Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һәр төбәк үҙенең әүҙем, эшһөйәр шәхестәре менән ғорурлана. Билал ауыл биләмәһендә лә ундай кешеләр етерлек. Шуларҙың береһе – ауыл китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатова. Уны мәҙәниәт хеҙмәткәре, хәбәрсе булараҡ та район халҡы яҡшы белә, ауылдаштары ла ихтирам итә. Ул күптән үҙенең ябайлығы, эшен яҡшы белеүе, ярҙамсыллығы менән һәр кемдең күңеленә үтеп ингән, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған.

Райхана Булатова Өфө китапханасылар техникумын тамамлағандан һуң Билалға китапханасы булып эшкә килә. Шул көндән алып, инде 30 йылдан ашыу, һөнәренә тоғро. Әлбиттә, әҙәбиәткә, китапҡа һөйөүе булмаған кеше бындай тынғыһыҙ эштә артыҡ тора алмаҫ ине. Үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән китапханасы һәр килгән кешегә китап биреп кенә ҡалмай, рухи аҙыҡ та өләшә, аҡыллы кәңәштәрен дә бирә. Ауыл китапханаһына күберәк инәй-олатайҙар, мәктәп уҡыусылары, ялға ҡайтҡан студенттар килә. Уларҙы Райхана Эдуард ҡыҙы һәр ваҡыт шатланып ҡаршы ала.

Ауылда îéîøòîðîëғàí бер мәҙәни сара ла унһыҙ үтмәй. Район кимәлендә ниндәй генә конкурстар, акциялар óҙìàһûí һәр саҡ ихлас ҡатнаша, ауылдаштарын йәлеп итә. Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, һәр саҡ бергәләшеп, ҡайнап йәшәй. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла аҙағына еткермәйенсә, маҡсатына ирешмәйенсә ҡуймай. Уның баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте ауылда ғына түгел, районда ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. 2002 йылда район китапханасылар конкурсында, шул уҡ йылда Учалыла “Тыуған яҡҡа һәм туған телгә һөйөү” номинацияһында еңеү яулай, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. Бынан тыш, район, ауыл хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнә. Үткән йыл геройым өсөн үтә лә уңышлы булды: “Йәшлек” гәзитенең йыллыҡ лауреаты, “Атайсал” гәзите ойошторған “Урал аръяғының иң яҡшы йөҙ ғаиләһе” конкурсында матур ғаиләләрҙе күп яҡтыртҡаны өсөн “Иң яҡшы автор” номинацияһында еңеү яулай.
“Башҡортостандың иң яҡшы китапханаһы” бәйгеһендә ҡатнашып, төрлө номинацияларҙа билдәләнә. Иң мөһиме – китапханаға уҡыусыларҙы йәлеп итеү маҡсатында төрлө осрашыуҙар үткәрә. Яҙыусыларҙы саҡырһынмы, редакция журналистары менән осрашһынмы – барыһына ла өлгөрә, һәммәһен күңелен һалып ойоштора.

Билал ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ойош­маһы етәксеһе Илдүсә Әминева менән берлектә “Әйберҙәр банкы”н ойоштороп, мохтаждар өсөн ҙур эш башҡаралар. Бигерәк тә балалар әйберенә ихтыяж ҙур, ауыл халҡы был эштә ҙур теләк менән әүҙем ҡатнаша. Быйыл Райхана Булатова йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалды. Баймаҡ районының биләмә-ара китапханаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 изге эш” проектын тәҡдим итте. Район үҙәгенән ҡайтып та өлгөрмәй, ауылдағы әүҙем ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙарының береһе Миләүшә Әминева Райхана Эдуард ҡыҙына шылтыратып, күңелендә йөрөткән уйы менән уртаҡлаша. Уйҙар берләшә, фекерҙәр берегә. Билалдың тәүге изге эше атҡарыла: эшҡыуар Миләүшә Әминева үҙенең класташының ғаиләһенә күстәнәстәр алып барып тапшыра. Райхана Булатова әҙәбиәт һөйөүселәр араһында ла “Һәр кем уҡырға тейеш 100 башҡорт китабы” акцияһын башлай. Был изге эшкә тағы икенсеһе ҡушыла. Быныһы “Уҡыған китабың тураһында дуҫы­ңа хат” тип атала. Проектҡа ҡушылыусы мәк­тәп коллективы һәм уҡыусылары бер-береһенә әллә күпме хат яҙа, китаптар хаҡында йылы һүҙҙәр әйтелә, тәьҫораттар сағыла.

