Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы – күңелендә
Ҡатын-ҡыҙ – иң үҙенсәлекле зат. Тәбиғәтебеҙҙән уға сикһеҙ гүзәллек биргән.

Ебәк кеүек сәс, балҡып торған күҙҙәр, алһыу ирендәр... Ҡатын-ҡыҙ Хоҙай тарафынан бүләк ителгән ошо матурлығын һаҡларға тейеш. Ә бының өсөн йәшлек, гүзәллек, һаулыҡ сығанағы булған тәбиғәттә барыһы ла бар. Төрлө үлән, балсыҡ, тоҙ, һөт, бал һәм башҡаларҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.

Мәҫәлән, балға килгәндә, уның төрлө сирҙән дауа икәнлеген беләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта был татлы ризыҡ тәнде йомшарта, целлюлитты бөтөрөргә ярҙам итә. Балды ҡатнаштырып яһалған битлектән һуң йөҙ алһыуланып, сафланып, йәшәреп китеүсән.

Балсыҡ та ҙур көскә эйә. Әҙәм балаһы унан яһалған, тимәк, икеһе бер-береһенә айырылғыһыҙ бәйле. Изге Ҡөрьәндәге “Һуд” сүрәһенән түбәндәге юлдарҙы иҫкә алып китәйек: “Аллаһ һеҙҙе ерҙән яралтты һәм уға ебәрҙе”. Балсыҡтың ҡыҙылы, ағы, зәңгәре, алһыуы була.

Барыһы ла файҙалы, уларға бер ниндәй ҡиммәтле синтетик крем да тиңләшә алмай. Балсыҡ радийға бай. Был төп радиоактив элемент бөтөн тән ағзаларына һәм күҙәнәктәргә ыңғай йоғонто яһай, уларҙы дауалай. Радий бактерияларға ҡаршы сара булараҡ та ҡулланыла. Балсыҡ тирене яҡшырта, ваҡ һырҙарҙы бөтөрә.

Ғөмүмән, һәр тәбиғи продукт – тәнде тәрбиәләүҙә иң ҙур ярҙамсы. Сульфатлы шампундәрҙән, силиконлы гелдәрҙән, химик буяуҙарҙан, лактарҙан баш тартып ҡарағыҙ. Уларҙың барыһына ла лайыҡлы алмаш бар. Мәҫәлән, кесерткән, аҡ сәскә, шалфей, төрлө майҙар, йомортҡа, кефир, еләк-емеш...

Шул уҡ ваҡытта тышҡы матурлыҡҡа ғына ҡыҙығырға ярамай. Гүзәллек эстән, күңелдән урғылып сыға. Тимәк, иң тәүҙә йөрәк һау булырға тейеш. Ул ауырта башлаһа, тотош организм сиргә һабыша. Был хаҡта бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә әйткән.

* Ирендәр матур булһын өсөн тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.

* Кешеләрҙең фәҡәт һәйбәт яҡтарын күрһәгеҙ, күҙҙәрегеҙ нур һибеп торор.

* Буйығыҙ һомғол булһын тиһәгеҙ, аҙығығыҙҙы мохтаждар менән уртаҡлашығыҙ.

* Сабый ҡулы наҙлаған сәстәр күҙҙең яуын алыр.

* Ҡатын-ҡыҙҙың ысын матурлығы уның күңелендә сағыла.

Автор: И. ҠОРМАНОВА әҙерләне.
Фото: Эльвира Ишморатованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән алынды.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республика етәксеһенән – яҡшы баһа

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе....

Тотош уҡырға 45

Белореттар ҡор йыйҙы

Белореттар ҡор йыйҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белоретта район башҡорттары ҡоролтайы үтте....

Тотош уҡырға 23

"Инорстан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ"

"Инорстан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ" 19.03.2019 // Йәмғиәт

“Инорс Өфөнөң башҡа райондарынан бер ниһе менән дә кәм түгел, һәм унан Бронкс яһарға юл...

Тотош уҡырға 24

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белорет районында “Полиция һәм балалар” тип аталған иҫкәртеү операцияһы башланды....

Тотош уҡырға 41

Айыу балаларына исем эҙләш!

Айыу балаларына исем эҙләш! 19.03.2019 // Йәмғиәт

Быйыл айыуҙар ҡышҡы йоҡоһонан иртәрәк уянған. Өфө вольер хужалығында Маша ҡушаматлы йыртҡыстың...

Тотош уҡырға 40

“Начальник” өҫтөнән суд башланды

“Начальник” өҫтөнән суд башланды 19.03.2019 // Йәмғиәт

Өфө ресторандарына шылтыратып, үҙен Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт...

Тотош уҡырға 50

“Бөтә нәмә күркәм булырға тейеш”

“Бөтә нәмә күркәм булырға тейеш” 19.03.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Тыныслыҡ урамындағы 62-се йортта йәшәгәндәр менән...

Тотош уҡырға 41

Сәйнүк мажараһы

Сәйнүк мажараһы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары...

Тотош уҡырға 40

Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы

Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн — һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсе моряктар көнө....

Тотош уҡырға 33

Өс осрашыу

Өс осрашыу 19.03.2019 // Йәмғиәт

“Көнөмдө донъяға сәләм биреүҙән башлайым”....

Тотош уҡырға 63

Фатир һатыу тыйылды

Фатир һатыу тыйылды 19.03.2019 // Йәмғиәт

Өфөнөң Киров районы прокуратураһында “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексындағы 400-гә яҡын...

Тотош уҡырға 46

Тәнде генә түгел, йәнде йылыта

Тәнде генә түгел, йәнде йылыта 19.03.2019 // Йәмғиәт

Яҡташтарының оло ғорурлығы булған Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында бәләкәй генә Емештең...

Тотош уҡырға 58