Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кисә генә таҡыр, бөгөн – соҡор-саҡыр...

Башҡортостанда “Тыуған урам” һәм “Башҡорт ихаталары” программалары эшләй башланы.

Яҙ етһә, автомобиль йөрөтөүселәр хафалана башлай: тағы асфальттағы соҡорҙар барлыҡҡа килә инде, апрелдә улар көндән-көн арта барған кеүек. Беҙҙең халыҡ һүҙгә йор бит ул: “Ярай, уның ҡарауы, штрафты аҙыраҡ сәпәрҙәр – бындай юлда тиҙлекте арттырып булмай бит”, – тип ҡуялар. Юл сифатын ҡырҡа яҡшыртыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡалыуын дауам итә һәм республика Хөкүмәтенең күптән түгелге ултырышында ла ошо эш йүнәлеше тикшерелде.

Үҙәк урамдар шыма булһын

– Республикала “Тыуған урам” программаһын тормошҡа ашырыу планлаштырыла, ул ауыл һәм ҡаса­баларҙағы үҙәк урамдарға асфальт йә­йеүҙе күҙ уңында тота, – тине Баш­ҡортостан Башлығы вазифаһын ва­ҡытлыса башҡарыусы Радий Хәби­ров. – Транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитетына Хөкүмәт­тең финанс блогы менән берлектә ошо программаны бойомға ашырыу өсөн талап ителгән аҡса күләмен иҫәпләргә кәрәк. Хәлгә ҡарап, был аҡсаны бер нисә йылға һуҙыу зарур. Беҙҙең бурыс – ҙур ауылдарҙа берәр үҙәк урамды булһа ла асфальтлау.

Радий Фәрит улы был програм­маға муниципалитеттар менән ауыл хакимиәттәрен дә бергәләп финанслашыу шарттарында йәләп итергә ҡушты. “Юл түшәүҙә ярҙам итеү ме­нән бергә ҡоймалар һәм бағана­ларҙы, ғөмүмән, барлыҡ урамды тәртипкә килтерһендәр, килгән халыҡ алдында оят булмаһын”, – тине ул.

Ауылдарҙағы асфальтһыҙ үҙәк урамдарҙың дөйөм оҙонлоғо 3,5 мең километрға етә икән, шуның 365 километры – республика һәм муниципаль-ара әһәмиәтендәге юлдар, йәғни улар ошо үҙәк урамдар буйлап транзит рәүешендә уҙа. Бер километр юлды ремонтлауҙың яҡынса хаҡы – 12 миллион һум, бер километр урамдыҡы – 8 миллион һум.

Транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, хәрәкәт йәнле булған ошондай транзит юлдар үткән үҙәк урамдарға (213 километр) һәм халҡы бер меңдән ашыу булған ауылдар урамына (110 километр) өҫтөнлөк биреләсәк. Уларҙы асфальтлау 3,4 миллиард һумға төшә­сәк, йәғни быйылдан башлап йыл һайын 570-әр миллион һумды тотоноу планлаштырыла. Кәңәшмәлә раҫлауҙарынса, республикала бындай ҙур ауылдар өс меңдән ашыу иҫәпләнә.

Район хакимиәттәре 1 апрелгә саҡлы был үлсәмдәргә тура килгән урамдар исемлеген тапшырырға тейеш, артабан улар ошо программаға индерелә. Ә документтың үҙен 1 июнгә тиклем әҙерләү һәм раҫлау күҙаллана.

Соҡор – хәүеф сығанағы

Кәңәшмәлә шулай уҡ төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәтендә юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлауға әҙерлек барышы ла ҡаралды. Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итеүенсә, был эш 15 апрелдә башланырға һәм 15 июнгә саҡлы тамамланырға тейеш.

Юлда хәүеф тыуҙырған соҡор­ҙарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк бөтөрөү маҡсатында интер-әүҙем карта ла камиллаштырыла. Уны ҡулланыусылар 1 апрелдән файҙа­лана алырға тейеш. Радий Хәбиров ошо ваҡытҡа мобиль ҡушымтаны ла әҙерләргә ҡушты. Тимәк, һәр кем соҡорло урынды фотоға төшөрә һәм уны ҡаланың коммуналь хеҙмәтенә ебәрә ала. Был ысул үҙенең йоғонто­лолоғон күрһәтеп өлгөрҙө лә инде, сөнки Өфө ҡалаһы хакимиәте уны былтыр уҡ ҡуллана башлағайны. Бер йыл самаһы ваҡыт эсендә соҡор-саҡырҙар буйынса 3 124 мөрәжәғәт килгән һәм тиҙ арала тейешле ойош­маларға сара күреү өсөн тапшырыл­ған. Ә был мобиль ҡушымта интер-әүҙем картаға ҡушымта булып тора һәм ҡала халҡы өсөн хакимиәткә мәғлүмәт биреп тороуҙы еңеләйтәсәк, һис һүҙһеҙ, бындай мөрәжәғәттәр һаны ла ҡырҡа артасаҡ.

