Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үлем” менән сауҙа итеүҙе туҡтатырға кәрәк!

Бәхетһеҙлектең башы – эскелектә.

“Оҙайлы байрамдарҙа ҡайһы берәүҙәр эшһеҙлектән буш ваҡытын нисек үткәрергә белмәйенсә эскелеккә ылыға. Ауылда мәҙәни саралар ойошторолмай, спорт майҙансығы ла буш тора, хоккей уйыны өсөн боҙ ҙа әҙер түгел. Эсеп йөрөгән йәштәр бер егетте туҡмап үлтерҙе. Шулай итеп, йәш кешенең ғүмере өҙөлдө, ҡулға алынғаны ла йәл. Бәхетһеҙлектең башы эскелектә булыуына ябай миҫал был.

Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн төрлө саралар ойошторолоп торһа, күңелһеҙ хәлдәр ҙә булмаҫ ине. Ауыл хакимиәте лә ошо йүнәлештә эшләмәй, өйөндә ялған араҡы, көмөшкә һәм спирт һатҡандарға ҡарата ла саралар күрелмәй. Ошо хаҡта яҙһағыҙ ине”, – тип әсенеп шылтыратты бер ағай.

Республика етәксеһе айыҡ тормош яҡлы

Ауылдарҙағы эскелек күренеше көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Учалы районындағы фажиғәгә лә ошо уҡ “йәшел йылан” сәбәпсе булған. Республика Баш­лығы вазифаһын ваҡытлыса баш­ҡарыусы Радий Хәбиров, был ваҡи­ғаға ҡарата фекерен белдереп: “Ҡот осҡос хәл булды. Учалы ҡала­һындағы үлтереш – кешеләрҙең оҙайлы ваҡыт эсеү эҙемтәһе”, – тине.

Республика етәксеһе билдәлә­үенсә, төбәктә алкоголь менән ағыуланғандар һаны ла артҡан. Көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү өсөн комплекслы программа төҙөргә кәрәк.

Әйткәндәй, Радий Фәрит улы Рәсәйҙең Прокуратура хеҙмәт­кәрҙәре көнө айҡанлы уҙғарылған тантаналы йыйылышта республи­каның күҙәтеү органы хеҙмәткәр­ҙәре алдында сығыш яһағанда контрафакт алкоголгә ҡаршы көрәште көсәйтергә саҡырҙы. Шулай уҡ республика прокуратураһы коллегияһы ултырышында ла сертификатһыҙ алкоголь һатыуға ҡаршы көрәш мәсьәләһен күтәрҙе.

– Был афәт кешенең эшкә һә­ләт­­лелегенә лә, ғүмере оҙайлығына ла, ғаиләнең именлегенә лә кире йоғонто яһай. Халҡыбыҙға ҡарата алып барылған геноцидты туҡта­тырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров һәм закон һағында тороусыларҙан алкоголь продукцияһы менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәште көсәйтеүҙе, бөтә муниципалитеттарҙа ла иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙа тәртип урынлаштырыуҙы талап итте.
Яңыраҡ көньяҡ-көнсығыш ра­йон­дарҙың хакимиәт башлыҡтары менән осрашыу мәлендә сарала ҡатнашыусылар төбәк етәксеһенә был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.

Бер аҙҙан Радий Хәбиров Facebook социаль селтәрендәге диуарында алкоголде йәшерен һатыуҙы фашлау буйынса тәүге һөҙөмтәләр менән таныштырҙы.

