Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фатирлы булыуҙың ышаныслы юлы
“Жилстройсбережение” программаһында теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Фатир ҡиммәт, ипотеканың проценттары ҙур... Ә торлаҡ кәрәк. Айырыуса йәш ғаиләләргә. Әлбиттә, мөмкинлеге булғандар ипотека ала. Әммә бының өсөн ҡайҙандыр тәүге иғәнәне лә табыр кәрәк бит әле. Ошондай шарттарҙа “нисек фатирлы булырға?” тип баш ватҡандар өсөн бик яҡшы яңылыҡ бар. Хәҙер Башҡортостан кешеләре өсөн торлаҡ алыу еңеләйәсәк. Был йәһәттән ошоға тиклем эшләп килгән, әммә сикләнгән категорияға ғына унда ҡатнашыу мөмкинлеге булған “Жилстройсбережение” программаһы ярҙамға килә.

Әлеге программа республикала 2014 йылдан алып эшләй. Тик быға тиклем унда ҡатнашыу хоҡуғы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип танылған күп балалы һәм 35 йәше тулмаған йәш ғаиләләрҙә генә бар ине. Ә быйыл 1 марттан төбәк етәксеһе Радий Хәбиров барлыҡ сикләүҙәрҙе лә алды, һәм хәҙер был программала теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Уның мәғәнәһен бер аҙ аңлатып үтәйек. Банкта махсус иҫәп асыла. Әйткәндәй, программала ике банк ҡатнаша: Һаҡлыҡ банкы һәм “Уралсиб”. Шулай итеп, иҫәп асаһығыҙ ҙа ай һайын унда 3 меңдән 10 мең һум­ға тиклем аҡса һалып бараһығыҙ. Республика һеҙҙең иғәнәнең сумма­һынан 30 процент тиклем күләмдә премия күсерә, ләкин өс мең һумдан артыҡ түгел. Аҡсаны 3-6 йыл йыйырға кәрәк. Өс йыл үткәс, йә уны алаһығыҙ, йә артабан йыйыуҙы дауам итәһегеҙ. Беренсе иғәнә өсөн аҡса йыйылып бөткәс, һеҙ торлаҡ йәки льготалы ипотека алырға хоҡуҡлы. Программала республикала даими йәшәгән, 18 йәштән өлкән булған бөтә кешеләр ҙә ҡатнаша ала.

Тәүге иғәнәлек аҡсағыҙ йыйылғас, программа сиктәрендә льготалы ставка менән ипотека алырға хоҡуғығыҙ бар. Уның ставкаһы – йылына 6-7 процент самаһы. Ставканың аныҡ күләме кредиттың ваҡытына һәм күләменә бәйле. Шул уҡ ваҡытта килешеүҙә теркәлгән процент ставкаһы кредитты ҡаплау осоронда үҙгәрмәйәсәк тигән гарантия бирелә. Программа шарттарына ярашлы, займдың максималь кимәле – 1,5 миллион һум, һәм ул туғыҙ йылға бирелә. Әгәр йыйылған аҡсағыҙ һәм льготалы ипотека һеҙ теләгән фатир өсөн етмәһә, банктарҙан баҙар ставкаһы буйынса икенсе кредит алып өҫтәү хоҡуғығыҙ бар.

Был аҡсаға фатир йәки бүлмә (шул иҫәптән икенсел) һатып алырға, өй һалырға йәки шәхси йорт өсөн ер участкаһы алырға мөмкин. Бында төп шарт – торлаҡ Башҡортостан би­ләмәһендә булырға тейеш. Әйткән­дәй, был аҡса менән хатта алдан алынған ипотеканы ла ҡапларға була.
Әгәр һеҙ бөтә сумманы йыйҙығыҙ йәки, мәҫәлән, иҫке фатирығыҙҙы һат­тығыҙ һәм башҡаса дәүләт ярҙа­мына мохтаж түгелһегеҙ икән, банкка хәбәр итеп, нимә теләйһегеҙ, шуны һатып ала алаһығыҙ. Программала ирле-ҡатынлылар ике ҡатнашыусы булараҡ теркәлә һәм бер фатир һатып ала. Ләкин һәр кем ай һайын 3-10 мең һум аҡса индерергә тейеш.

Әле республикала был программаны финанслауҙы 2,5 тапҡырға арт­ты­рырға йыйыналар. Унда ҡатна­шыусылар һаны 10-11 мең кешегә етәсәк, тип күҙаллана. Республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов белдереүенсә, быйыл республика бюджетынан программаны тормошҡа ашырыу өсөн 235 мил­лион һум аҡса бүленәсәк. Са­ғыш­тырыу өсөн: былтыр финанслау күләме 106 миллион һум тәшкил иткән.
Тәүге льготалы ипотека кредиттарын биреү 2017 йылда башлан­ғайны. Ошо ваҡыт эсендә 1300-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшкән. Бөгөн программала 4122 кеше ҡатнаша. Әлеге мәлдә республика Хөкүмәте кредит ойошмалары менән һөйләшеүҙәр алып бара һәм ставканы йылына 5-5,5 процентҡа тиклем төшөрөү мөмкинлеге ҡарала.

Башҡортостандың был торлаҡ баҙарын­дағы ыңғай тәжрибәһе илдең Төҙөлөш ми­нистрлығы тарафынан билдәләнде һәм уны Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә инде­рергә кәңәш ителде. “Жилстройсбережение” программаһы халыҡтың финанс аңлылығын күтәреү өсөн дә яҡшы мөмкинлек. Ғаилә оҙайлы ваҡытҡа дөрөҫ һәм аңлы итеп үҙенең финанс планын төҙөй ала.

Программала ҡатнашырға теләйһе­геҙме? Һорауҙарығыҙ ҡалдымы? Респуб­ликаның ипотека-туплау механизмдарын һәм программаларын үҫтереү дирек­цияһына +7 (347) 285-00-97 номеры буйынса шылтыратығыҙ.

Автор: Ә. ӘЙҮПОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 14

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 29

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 31

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 27

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 38

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 41

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 91

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 117

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 32

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 25

Полицияға яла яҡһаң ...

Полицияға яла яҡһаң ... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Роман Деев Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 39