Әйткәндәй, соҡор буйынса ялыуҙы Өфө хакимиәтенә бөгөн үк ебәрергә була, уның өсөн интернетта http: ufasity.info/doroga һылтанмаһын асырға кәрәк.

Йөрөгәс, туҙа инде...

Белгестәр аңлатыуынса, тәүлегенә дүрт-биш мең автомобиль үтеп торған урынды биш йыл һайын яңынан түшәү талап ителә. Ғәмәлдә хатта үҙәк урамдарҙы ла улай йыш ремонтлау мөмкинлеге юҡ, сөнки был финанслауға бәйле. Сығымды тәүге сиратта федераль трассаларға һәм башҡа үҙәк магистралдәргә тотонорға тырышалар. Ә бына проблемалы урындарҙы – автомобилдәр өсөн авария ҡурҡынысы тыуҙырған соҡорҙарҙы – тиҙ арала “ямап” ҡуйыу муниципаль кимәлдә лә мөмкин булған һәм ашығыс талап булып тора.

Ул төрлө технологиялар буйынса башҡарыла. Өфөлә, мәҫәлән, көндәр бер аҙ йылыта төшкәс тә соҡорҙарҙы һыуыҡ асфальт менән күмдерә башланылар. Бөгөнгә дөйөм күләме 100 квадрат метр самаһы тәшкил иткән майҙанға 15 тоннанан ашыу материал файҙаланылған да инде. Март аҙағында коммуналь ойошмалар “ҡайнар”, йәғни ҡойоп була торған асфальтты ҡуллана башларға ниәтләй, һауа торошо тотороҡло рәүештә йылыға күскәс, ваҡ бөртөклө асфальт файҙаланасаҡтар.

Соҡорҙо асфальт менән күмеүҙең ваҡытлыса сара икәнлеге аңлашыла. Ҡайһы берҙә “Европала асфальттағы соҡорҙо ямау бөтөнләй юҡ, юлды баштан уҡ сифатлы итеп һалалар” тигәнде ишетергә тура килә. Әммә, төрлө сығанаҡтарҙан күренеүенсә, был дөрөҫ түгел – унда ла “ямайҙар”. Фәҡәт уларҙағы һауа торошо Рәсәйҙекенә ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ һәм технологиялары башҡараҡ. Мәҫәлән, беҙҙәге һымаҡ соҡорҙо асфальт ҡатнашмаһы менән күмеп кенә китмәйҙәр, ә уны тәүҙә тирә-яғынан киҫеп алалар. Һәм, әлбиттә, битумдың сифаты ла яҡшыраҡтыр. Беҙҙә нефть эшкәртеү заводтары был материалды ҙур табыш бирә алмаған ярҙамсы, хатта ташландыҡ тауар тип кенә ҡарай. Тап шуға күрә лә йыш ҡына был “ямауҙар” тиҙ туҙа һәм тағы хәрәкәткә ҡамасаулай башлай. Юл хужалығы белгестәре әйтеүенсә, битумдың сифатына ҡарата Дәүләт стандарты талаптарын көсәйтеү – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.



Өфөгә йәшеллек етмәй

Үткән шәмбе һәм йәкшәмбелә, ял көндәре булыуға ҡарамаҫтан, Радий Хәбиров Өфө ҡалаһында йорт ихаталарын төҙөкләндереүгә һәм соҡорҙарҙы күмеүгә әҙерлек барышын тикшерҙе.

Баш ҡаланың Киров урамындағы 91-се һәм Әй урамындағы 63-сө йорттарҙың ихаталары, мәҫәлән, “Баш­ҡорт ихаталары” программа­һына индерелгән һәм был эште быйыл башҡарыу планлаштырыла: иха­таның асфальт япмаһын ҡайтанан тү­шәү, яҡтыртҡыс ҡуйылған бағана­ларҙы күсереү һәм яңыларын урынлаштырыу, балалар майҙансығы һәм турник комплексын булдырыу, хоккей майҙансығын ремонтлау, шулай уҡ видеокүҙәтеү камераларын ҡуйыу һәм автомобилдәр туҡталҡаһын киңәйтеү. Эштең дөйөм хаҡы 14,5 миллион һумға төшәсәк.