– Тәүлек эсендә 58 тикшереү ойошторолоп, 13 сауҙа нөктәһе асыҡланды. Яҡын арала Әбйәлил районын спиртлы эсемлектәр һатҡан ҡәбәхәттәрҙән ныҡлап таҙартасаҡбыҙ. Ысынында, был “эшҡыуарҙар” – беҙҙең халыҡты ҡырыусы енәйәтселәр. Эсемлекте ҡулланыуҙың һөҙөмтәһе һәр кемгә яҡшы билдәле: йылына унар меңләп фажиғә һәм селпәрәмә килгән яҙмыштар. Быны туҡтатыу­ҙың законлы юлдары бар. Беҙ уны файҙаланып, һәр райондың бәлә­кәй ауылдарына тиклем барып етәсәк­беҙ. Үҙен йәлләтергә тырыш­ҡан­дарҙы иҫкәртәм, был файҙаһыҙ. Иң мөһиме – хәҙерҙән үк үлем менән сауҙа итеүҙе туҡтатырға кәрәк. Әгәр туғандарығыҙ йәки дуҫтарығыҙ бының менән шөғөл­ләнһә, уларҙы ла иҫкәртегеҙ. Оятһыҙ рәүештә күҙҙәренә ҡарап, тартынмайынса үҙ күршеләрен юҡ иткәндәргә аяу юҡ, – тине төбәк етәксеһе.

Кешене ағыулаусылар бөгөн генә барлыҡҡа килмәгән...

Әбйәлил районында иҫерткес эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатҡан 248 сауҙа нөктәһе асыҡланған. Республиканың бөтә райондарында ла ошондай уҡ хәл булыуы шик тыуҙырмай. Әлеге мәлдә тәүгеләр­ҙән булып әбйәлилдәр заман афә­тен бөтөрөүгә ныҡлап тотонғас, уларға айырыуса иғтибар йүнәл­телде.

Еңел табыш алып байырға телә­гәндәрҙе һәр кем белә, хатта шул уҡ ауыл хакимиәте башлыҡтары ла, полицияның участка вәкилдәре лә. Тик ниңәлер уларҙың эшмәкәр­легенә сик ҡуя алманылар, әллә теләмәнеләрме?! Тирә-яҡтағы­ларҙың битараф­лығын иһә “сауҙагәр йораттары” үҙ файҙаһына бороп ҡоторҙо. Ҡурҡыуҙы ла онотоп, асыҡтан-асыҡ һатыу итәләр: берәүҙәре өйҙән, икенселәре магазин кәштәһе аҫтынан. Улар аҡсалыһына ла, эшһеҙенә лә үтемле тауарын тоттороп ебәрә. Пенсия таратылған көндә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәр бурыслыларҙың өйҙәренә таңдан килеп көтөп тора, ҡайһы саҡта көндәр буйы почта килгәнен һағалай (ауыл ерендә пенсияны почта тарата).

Аҡсалата килеме булмағандарҙың өйөнә баҫып барып, күҙгә сағылған яҡшы әйберҙе тартып алырға ла оялмайҙар. Хатта һыйыр малын етәкләп алып сығыуҙан да тартынмайҙар. Ошондай хәлдәр ауылдарҙа йыш булып тора. Хәҙер республика етәксеһе үҙе ундай “эшҡыуарҙарға”, “йүнсел­дәргә” ҡаршы көрәш иғлан иткәс, законһыҙ эшмәкәрлеккә сик ҡуйылыр һәм ыңғай яҡҡа үҙгәреш булыр тигән ышаныс тыуҙы.

Эскән килеш рулгә ултырыу енәйәт ҡылыуға тиң

Самаһыҙ эсеү, бәйһеҙлек, ғә­ҙәттә, насар тамамлана. Мәҫәлән, яңыраҡ Бишбүләк районында булған юл фажиғәһендә “ВАЗ-2115” автомобилендәге водитель һәм уның өс пассажиры һәләк булды. Уларға бәрелгән “Chevrolet Niva” машинаһына идара иткән кеше эскән булған, үҙе зыян күрмәгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, мәҫәлән, бер көн эсендә генә лә эскән килеш рулгә ултырған 38 кеше асыҡланған.

Былтыр иһә Әбйәлил районында полиция хеҙмәткәрҙәре һалмыш килеш автомобилгә идара иткән 400-ҙән ашыу водителде тотҡан, улар араһынан инде бер нисә тапҡыр эләккән 65 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ундайҙар ҡатнашлығында һигеҙ авария теркәлгән.

