Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Ниңә барыһын да ҡатмарлаштыраһығыҙ?"
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәтен, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетын юлдағы соҡорҙарҙы яй ремонтлауҙа тәнҡитләне.

Төбәк етәксеһенә баш ҡаланың Оло Граждандар менән Халтурин урамдары киҫелешендәге ремонт барышын күрһәттеләр. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов соҡорҙарға ҡойолған асфальт һалыныуы (был эште еүеш мәлдә лә башҡарырға мөмкин) хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса мобиль ҡушымтаның версияһын күрһәтеүҙе һораны. Ул Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына был эште октябрҙә үк ҡушҡайны. Әммә мобиль ҡушымта республика етәксеһен ҡәнәғәтләндермәне. Етешһеҙлектәре күп һәм бик ҡатмарлы тигән фекерҙә ул.

“Мобиль ҡушымта ябай булырға тейеш: кеше унда инһен, юлдағы соҡорҙо фотоға төшөрһөн һәм ебәрһен. Артабан тейешле хеҙмәттәр үҙ эшен башҡарырға, ремонт башланырға тейеш. Мобиль ҡушымтала әлегә бер ниндәй шәхси кабинеттар булдырырға кәрәкмәй – ниңә барыһын да ҡатмарлаштыраһығыҙ, кешеләрҙе ҡурҡытаһығыҙ? Исеме лә иҫ китерлек түгел – “Юл мастеры”. Башҡа креатив идеялар юҡмы ни? Мине юлдағы соҡорҙарҙы йүнәтеү буйынса регламент ваҡыт та ҡәнәғәтләндермәй. Өс көн – бик оҙаҡ. Бындай тиҙлек менән соҡорҙарҙы йыл аҙағына тиклем ямаясаҡһығыҙ”, – тине Радий Хәбиров.

Өфөлә бөгөнгә тиклем 65 соҡор йүнәтелгән. Республика етәксеһе был күрһәткестең күпкә күберәк булырға тейешлеген белдерҙе.
“Көнөнә кәм тигәндә 500 соҡор ямалырға тейеш, – тине ул. – Шулар арҡаһында автомобилдәр боҙола, тәгәрмәстәр тишелә, юл-транспорт фажиғәләре булып тора. Тиҙҙән дача миҙгеле асыла, халыҡ күпләп баҡсаларға ағыласаҡ. Һеҙҙең эшегеҙ тиҙ һәм сифатлы башҡарылырға тейеш”.

Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Һаумы, 105 йәшем!"

"Һаумы, 105 йәшем!" 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәй. Уға бөгөн 105 йәш тулды!...

Тотош уҡырға 38

Бәхетле булығыҙ, балалар!

Бәхетле булығыҙ, балалар! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин...

Тотош уҡырға 47

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй?

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йылдағыса Бәхет тураһындағы бөтә донъя докладын баҫтырып сығарҙы....

Тотош уҡырға 77

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит...

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Суд ҡарарын үтәмәгән өсөн “Триумф” циркы директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны....

Тотош уҡырға 50

Ул сыйылдаһа – иҫән ҡалаһың...

Ул сыйылдаһа – иҫән ҡалаһың... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Шаран районында шундай хәл булған: мәктәп уҡыусыһы йәмһеҙ итеп сыйылдаған тауышҡа...

Тотош уҡырға 103

Һеҙҙә урамды шампунь менән йыуалармы?

Һеҙҙә урамды шампунь менән йыуалармы? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Сит илдәрҙә булған кешеләр белә: күп ерҙәрҙә урамдарҙы шампунь менән йыуалар....

Тотош уҡырға 65

Ҡатындарҙың аҫылдары – беҙҙә!

Ҡатындарҙың аҫылдары – беҙҙә! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Ғафури районының Красноусол ауылында район ҡатын-ҡыҙҙар советы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 66

Йортта бер үҙең генә йәшәмәгәс...

Йортта бер үҙең генә йәшәмәгәс... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары торлаҡ йорттар планын үҙгәртеүгә контролде арттырырға йыйына. Был...

Тотош уҡырға 56

Күкҡуяндар миллион ике йөҙ мең һум отто

Күкҡуяндар миллион ике йөҙ мең һум отто 20.03.2019 // Йәмғиәт

Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсының республика этабы уҙҙы....

Тотош уҡырға 59

Иртәгәгә һауа торошо ниндәй?

Иртәгәгә һауа торошо ниндәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Был хаҡта иң тәүҙә махсус үҙәк хеҙмәткәрҙәре белә....

Тотош уҡырға 79

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе....

Тотош уҡырға 76

Белореттар ҡор йыйҙы

Белореттар ҡор йыйҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белоретта район башҡорттары ҡоролтайы үтте....

Тотош уҡырға 77