Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ташламаға, арзанайтыуға һылтана алмайҙар

– 50 процент ташлама менән босоножка һатып алдым. Һа­тыу­сылар, тауарҙы миҙгел бөтөү сәбәпле арзанайтып һа­табыҙ, тине. Өйгә алып ҡайт­ҡас, уның миңә бик килешмә­үен асыҡланым да кире алып барҙым. Әммә һатыусы аҡса­ны кире ҡайтарыуҙан йәки икенсегә алмаштырыуҙан баш тартты. Ул хаҡлымы?
Рәмилә.
Ишембай ҡалаһы.

– Һеҙ “Ҡулланыусылар хоҡу­ғын яҡлау тураһында”ғы Рәсәй Законының 25-се статьяһына ярашлы аяҡ кейемен алмаштыра алаһығыҙ. Тауарҙы һатып алған­дан һуң, ул формаһы, габариты, фасоны, төҫө, үлсәме йәки комплекты буйынса тап килмәһә, һеҙ 14 көн эсендә ошо хоҡуҡтан файҙалана алаһығыҙ.

Шуныһын хәтерҙә тотоғоҙ: уны алмаштырыу өсөн тауар файҙа­ланылмаған, кейелмәгән, тауар йө­ҙө һаҡланған, фабрика ярлығы, пломбалары тейелмәгән булырға тейеш. Шулай уҡ тауар чегы йәки касса чегының һаҡланыуы ла шарт.

Тауарҙы алмаштырып булма­һа (мәҫәлән, һеҙгә оҡшаған төҫө юҡ икән), аҡсаны кире ҡайта­рыу­ҙы талап итергә хоҡуҡлы­һығыҙ.

Закон күҙлегенән ҡарағанда, “магазиндың тауарҙы арзанайтып һатыуы” тигән төшөнсә юҡ. Һатыусы хаҡты үҙаллы ҡуя. Бөгөн ул уны – биш меңгә, иртәгә мең һумға һатыуы ихтимал. Һәм бер мең һумға һатыуын ул нисек теләй шулай атай ала – хаҡын төшөрөп һатыу, ташламалар, акциялар, ликвидация... Был ни бары һатып алыусыны йәлеп итеү өсөн реклама сараһы ғына. Закон күҙлегенән һатыусы менән һатып алыусы үҙ-ара тауарҙы һатыу-һатып алыу тураһында килешеү төҙөй. Уның хаҡы, мәҫәлән, бер мең һум. Һәм был тауарға закондың барлыҡ положениелары ла ҡағыла.

Бында бер генә иҫкәрмә бар: тауарҙа ниндәй ҙә булһа етеш­һеҙлек булыу сәбәпле түбән хаҡ­ҡа һатылып, һатып алыусы был турала белһә, уны кире ҡайтара алмаясаҡ. Һатыусы был хаҡта мотлаҡ алдан әйтергә, ул тауар чегында ла яҙылырға тейеш. Бында ла тағы бер “әммә” бар. Мәҫәлән, бер мөйөшө йәм­шәйгән сәйнүк һатылып, уның баш­ҡа етеш­һеҙлеге асыҡланһа, был осраҡта уны кире ҡайтарырға мөмкин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 2

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 32

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 33

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 62

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 102

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 24

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 22

Полицияға яла яҡһаң ...

Полицияға яла яҡһаң ... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Роман Деев Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 36

Ташҡынға әҙерҙәр

Ташҡынға әҙерҙәр 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү территориаль подсистемаһына ҡараған...

Тотош уҡырға 23

Билет алмаһа ла, сығарма

Билет алмаһа ла, сығарма 21.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә балаларҙы һалҡында йәмәғәт транспортынан сығарыуҙы тыйған закон ҡабул ителәсәк. “Берҙәм...

Тотош уҡырға 55

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй?

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

“Росстат” Рәсәйҙең иң “ялҡау” төбәктәрен атаны....

Тотош уҡырға 84