Төбәк етәксеһе биләмәне төҙөк­лән­дереү проекты менән танышты, бында йәшәүселәрҙең теләктәрен һәм тәҡдимдәрен тыңланы. Күтәрелгән мәсьәләләрҙең күпселеге йорттарҙы, подъездарҙы һәм подвалдарҙы төҙөкләндереүгә бәйле ине. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, төҙөкләндереү эшенә комплекслы ҡарарға кәрәк. Шуны иҫәпкә алып, ул 1 июнгә саҡлы, халыҡ теләгәнсә, шлагбаум ҡуйыу мәсьәләһен хәл итергә һәм подвалдарҙа тәртип булдырырға ҡушты.

– Яҙ һәм көҙ ағас ултыртыу акцияларын үткәрергә тейешбеҙ, Өфөгә хәҙер йәшеллек етмәй, шуға күрә урамда һәм ихаталарҙа ағастарҙы күбәйтергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Урындағы халыҡ менән һөйләш­кәндә ул уҙып барған ҡышта нисек ҡар таҙартыуҙары менән ҡыҙыҡ­һынды һәм торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ коллективтарына ябай булмаған шарттарҙағы эш өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Климат яғынан ҡарағанда, беҙ – үтә ауыр төбәк, ләкин бар ресурстар нигеҙендә мөмкин булғандың бары­һын да эшләнек, – тине Радий Хәбиров. – Түҙемлегегеҙ өсөн рәхмәт. Беҙ байтаҡ һабаҡ алдыҡ һәм киләһе ҡышҡа әҙерләнгәндә уларҙы иҫәпкә аласаҡбыҙ. Ә ҡалалағы бысраҡ һәм саңға ҡаршы көрәш башлайбыҙ.

“Был система миңә оҡшамай”

Баш ҡаланың Степан Халтурин һәм Оло Граждандар урамдары киҫелешендә төбәк етәксеһе юлдағы соҡорҙарҙы күмеү барышы менән ҡыҙыҡһынды. Транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов аңла­тыуынса, әлеге ваҡытта соҡорҙарҙы күмеү өсөн һыуыҡ асфальт файҙа­ланыла. 15 апрелдән был эштә йылытылған асфальтты файҙалана башларға уйлайҙар.

Ошонда уҡ Тимур Мөхәмәтйәнов соҡорҙо ремонтлау буйынса мобиль ҡушымтаны эшләтеп күрһәтте, был ысулды халыҡтың 1 апрелдән ҡулла­на аласағы күҙ уңында тотола. Радий Хәбиров Өфө буйынса йыйылған мөрәжәғәттәрҙе бүлеп ултырған диспетчер бүлмәһендә лә булды, ошо мөрәжәғәттәр менән эш итеү барышын этаплап тикшерҙе.

– Миңә был система оҡшамай: тәүҙә ул мөрәжәғәтте ҡабул итә, артабан “ватсап”та ниндәйҙер төркөмгә яҙа, унан һуң мотлаҡ телдән күрһәтмә биреү ғәҙәтенән һаман айырыла алмайҙар, – тине төбәк етәксеһе. – Дөрөҫ түгел был. Дөйөм республика кимәлендәге һәм бер ҡулсаға тоташҡан система кәрәк, кеше факторы унда мөмкин тиклем тарыраҡ булырға тейеш. Һеҙ барлыҡ соҡор­ҙарҙы күрә алмаясаҡһығыҙ, бында беҙгә халыҡ ярҙамсы була ала. Ә бының өсөн уңайлы һәм тейешенсә эшләгән мобиль ҡушымта талап ителә.

Йәйге ҡала – таҙа ҡала

Республика етәксеһе Өфөнөң Совет районының Тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү идаралығында ла булды, унда йәйге осорға әҙерлек барышы, тейешле ҡорамалдар һәм материал менән тәьмин ителеү шарттары тикшерелде. Радий Фәрит улы коллективтың эш хаҡы, хеҙмәт шарттары менән ҡыҙыҡһынды.

– Һеҙ ҡыш бик яҡшы эшләнегеҙ, киләһе миҙгелгә тағы ла яҡшыраҡ булырға тейеш, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. – Алда беҙҙе йәй көтә, ҡала таҙа һәм саңһыҙ булырға тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 182

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 185

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 238

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 402

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 306

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 248

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 255

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 495

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 58

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 145

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 117

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 128