Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Үҙәк баҙар” туҡталышында автобус көтөп торам. Шунда ҡуйылған радиоалғыстан төрлө көйҙәр яңғырай, ара-тирә иғлан бирәләр, реклама туҡталмай. Бер ваҡыт диктор бер артистың үтәсәк концерты хаҡында осоноп-осоноп һөйләй башланы. “Фәлән Фәләнов – дан ҡаҙанған легендар йырсы сығыш яһаясаҡ, концерттарға килегеҙ” һәм башҡалар...

Тыңлағаным бар ул артисты, тауышы матур, репертуар һайлай белә, йырҙары тамашасыға оҡшай, әммә уны бер нисек тә “легендар” йырсы тип әйтеп булмай. Бәлки, был минең генә фекерем түгелдер. Әлеге һүҙҙең тәржемәһенә (аңлатмаһына) күҙ һалайыҡ: “легендарный” – овеянный славой, вызывающий восхищение; “живая легенда” – о человеке с героическим славным прошлым”, – тип әйтелә С. Ожеговтың һәм Н. Шве­дованың “Рус теленең аңлатмалы һүҙлеге”ндә.

Шулай булғас, әле телгә алынған сағыштырмаса йәш артисты “легендар” йырсы тип атау, уны Илһам Шакиров, Фәриҙә Ҡудашева, Әлфиә Авзалова кеүек мәшһүр артистар рәтенә индереү, минеңсә, дөрөҫ түгел, уның ижады әлегә был шөһрәтле баһалауға тартмай.
Икенсенән, “легендар” тип, ғәҙәттә, үтә лә һоҡланғыс ғүмер кисергән, халыҡ хәтерендә оҙаҡ йылдар һаҡланған яҡты донъянан киткән данлыҡлы артистарға, хәрбиҙәргә, дәүләт эшмәкәрҙәренә, спортсыларға һәм башҡаларға ҡарата әйтәләр бит.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы арала был һүҙҙе йыш ҡуллана башланылар, айырыуса уны радиоте­лерекла­маларҙа ишетергә мөмкин. Сәхнәнән әйтергә лә тартынып тормайҙар. Мәскәүҙә йә Өфөлә генә билдәле ансамблде йә артисты “легендар” тип атап ҡына урындағы тамашасыны уларҙың концертына йәлеп итеп буламы икән?!

Легендаға тиң эштәр башҡарған, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртеп, шәкерттәрен үҫтергән шәхес, ижади йылдар дауамында халыҡ онотмаған артист, спорттағы бөйөк еңеүҙәре менән илде данлаған спортсы, еңеү артынан еңеү яулаған хәрби эшмәкәр кеүек заттар ғына “легендар” исемен йөрөтөргә хаҡлы, минеңсә. Әйтәйек, Владимир Высоцкий, маршал Георгий Жуков, диктор Юрий Левитан, космонавт Юрий Гагарин һәм башҡа­ларҙы шундай кеше тип атарға була.

Шулай булғас, ете ҡат үлсәп, һаҡ ҡулланайыҡ был атаманы, йәмәғәт.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 14

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 29

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 31

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 27

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 38

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 41

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 91

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 117

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 32

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 25

Полицияға яла яҡһаң ...

Полицияға яла яҡһаң ... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Роман Деев Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 39