Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер күрешеү — үҙе бер ғүмер
Ошо көндәрҙә Иҫке Муса ауылы мәҙәниәт йортонда ағинәйҙәр осрашыуы булды. Унда Иҫке Бәпес, Олокүл ҡатын-ҡыҙҙары, шулай уҡ Мең ырыуына ҡараған Йәнбәк ауылы вәкилдәре саҡырылғайны.

Сараны ойоштороусы — ауыл китапханасыһы Миләүшә Мөхәмәтйәрова ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, йыйынды башлап ебәрҙе.
— 2017 йылдың авгусынан ауыл китапханаһы янында “Ағинәйҙәр” клубы эшләп килә. Уның ағзалары экологик өмә­ләрҙә ҡатнаша, ауыл шишмәһе тирәһен йыйыштыра, шифалы дарыу үләндәре йыйыу һәм ҡулланыу менән шөғөлләнә. Күбеһе мә­сеткә йөрөй, дини йолалары­быҙҙы тоторға ла өлгөрә. Оло йәштә булыуҙа­ры­на ҡарамаҫ­тан, улар рес­публиканың 100 йыллығына бағышланған “Сәс­кә ат, күп милләтле Башҡорт­остан — татыулыҡ һәм изгелек ере” тип аталған район мәҙә­ниәт фестиваль-марафонында ҡат­нашты, — тине ул.

Осрашыуҙа “Ағинәйҙәр” тө­бәк йәмәғәт ойошмаһы етәк­сеһе Гөлфиә Янбаеваның ҡат­нашыуы сараға мәртәбә өҫтә­не. Ул үҙенең сығышында бик күп район һәм ҡала ағинәйҙә­ренең әүҙемлеге һәм фиҙакәр­легенең һоҡландырыуы, кем­деңдер бойороғо менән түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса милли рухтағы эштәр башҡарыу­ҙары тураһында һөйләне. Халҡыбыҙ йолаларын, милли кейемебеҙҙе, кәсепселекте тер­геҙеү, экологик өмәләр, тәрбиә­үи эш ағинәйҙәрҙең көнитме­шендә төп урынды алып тора. Улар алдында ауыл халҡын йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү бурысы ла ҡуйылған, ә күмәк шөғөл халыҡты берләштерә, битарафлыҡтан аралай, тигән ҡарашта Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Ағинәйҙәргә ҡарап, ир-егет­тәре­беҙҙең дә әүҙемләшеүе шатландыра.

Ҡунаҡтар ауылда боронғо ҡомартҡыларҙың — ағас карауат, бишек, япма, сигеүле таҫтамалдар, аҫалы балаҫ һәм башҡа бик күп әйберҙәрҙең — быуындан быуынға күсә килеп, бөгөнгә тиклем һаҡланып ҡалыуына ҡыуанды.

Иҫке Муса ағинәйҙәре та­машасыларға халыҡ йолаларынан “Кис ултырыу” күре­не­шен тәҡдим итте. “Кис ултыр­ған”да улар балалар өсөн үҙҙәренең изге теләктәрен көйләп ишеттерҙе, йөкмәткеле шиғырҙар ҙа уҡылды.

Яулыҡ ябыныу ҡатын-ҡыҙҙы биҙәп кенә ҡалмай, тәрбиәүи алым да булып тора. Роза Сәлихованың яулыҡ ябыныу буйынса йәштәргә оҫталыҡ дәресе үткәреүе сараға мәртә­бә өҫтәне.

Артабан ҡунаҡтар сығыш яһаны. Бигерәк тә Ғәлиә Абдуллина етәкселегендәге Иҫке Бәпес ауылы ағинәйҙәренең маһирлығы һоҡландырҙы. Китапханасы Фәүриә Әбүтали­пова үҙе ижад иткән йырҙарын бүләк итте (әйткәндәй, уҙған йылда беҙ уларҙың эше менән танышып, тәжрибә уртаҡла­шып ҡайтҡайныҡ). Унан һуң район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе, Олокүл ауылынан Флүрә Самиҡова Аҡмулла шиғырына яҙылған мөнәжәт көйләп ишеттерҙе. Йәнбәктәр ҙә буш ҡул менән килмәгән — улар клубҡа иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Осрашыу сәй табынында дауам итте. Ағинәйҙәрҙең төп теләге — үҙ-ара аралашыу, дуҫлыҡты нығытыу, әлеге башланғысты һүндермәй да­уам итеү. Был һуңғы сара булмаҫ, матур йолаға әйләнер, тип ҡәнәғәт булып тара­лыштыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республика етәксеһенән – яҡшы баһа

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе....

Тотош уҡырға 45

Белореттар ҡор йыйҙы

Белореттар ҡор йыйҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белоретта район башҡорттары ҡоролтайы үтте....

Тотош уҡырға 23

"Инорстан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ"

"Инорстан Бронкс яһарға юл ҡуймаясаҡбыҙ" 19.03.2019 // Йәмғиәт

“Инорс Өфөнөң башҡа райондарынан бер ниһе менән дә кәм түгел, һәм унан Бронкс яһарға юл...

Тотош уҡырға 24

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп

Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеп 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белорет районында “Полиция һәм балалар” тип аталған иҫкәртеү операцияһы башланды....

Тотош уҡырға 41

Айыу балаларына исем эҙләш!

Айыу балаларына исем эҙләш! 19.03.2019 // Йәмғиәт

Быйыл айыуҙар ҡышҡы йоҡоһонан иртәрәк уянған. Өфө вольер хужалығында Маша ҡушаматлы йыртҡыстың...

Тотош уҡырға 40

“Начальник” өҫтөнән суд башланды

“Начальник” өҫтөнән суд башланды 19.03.2019 // Йәмғиәт

Өфө ресторандарына шылтыратып, үҙен Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт...

Тотош уҡырға 50

“Бөтә нәмә күркәм булырға тейеш”

“Бөтә нәмә күркәм булырға тейеш” 19.03.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Тыныслыҡ урамындағы 62-се йортта йәшәгәндәр менән...

Тотош уҡырға 41

Сәйнүк мажараһы

Сәйнүк мажараһы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары...

Тотош уҡырға 40

Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы

Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн — һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсе моряктар көнө....

Тотош уҡырға 33

Өс осрашыу

Өс осрашыу 19.03.2019 // Йәмғиәт

“Көнөмдө донъяға сәләм биреүҙән башлайым”....

Тотош уҡырға 63

Фатир һатыу тыйылды

Фатир һатыу тыйылды 19.03.2019 // Йәмғиәт

Өфөнөң Киров районы прокуратураһында “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексындағы 400-гә яҡын...

Тотош уҡырға 46

Тәнде генә түгел, йәнде йылыта

Тәнде генә түгел, йәнде йылыта 19.03.2019 // Йәмғиәт

Яҡташтарының оло ғорурлығы булған Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында бәләкәй генә Емештең...

Тотош уҡырға 58