Халыҡ вәкилдәре лә ҡушылһын

Быға тиклем магазиндарҙа ла рәхәтләнеп “боярышник” йәки “фанфурик” һаттылар. Әле, ниһайәт, йә­мәғәт туҡланыуы ойошмаларында был эсемлек менән сауҙа итеү тыйылды. Шулай уҡ составында этил спирты 28 проценттан кәм булмаған эсемлектәргә бүтән көслө градуслыларҙан осһоҙораҡ хаҡ ҡуйылырға тейеш түгел. Был ҡағиҙәләр Рәсәй Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә 10 декабрҙән ғәмәлгә инде.

– “Боярышник”ты йәки “фанфурик”ты беҙҙә арзан эсемлек тип беләләр, әммә уның составында этил спирты бар. Осһоҙ булғанға уны йыш ҡулланалар һәм уның ялғанын башҡа эсемлектәргә ҡарағанда күберәк етештерәләр. 2016 – 2017 йылдарҙа “фанфу­рик”тан 80-дән ашыу кеше ағыу­ланып үлгән. Был – иҫбатланған осраҡтар, ә инвалид булып ҡал­ғандар иҫәпкә алынмаған, – ти Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.

Депутат ошо дәлилдәрҙе миҫал итеп күрһәтеп, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм башҡа органдарға сара күреүҙәрен һорап, талаптар ебәргән. Шулай уҡ Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе менән осрашып, мәсьәләне хәл итеүен үтенгән һәм “боярышник”ка хаҡты арттырып, эсергә яратҡандар һатып алмаҫлыҡ дәрәжәгә етке­рергә тәҡдим иткән.

Был – бер депутаттың эшмәкәр­леге һөҙөмтәһе, әгәр ҙә ошо эштә район, ҡала, республика һәм ил кимәлендәге һәр депутат ныҡлап ҡатнашһа, әллә күпме енәйәт ҡы­лын­маҫ, социаль етем категория­һына ҡараған балалар ҙа аҙыраҡ булыр ине, шуға ла был көнүҙәк мәсьәлә бер-ике кеше генә хәл итә торғандарҙан түгел, ә дәррәү тото­ноуҙы талап итә.

Иҫкәртеү сараларын күреү мө­һим

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә һуңғы ике йылда алкоголь һәм наркотик матдәләр тәьҫирендә ҡылынған енәйәттәр һаны артҡан. Сәбәбе – эскелектең йылдам тамыр йәйә барыуы. “Росстат”тың илдә спиртлы эсемлек ҡулланған кешеләрҙең кәмеүе тураһындағы мәғлүмәте дөрөҫлөккә тап килмәй. Был рәсми рәүештә алкоголь етештереүселәрҙән (магазиндар­ҙан) эсемлектәр алыуҙың кәмеүен генә күрһәтә. Ә ысынында иһә ауылдарҙа “йәшел йылан” ныҡлап тамыр йәйеүен дауам итә. Алко­голгә бәйлелек инфаркт, инсульт һәм башҡа хроник сир тыуҙырып, халыҡты күпләп ҡыра.

Эскелеккә ылығыуға уҙған быуат­тың 90-сы йылдары башында спиртлы эсемлектәрҙе әүҙем рекламалау ҙа булышлыҡ итә. Хәҙер бындай агитация тыйылған, әммә ул саҡтағы сәйәсәттең мәкерле һөҙөмтәһе әле лә һиҙелә. Енәйәт­селектең артыуына инфраструк­тураның үҫешмәүе, сәләмәт тормош рәүешен таратыу эшен алып барылмауы, шулай уҡ халыҡтың йәшәү кимәленең түбән булыуы ла йоғонто яһай, ти белгестәр.
Насар ғәҙәткә ҡаршы көрәштә иҫкәртеү эшмәкәрлеген йәйелдереү мөһим. Ҡануниәткә ҡаршы килгән эштәргә юл ҡуймау сараһын күреү үҙе үк спиртлы эсемлектәр ҡуллан­ған кешеләрҙең кәмеүенә килтерә. Шуға ла был йәһәттән тәртип һаҡ­лау органдарының эшмәкәрлеге мөһим урында тора, сөнки улар ҡулына закон үтәлешен тәьмин итеү сараһы тапшырылған.

Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, былтыр республикала алкоголдең законһыҙ әйлә­нешенә ҡаршы көрәш һөҙөмтә­һен­дә 100-ҙән ашыу енәйәт асыҡ­лан­ған. Шул иҫәптән Өфө, Октябрьский, Ишембай ҡалалары һәм Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ район­дарында ялған спиртлы эсемлек­тәрҙе етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнгән биш цехтың эшмәкәр­леге туҡтатылған. 265 мең литр алкоголь продукцияһы законһыҙ әйләнештән тартып алынған, уның хаҡы 10 миллион һумдан артып китә. Составында спирт булған ялған продукция етештергән ике автоматлаштырылған линияның эше туҡтатылған. Ялған эсемлектәр һатыусыларҙың эшмәкәрлеген сикләү сараһын күреү һөҙөмтә­һен­дә былтыр 11 айҙа тәртип һаҡлау органдары 830-ҙан ашыу административ протокол төҙөгән. Уларҙы судта ҡарағандан һуң, 11 миллион 638 мең һум күләмендә штраф һалынған. Әлбиттә, был күрелгән саралар айсбергтың башы ғына, спиртлы эсемлек һатыусы­ларға ҡарата етди сара күрелһә, һандар әллә нисә тапҡырға артасаҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республика етәксеһенән – яҡшы баһа

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе....

Тотош уҡырға 45

Белореттар ҡор йыйҙы

Белореттар ҡор йыйҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белоретта район башҡорттары ҡоролтайы үтте....

Тотош уҡырға 23

"Инорстан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ"

"Инорстан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ" 19.03.2019 // Йәмғиәт

“Инорс Өфөнөң башҡа райондарынан бер ниһе менән дә кәм түгел, һәм унан Бронкс яһарға юл...

Тотош уҡырға 24

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белорет районында “Полиция һәм балалар” тип аталған иҫкәртеү операцияһы башланды....

Тотош уҡырға 41

Айыу балаларына исем эҙләш!

Айыу балаларына исем эҙләш! 19.03.2019 // Йәмғиәт

Быйыл айыуҙар ҡышҡы йоҡоһонан иртәрәк уянған. Өфө вольер хужалығында Маша ҡушаматлы йыртҡыстың...

Тотош уҡырға 40

“Начальник” өҫтөнән суд башланды

“Начальник” өҫтөнән суд башланды 19.03.2019 // Йәмғиәт

Өфө ресторандарына шылтыратып, үҙен Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт...

Тотош уҡырға 50

“Бөтә нәмә күркәм булырға тейеш”

“Бөтә нәмә күркәм булырға тейеш” 19.03.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Тыныслыҡ урамындағы 62-се йортта йәшәгәндәр менән...

Тотош уҡырға 41

Сәйнүк мажараһы

Сәйнүк мажараһы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары...

Тотош уҡырға 40

Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы

Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн — һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсе моряктар көнө....

Тотош уҡырға 33

Өс осрашыу

Өс осрашыу 19.03.2019 // Йәмғиәт

“Көнөмдө донъяға сәләм биреүҙән башлайым”....

Тотош уҡырға 63

Фатир һатыу тыйылды

Фатир һатыу тыйылды 19.03.2019 // Йәмғиәт

Өфөнөң Киров районы прокуратураһында “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексындағы 400-гә яҡын...

Тотош уҡырға 46

Тәнде генә түгел, йәнде йылыта

Тәнде генә түгел, йәнде йылыта 19.03.2019 // Йәмғиәт

Яҡташтарының оло ғорурлығы булған Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында бәләкәй генә Емештең...

Тотош уҡырға 58