Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәнүзәнең бәхет сере
Тормоштоң бар тәмен татып, тирә-яҡтағыларға бәхет өләшеп йәшәүселәр арабыҙҙа бихисап. Улар менән аралашҡанда күңел күге күтәрелеп киткәндәй тойола. Мәҡәләм геройы Фәнүзә Зөлҡәрнәева – тап шундайҙарҙың береһе.

Ул Учалы районының Рысай ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Әсәһе Ғәфиҙә Заһиҙулла ҡыҙы фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитарка булып эшләй. Атаһы Сәғитйән Хәкимйән улы Бөйөк Ватан һу­ғышында ҡатнаша, Курск дуғаһы өсөн алыш­та ҡаты яраланып ҡайта. Яҡынының һыҙланғанын күреп үҫкән ҡыҙҙа кескәй генә сағынан уҡ “ҙурайғас мотлаҡ табип булып, кешеләрҙе дауалаясаҡмын” тигән хыял тыуа. Маҡсатын ғәмәлгә ашырыу өсөн бала сағынан тырыша ҡыҙ – яҡшы уҡый, бигерәк тә биология фәнен үҙ итә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, спорт менән дуҫ була. Күрше Сәфәр ауы­лы мәктәбендә урта белемгә эйә булғас, Фәнүзә Златоуст медицина училищеһына уҡырға инә. Бында ла һынатмай ул, буласаҡ һөнәренең серҙәренә ентекле төшөнөү өсөн бар тырышлығын һала.

Дипломлы белгесте Силәбе ҡалаһына эшкә йүнәлтәләр. Алты йыл 1-се ҡала балалар дауаханаһында эшләй ул. Тап Силәбелә ғүмерлек мөхәббәте Тәүфиҡты осрата. Исеме есеменә тура килеп торған итәғәтле, тыйнаҡ егет тәү күреүҙә күңеленә ята Фәнүзәнең, уның яҡташ булыуы йәштәрҙе тағы ла яҡынайта. Ахун ауылы егете, геология техникумын тамамлап, һөнәре буйынса техник-разведчик булып эшләй. Дүрт йыл дуҫлашып йөрөгәс, яҙ­мыш­тарын бергә бәйләп, Фәнүзәгә 25 йәш тулған көндә гөрләтеп туй үткәрә йәштәр. Шул осорҙан алып 13 апрелдә Зөлҡәр­нәевтәр ике байрамды бер юлы билдәләй.

1985 йылда йәштәр Учалыға яҡын ғына урынлашҡан Межозерный ҡасабаһына күсеп килә. Кескәйҙәр менән эшләп, байтаҡ тәжрибә туплаған, уларҙы бар йөрәге менән яратҡан, нескә күңелле Фәнүзәне балалар баҡсаһына шәфҡәт туташы итеп саҡыралар. Тәүфиҡ та һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары һәм улдары донъяға килә. Ата-әсәләренә оҡшап, бала саҡтарынан егәрле, уңған булып буй еткерә улар.
Яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, спортты үҙ итеп, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап үҫкән Юлисә менән Данисҡа юғары уҡыу йорттарында уҡыу бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Инженер-механик, дизайнер һөнәрҙәрен үҙләштергән Юлисә үҙе хәҙер әсәй булып, ул үҫтерә. Данис – мәғлүмәт технологиялары буйынса белгес, әлегә өйлән­мәгән. Икеһе лә Силәбелә йәшәһә лә, тыуған йорттарына йыш ҡайтып торалар. Бигерәк тә йәй айҙарында йәшелсә-емеш емерелеп уңған, гөл-сәскәгә күмелгән баҡса­ларында ял итеүҙе өҫтөн күрә улар. Хәйер, ҡыш көнө лә Зөлҡәрнәевтәрҙең күркәм фатиры сәскәләрҙән өҙөлмәй, хужабикә ҡарап үҫтергән цикламендар йыл дауамында хуш еҫ бөркөп, матурлыҡ өләшә.

Ғүмер көҙөнә яҡынлашҡас, Фәнүзәнең тағы бер һәләте асыла – ул шиғырҙар яҙа башлай. Тәүҙә яҡындарына ғына уҡып ишеттерә, бер нисә ижад емеше район гәзитендә баҫылып сығып, Учалы Яҙыусы­лар ойошмаһы тарафынан фатиха алғас, ҡанатланып, үҙнәшер менән “Беҙҙең усаҡ” һәм “Арба юлы” китаптарын сығара. Тормош асылы, бала саҡ, мөхәббәт, туғанлыҡ ептәре тураһындағы шиғырҙарын әҙәбиәт һөйөүселәр яратып ҡабул итә. Бөгөн Фәнүзә Зөлҡәрнәеваның 25 шиғырына йырҙар ҙа яҙылған. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Резеда Әминева, Гүзәл Үлмәҫҡолова һәм үҙешмәкәр композитор Рәзидә Әхмәтова башҡарыуында улар йыш яңғырай.

Интернет селтәрендә иркен йөҙгән Фә­нүзә Сәғитйән ҡыҙы социаль селтәр­ҙәрҙә ойошторолған төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Былтыр сәсәндәр бәйге­һендә призлы урынға лайыҡ була ул, Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғы алып, тәжрибә туплай, “Ашҡаҙар” радиоһы үткәргән әйтештә лә һынатмай.

Төп эшендә лә алдынғылар сафында мәҡәлә геройым. Дүрт тиҫтә йыл медицина өлкәһендә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялда булһа ла, бөгөн дә аҡ халатын сисмәгән Фәнүзә ханым. Балаларҙы ул дарыу менән генә түгел, яғымлы һүҙе, мөләйем ҡарашы менән дә дауалай, хеҙмәттәш­тәре, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә үҙен. Уның хеҙмәте Силәбе өлкәһе Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы һәм төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.

Бер урында тапаныуҙы үҙ итмәгән ханым әүҙем ялды өҫтөн күрә. Буш ваҡыттарында саңғыла шыуа, скандинав йөрөшө менән даими шөғөлләнә. Йыл һайын Ирәмәлгә күтәрелеп, дәрт-көс алыуҙы ла традицияға әйләндергән Зөлҡәрнәевтәр.

– Тормош ҡатмарлы булһа ла, бөтә нәмә кешенең үҙенән тора, яҙмышын һәр кем үҙе төҙөй, – ти ябай ғына нәмәнән дә йәм табып, һәр көнгә шөкөр итеп йәшәргә күнеккән Фәнүзә Сәғитйән ҡыҙы. Уның был фекере шиғырҙарында ла сағыла.

Тормош ул бик ҡатмарлы...
Кемдер – бай, кемдер – ярлы.
Тормош ул шундай серле...
Кемдер – һау, кемдер – сирле.
Тормош ул шундай ирмәк...
Кем – яңғыҙ, кемдер – күмәк.
Тормош ул мең-мең ҡатлы,
Кем – ябай, кемдер – затлы.
Нисек кенә булмаһын,
Тормош ул бик-бик татлы!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 14

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 29

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 31

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 27

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 38

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 41

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 91

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 117

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 32

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 25

Полицияға яла яҡһаң ...

Полицияға яла яҡһаң ... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Роман Деев Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 39