Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Венера апайҙың буҙаһы туҡлыҡлы һәм шифалы
Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе – буҙаға һорау ҙур. Уны ҡунаҡ саҡырыуға, туй һәм тыуған көндәр тантаналарын үткәреүгә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу өсөн файҙаланалар. Һәр кем буҙаны үҙенсә әҙерләй, буҙа оҫталарының үҙ сере бар.

Сибай ҡалаһында йәшәãәí Венера Йәнбәкова халҡыбыҙҙың шифалы эсемлеген әҙерләүенә лә бай­таҡ йылдар үткән. Тап уның “әбйәлилдәрсә” генә эш­ләнгән буҙаһы һыуһынды ҡандыра, йәнгә сихәт бирә.

– Мин үҙем Әбйәлил райо­ны­ның Хәлил ауылында тыуып үҫкәнмен. Әсәйем – Күсем ауылы ҡыҙы, данлы Таһир Күсимов нәҫе­ленән. Бала саҡтан әсәйемдең буҙа ҡойғанын күреп үҫтек. Шифалы ризыҡты Әбйәлил районы­ның милли эсемлеге тип атағанда ла дөрөҫ булыр. Уның сере ябай. Мин дә әсәйем кеүек, буҙаны шыттырылған бойҙай менән һолонан эшләйем. Шуға күрә ул, башҡаларҙыҡынан айырмалы, күпереп тора. Һуңғы ваҡытта уны геркулестан ҡойоусылар йышай­ҙы. Улай итеп эшләргә лә мөмкин, әммә халҡыбыҙ боронғо эсемлекте һоло һәм бойҙай шыттырып яһаған. Шуға күрә кемдер минең кеүек эшләһә лә, килеп сыҡмаһа, үпкәләмәһен, тип кенә иҫкәртеүем. Сөнки өйрәтеп тә килештерә алмаһалар, бер серен әйтмәй ҡалдырғанһығыҙ, тип үпкәләгән хужабикәләр бар.


Самалап бойҙай менән һолоно шыттырырға ултыртам. Шытымдар сыҡҡас, уны ит турағыс аша үткәрәм. Артабан иҙмәне һыуға һалып, шыйыҡ бутҡа бешерәбеҙ. Аҙ ғына һыйыр йәки һарыҡтың эс майын өҫтәйем, аҙыраҡ сүпрә һалам. Шуларҙы бергә ҡайнатып сығарғандан һуң һыуытырға ултыртам. Бер тәүлек үткәс, тәүҙә эре һөҙгөстән, аҙаҡ вағынан һөҙәм. Ике тапҡыр һөҙгәндән һуң, буҙа күпереп тора. Ошонан һуң уны эсергә була, – ти буҙа яһау оҫтаһы.

Тәүҙәрәк Венера Әнүәр ҡыҙы эшләгән буҙаларын туғандарына һәм таныштарына тарата. Аҙаҡ уны һораусылар күбәйә, бигерәк тә буҙаның ашҡаҙан, йөрәк-ҡан ауырыуҙарына дауа икәнлеген белеүселәр алдан заказ бирә. Эшләп өлгөрт кенә, ти ул. Һуңғы йылдарҙа иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткән туй мәжлестәре, төрлө юбилей тантаналары өсөн буҙа һора­тыусылар арта ғына бара. “Хаҡлы ялда булғанда, ниңә эшләмәҫкә? Табышлы ла, файҙалы ла”, – тип йылмая әңгәмәсем.

Шулай уҡ Венера Йәнбәкова һораусыларға ҡомалаҡтан икмәк һәм сәк-сәк бешерә. Оҫта кеше бар яҡлап маһир тигәндәй, геройымдың үҙ ҡулдары менән яһаған түшелдерек-селтәр, хәситә һәм ҡашмауҙар хаҡында айырым яҙырға мөмкин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республика етәксеһенән – яҡшы баһа

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе....

Тотош уҡырға 45

Белореттар ҡор йыйҙы

Белореттар ҡор йыйҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белоретта район башҡорттары ҡоролтайы үтте....

Тотош уҡырға 23

"Инорстан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ"

"Инорстан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ" 19.03.2019 // Йәмғиәт

“Инорс Өфөнөң башҡа райондарынан бер ниһе менән дә кәм түгел, һәм унан Бронкс яһарға юл...

Тотош уҡырға 24

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белорет районында “Полиция һәм балалар” тип аталған иҫкәртеү операцияһы башланды....

Тотош уҡырға 41

Айыу балаларына исем эҙләш!

Айыу балаларына исем эҙләш! 19.03.2019 // Йәмғиәт

Быйыл айыуҙар ҡышҡы йоҡоһонан иртәрәк уянған. Өфө вольер хужалығында Маша ҡушаматлы йыртҡыстың...

Тотош уҡырға 40

“Начальник” өҫтөнән суд башланды

“Начальник” өҫтөнән суд башланды 19.03.2019 // Йәмғиәт

Өфө ресторандарына шылтыратып, үҙен Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт...

Тотош уҡырға 50

“Бөтә нәмә күркәм булырға тейеш”

“Бөтә нәмә күркәм булырға тейеш” 19.03.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Тыныслыҡ урамындағы 62-се йортта йәшәгәндәр менән...

Тотош уҡырға 41

Сәйнүк мажараһы

Сәйнүк мажараһы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары...

Тотош уҡырға 40

Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы

Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн — һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсе моряктар көнө....

Тотош уҡырға 33

Өс осрашыу

Өс осрашыу 19.03.2019 // Йәмғиәт

“Көнөмдө донъяға сәләм биреүҙән башлайым”....

Тотош уҡырға 63

Фатир һатыу тыйылды

Фатир һатыу тыйылды 19.03.2019 // Йәмғиәт

Өфөнөң Киров районы прокуратураһында “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексындағы 400-гә яҡын...

Тотош уҡырға 46

Тәнде генә түгел, йәнде йылыта

Тәнде генә түгел, йәнде йылыта 19.03.2019 // Йәмғиәт

Яҡташтарының оло ғорурлығы булған Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында бәләкәй генә Емештең...

Тотош уҡырға 58