемен бутамай, бары­быҙҙы ла һағынып көтөп тора. Беҙ бәләкәй саҡта беҙҙең менән уйнарға ярата ине, хәҙер бүләсәр­ҙәре менән “мәж” килә. Уларға ағастан төрлө уйынсыҡтар яһай. Беҙҙең балалар, ҡалаға ҡайтҡас, уларҙы иптәштәренә күрһәтеп, “иң шәп ҡартатай яһап бирҙе” тип маҡтана. Әйткәндәй, ҡарта­тайҙың исеме ҡушылған Әҙел исемле ейәне үҫеп килә. Уның да фамилияһы – Ҡошҡон­баев. Ә тағы бер ейәненә ул Батырхан тигән исем ҡушты. Ҡартатайыбыҙ бик әүҙем, Аллаға шөкөр. Беҙгә бик ҡәҙерле, уның менән ғорурланабыҙ”.

Эльвинаның һүҙҙәрен ошо ауылда йәшәгән апайым да ҡеүәтләне:
– Әҙелхан ағай ауылыбыҙҙың тағы бер алдынғы, данлыҡлы көтөүсеһе, ике орденға лайыҡ булған, районыбыҙҙың почетлы гражданы тигән маҡтаулы исем йөрөткән Шакир ағай Көҙәнбаев менән дуҫ. Улар аралашып, үҙ-ара ярҙам итешеп йәшәй. Ошо ике аҡһаҡал матур итеп кейенеп, тура баҫып, ғорур атлап урамдан үтһә, нисектер йәшәү уғата күңелле булып китә. Улар – беҙгә үрнәк. Барыбыҙға ла ҡартайған саҡтарыбыҙҙа шулай күркәм кешеләр булып ҡалырға яҙһын, – тине апайым.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Билет алмаһа ла, сығарма

Билет алмаһа ла, сығарма 21.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә балаларҙы һалҡында йәмәғәт транспортынан сығарыуҙы тыйған закон ҡабул ителәсәк. “Берҙәм...

Тотош уҡырға 32

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй?

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

“Росстат” Рәсәйҙең иң “ялҡау” төбәктәрен атаны....

Тотош уҡырға 64

Подъезың төҙөкмө?

Подъезың төҙөкмө? 21.03.2019 // Йәмғиәт

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференц-холында "Подъездарҙы капиталь ремонтлау: хыял һәм...

Тотош уҡырға 50

Хата булһа, хәбәр итегеҙ

Хата булһа, хәбәр итегеҙ 21.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан кешеләре февраль өсөн сүп-сар сығарыуға түләүгә квитанция алды....

Тотош уҡырға 64

Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ

Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ 21.03.2019 // Йәмғиәт

Һаҡлыҡ банкы июль айынан яңы хеҙмәт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 89

Ҡыш бирешергә теләмәй

Ҡыш бирешергә теләмәй 21.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан белдереүҙәренсә, иртәгә...

Тотош уҡырға 44

Ыҫлаҡтарға ни етмәй?

Ыҫлаҡтарға ни етмәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ауыл йыйылыштары дауам итә. Элек-электән бындай йыйындар ауылдаштар менән власть...

Тотош уҡырға 46

Иң яҡшы водитель кем булыр?

Иң яҡшы водитель кем булыр? 21.03.2019 // Йәмғиәт

Илеш районында тәүге тапҡыр “Иң яҡшы мәктәп автобусы водителе” конкурсы уҙҙы. Профессиональ...

Тотош уҡырға 37

"Һаумы, 105 йәшем!"

"Һаумы, 105 йәшем!" 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәй. Уға бөгөн 105 йәш тулды!...

Тотош уҡырға 87

Бәхетле булығыҙ, балалар!

Бәхетле булығыҙ, балалар! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин...

Тотош уҡырға 52

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй?

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йылдағыса Бәхет тураһындағы бөтә донъя докладын баҫтырып сығарҙы....

Тотош уҡырға 109

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит...

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Суд ҡарарын үтәмәгән өсөн “Триумф” циркы директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны....

Тотош уҡырға 53