Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хыял ҡанаттары һынмаһын
Әҙәм балаһы тормошонда иң саф, матур хыялдар – бала, үҫмер осорҙарыныҡы. Ошо уй-теләктәргә ҡарата иғтибарлы булыу зарур: уларға һаҡһыҙ ҡағылһаң, йәш кешенең йәшәү дәртен, өмөт-ышанысын һүндереү ихтималлығы бар.

...Алтынсы класс уҡыусыларына киләсәктә кем булырға теләүҙәре хаҡында инша яҙырға ҡушылған. Балаларҙың береһе төнгә хәтлем ултырып, күңелендәге хыялын түкмәй-сәсмәй ҡағыҙға төшөргән. Ҙур ер алып, шунда иркен йорт һалырға, шәхси хужалығын алып барырға, өҫтәүенә ошонда уҡ халыҡҡа ял итеү урыны булдырырға хыялланған ул. Был эште нисек ойошторасағы, архитектура үҙенсәлектәре, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу саралары, ат һарайын нисек төҙөү һ.б. хаҡында ихлас күңелдән ентекле бәйән иткән.

Иртәгәһенә малай иншаһын уҡытыусыға тапшырған. Өс көндән иһә дәфтәре үҙенә әйләнеп килгән. Асып ҡараһа, ҙур “икеле”... Өҫтәүенә йәш уҡытыусы малайҙы бөтөн класс алдында әрләгән: “Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуң, тиҙәр. Ә һин, ер алам, иркен йорт төҙөйөм, имеш. Беләһеңме, бының өсөн күпме аҡса кәрәк! Ишле ғаиләнәнһең дәһә. Ҡыҫҡаһы, ундай хыялды онот. “Икеле”ңде төҙәтәм тиһәм, икенсе инша яҙып алып кил. Теләгең мөмкинлектәреңә тап килерлек булһын”.

Малай өйөнә бөтөнләй кәйефһеҙ ҡайтып ингән. Хәлен һөйләп биргәс, атаһы: “Бер ниндәй ҙә кәңәш бирә алмайым, улым, – тигән. – Тик шуны бел: ҡарарың ныҡлы, ниәтең изге икән, Аллаһ бәрәкәтен бирер”.

Һөҙөмтәлә оҙаҡ уйланғандан һуң малай уҡытыусыға әлеге иншаһын кире тотоп барған: “Икеле”геҙ ҡалһын, мин дә хыялымды үҙемдә ҡалдырам...”

...Йылдар үткән. Шәхси биләмәһендәге матур тәбиғәттә ял итергә килгән кешеләргә ҡыуанып ҡарап ултырған хужа бер төркөм уҡыусыларҙы күреп, уларға табан юлланған. Шул саҡ бер баланың сағыу тауышы яңғыраған: “Киләсәктә минең дә ошондай ҙур биләмәм, аттарым буласаҡ! Бынауындай иркен өйҙә йәшәйәсәкмен! Биләмәмдә балалар өсөн лагерь ҙа асырмын!..” Яуап урынына ҡәнәғәтһеҙ уҫал тауыш ишетелгән: “Булмаҫтайҙы һөйләп торма! Көсөңдән килмәйәсәк!”

Балаларҙы экскурсияға алып килгән өлкән йәштәге апайҙы күргәс, биләмә хужаһының йөрәге “жыу” итеп ҡалған: үҙенең элекке уҡытыусыһы бит! Мәктәптә һаман эшләп йөрөй икән. Тиҫтә йылдар дауамында күпме уҡыусының хыялын юҡ иткәндер ул...

– Ысынлап теләйһең икән, уйлағандарың һис шикһеҙ тормошҡа ашасаҡ! – тип йәһәт кенә теге малайҙың янына килеп, яурынына ҡулын һалған биләмә хужаһы. – Хыялһыҙ кеше – ҡанатһыҙ. Теләк-ниәтең көслө, изге булһа, Аллаһ бәрәкәтен бирә ул...

Автор: И. ҠОРМАНОВА әҙерләне.
Фото: scontent-ort2-2.cdninstagram.com


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республика етәксеһенән – яҡшы баһа

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе....

Тотош уҡырға 45

Белореттар ҡор йыйҙы

Белореттар ҡор йыйҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белоретта район башҡорттары ҡоролтайы үтте....

Тотош уҡырға 23

"Инорстан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ"

"Инорстан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ" 19.03.2019 // Йәмғиәт

“Инорс Өфөнөң башҡа райондарынан бер ниһе менән дә кәм түгел, һәм унан Бронкс яһарға юл...

Тотош уҡырға 24

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белорет районында “Полиция һәм балалар” тип аталған иҫкәртеү операцияһы башланды....

Тотош уҡырға 41

Айыу балаларына исем эҙләш!

Айыу балаларына исем эҙләш! 19.03.2019 // Йәмғиәт

Быйыл айыуҙар ҡышҡы йоҡоһонан иртәрәк уянған. Өфө вольер хужалығында Маша ҡушаматлы йыртҡыстың...

Тотош уҡырға 40

“Начальник” өҫтөнән суд башланды

“Начальник” өҫтөнән суд башланды 19.03.2019 // Йәмғиәт

Өфө ресторандарына шылтыратып, үҙен Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт...

Тотош уҡырға 50

“Бөтә нәмә күркәм булырға тейеш”

“Бөтә нәмә күркәм булырға тейеш” 19.03.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Тыныслыҡ урамындағы 62-се йортта йәшәгәндәр менән...

Тотош уҡырға 41

Сәйнүк мажараһы

Сәйнүк мажараһы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары...

Тотош уҡырға 40

Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы

Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн — һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсе моряктар көнө....

Тотош уҡырға 33

Өс осрашыу

Өс осрашыу 19.03.2019 // Йәмғиәт

“Көнөмдө донъяға сәләм биреүҙән башлайым”....

Тотош уҡырға 63

Фатир һатыу тыйылды

Фатир һатыу тыйылды 19.03.2019 // Йәмғиәт

Өфөнөң Киров районы прокуратураһында “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексындағы 400-гә яҡын...

Тотош уҡырға 46

Тәнде генә түгел, йәнде йылыта

Тәнде генә түгел, йәнде йылыта 19.03.2019 // Йәмғиәт

Яҡташтарының оло ғорурлығы булған Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында бәләкәй генә Емештең...

Тотош уҡырға 58