Әйҙәүсеһе булғас, эйәреүселәр табыла тора: оло йәштәгеләрҙең йорт алдын ҡарҙан таҙартыу булһынмы, гәзит-журналдарға яҙылыу һәм уны таратыуҙы ойоштороумы, “Китапханаға китап бүләк ит!” акцияһында ҡатнашыумы – барыһын да дәртле һәм үҙ эшен яратҡан ауыл китапханасыһы алып бара. Әйткәндәй, ауылдың иң оло аҡһаҡалы 83 йәшлек Сәлимйән Ғайсин, акция хаҡында ишетеп, үҙенең шәхси китапханаһынан 50 дана китап бүләк итә. Әлбиттә, билалдар башҡарған бар изге эштәрҙе һанап сығыу мөмкин дә түгел.

Шәхси тормошонда ла уңа геройым. Йәшләй яратып өéëәíåøêәí тормош иптәше Радмир Булатов менән өс балаға ғүмер биреп, бәхетле тормош көтә. Бөгөн уларҙың бәхетен тулыландырып кескәй ейәнсәрҙәре Камила үҫә. Бәләкәс улдары Юлдаш та әсәһе кеүек әҙәбиәтте һәм ижадты ярата. “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе. Ҡыҙҙары Ләйсән мәктәптә уҡып йөрөгән ваҡытында уҡ, ситтән тороп Өфө кооператив техникумында белем ала. Артабан да ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ижади үрҙәр юлдаш булһын ауыл китапханасыһына.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республика етәксеһенән – яҡшы баһа

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе....

Тотош уҡырға 42

Белореттар ҡор йыйҙы

Белореттар ҡор йыйҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белоретта район башҡорттары ҡоролтайы үтте....

Тотош уҡырға 19

"Инорстан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ"

"Инорстан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ" 19.03.2019 // Йәмғиәт

“Инорс Өфөнөң башҡа райондарынан бер ниһе менән дә кәм түгел, һәм унан Бронкс яһарға юл...

Тотош уҡырға 19

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белорет районында “Полиция һәм балалар” тип аталған иҫкәртеү операцияһы башланды....

Тотош уҡырға 39

Айыу балаларына исем эҙләш!

Айыу балаларына исем эҙләш! 19.03.2019 // Йәмғиәт

Быйыл айыуҙар ҡышҡы йоҡоһонан иртәрәк уянған. Өфө вольер хужалығында Маша ҡушаматлы йыртҡыстың...

Тотош уҡырға 37

“Начальник” өҫтөнән суд башланды

“Начальник” өҫтөнән суд башланды 19.03.2019 // Йәмғиәт

Өфө ресторандарына шылтыратып, үҙен Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт...

Тотош уҡырға 48

“Бөтә нәмә күркәм булырға тейеш”

“Бөтә нәмә күркәм булырға тейеш” 19.03.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Тыныслыҡ урамындағы 62-се йортта йәшәгәндәр менән...

Тотош уҡырға 40

Сәйнүк мажараһы

Сәйнүк мажараһы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары...

Тотош уҡырға 39

Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы

Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн — һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсе моряктар көнө....

Тотош уҡырға 32

Өс осрашыу

Өс осрашыу 19.03.2019 // Йәмғиәт

“Көнөмдө донъяға сәләм биреүҙән башлайым”....

Тотош уҡырға 61

Фатир һатыу тыйылды

Фатир һатыу тыйылды 19.03.2019 // Йәмғиәт

Өфөнөң Киров районы прокуратураһында “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексындағы 400-гә яҡын...

Тотош уҡырға 45

Тәнде генә түгел, йәнде йылыта

Тәнде генә түгел, йәнде йылыта 19.03.2019 // Йәмғиәт

Яҡташтарының оло ғорурлығы булған Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында бәләкәй генә Емештең...

Тотош уҡырға 58