Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһы ла ҡәнәғәт
Сибай ҡалаһы балалары Ҡырым Республикаһында ял итеп ҡайтҡандан һуң, ундағы тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙы дауам итә. Редакцияға сираттағы хат “Айгөл” балалар баҡсаһы етәксеһе, шул уҡ ваҡытта 9-сы отряд етәксеһе Зәкиә Сәлимйәнованан килде.

“Евпатория ҡалаһына бөтәһе 250 бала, 20 педагог, һигеҙ медицина хеҙмәткәре һәм башҡалар барҙы. Балалар 10 отрядҡа бүленде. Һәр отряд эсендә тағы ла ике төркөм бар. Миңә 9-сы отряд — 7-8 йәшлектәр төркөмө тура килде. Беҙ автобусҡа ултырғас та уртаҡ тел таптыҡ. Күптәре ата-әсәләренән беренсегә айырылып сығып китһәләр ҙә, үҙҙәрен ҡыйыу тотто. Иң ҡыҙығы самолетта осоу! Балаларҙың хис-тойғоһон әйтеп аңлатырлыҡ түгел!

Беҙҙе “Хыял” балалар һауыҡтырыу шифаханаһына урынлаштырҙылар. Ҡала кешеләре, шифахана эшселәре үҙҙәренең ҡунаҡсыллығы, иғтибарлылығы менән әсир итте. Беҙгә бөтә уңайлыҡтары булған ике кешелек бүлмәләр бирҙеләр. Бер аҙ ваҡыттан ашханаға алып барҙылар, унда ниндәй генә тәмлекәстәр юҡ! Һайлап ашарға була һәм, иң мөһиме, сирле балаларға диеталар ҡаралған.

Беренсе көндө балалар медицина тикшереүе үтте, һәр-береһенә тейешле дауаланыу яҙылды. Балалар бассейн, үлән сәйҙәре, кислородлы коктейлдәр, эфир майы, тоҙ менән тын алыу, массаж, дауаланыу физкультураһы алды.

График бик тығыҙ ине, шулай ҙа, тиҙ өйрәндек, төшкә тиклем дауалау процедуралары булһа, кискә кинофильмдар, экскурсиялар, концерт, уйын-дискотекалар ҡаралған.

Икенсе көндән Евпатория буйлап сәйәхәткә сыҡтыҡ. Ҡала тарихҡа бик бай. Урамдары тар, ләкин бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған.
Йыш ҡына Ҡара диңгеҙ буйына сәйәхәт итергә, һауа һуларға сыҡтыҡ. Балалар икмәк валсыҡтары менән ҡоштарҙы ашатты.

Ҡаланың “Алтын асҡыс” ҡурсаҡ театрында тамаша ҡараныҡ, ролдәрҙе балалар башҡарҙы, улар шул тиклем килештереп уйнай, бер һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел! Евпатория ҡала дельфинарийын барып ҡараныҡ.

Герой ҡала — Севастополгә барыу бәхете лә тейҙе беҙгә. Граф пристанен, Балаклава, Сапун тауын күрҙек. Сапун тауы иң бейек урында урынлашҡан. Унда ниндәй генә һуғыш ҡоралдары юҡ! Танк тиһеңме, пушка, корабль... бөтәһе лә бар! Ә тау һыртында һуғыш ваҡытынан ҡалған ысын окоптар, землянкалар урынлашҡан. Арыраҡ немец пушкалары. Балалар өсөн был ҡалала бигерәк тә үҙәк майҙанда караулда торған уҡыусы балалар һәм уларҙың алышыныуы ҡыҙыҡ булғандыр.

Беҙгә иҫтәлекле лә, файҙалы ла сәйәхәт бүләк иткәндәре, кәрәк ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн Ҡырым Республикаһы Башлығы С.Г. Аксеновҡа, “Хыял” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәренә, республикабыҙ етәксеһе Р.Ф. Хәбировҡа, Сибай ҡалаһы мэры Р.А. Афзаловҡа, Сибай ҡалаһы башлығы урынбаҫары Г.А. Ишемғоловаға, Сибай ҡалаһы архивы етәксеһе Н.И. Зәйнуллинаға, Сибай ҡалаһы балалар поликлиникаһы етәксеһе Ф.Х. Акбулатоваға ҙур рәхмәтемде белдерәм”.

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Фото: Зәкиә Сәлимйәнова фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 28

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 51

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 85

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 21

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 21

Полицияға яла яҡһаң ...

Полицияға яла яҡһаң ... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Роман Деев Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 32

Ташҡынға әҙерҙәр

Ташҡынға әҙерҙәр 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү территориаль подсистемаһына ҡараған...

Тотош уҡырға 20

Билет алмаһа ла, сығарма

Билет алмаһа ла, сығарма 21.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә балаларҙы һалҡында йәмәғәт транспортынан сығарыуҙы тыйған закон ҡабул ителәсәк. “Берҙәм...

Тотош уҡырға 55

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй?

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

“Росстат” Рәсәйҙең иң “ялҡау” төбәктәрен атаны....

Тотош уҡырға 82

Подъезың төҙөкмө?

Подъезың төҙөкмө? 21.03.2019 // Йәмғиәт

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференц-холында "Подъездарҙы капиталь ремонтлау: хыял һәм...

Тотош уҡырға 53