Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәл биҙәге семәрле...
Аллаһ Тәғәлә кеше ҡайһы ерҙә генә йәшәмәһен, уға тормош көтөргә, шул ерҙә йәшәү сығанағы табырға мөмкинлек бирә. Тик изге уйың һәм хеҙмәт итергә теләгең булһын.

Беҙҙең яҡтағы ауыл халҡының йәшәү сығанағы булып күп осраҡта йорт хайуандары тора. Был яҙмамда минең өсөн иң ҡәҙерле, иң изгелекле хайуан – кәзә тураһында яҙғым килә. Беҙҙең яҡ халҡының һәм үҙемдең яҙмышым кәзәгә тығыҙ бәйле булмаһа, беҙҙең тормош нисек булыр ине икән, бәлки, бала сағым, үҫмер, йәшлек йылдарым улай уҡ бәхетле, кейемле, туҡ булып иҫтә ҡалмаҫ ине, тип уйлайым. Беҙҙең ғаиләлә ул ваҡытта ете баланы ашатып-кейендереп үҫте­рер, уҡытыр өсөн, әлбиттә, хөкү­мәт тү­ләгән бәләкәй генә хеҙмәт хаҡын нисек кенә һуҙып-ҡыҫып тотһаң да етмәҫ ине. Ул йылдарҙа тамағыбыҙ­ҙы туҡ, өҫтөбөҙҙө бөтөн, беҙҙе белем­ле иткән кәзә малы булды. Уның өҫтөн­дәге дебетте аҡсаға әйләндереп көн күргәнбеҙ.

Йә ялҡау, йә һуҡыр кеше генә шәл бәйләмәне ул йылдарҙа. Үҙе кәзә аҫрай алмаған кешегә дебет һатып алып бәйләргә мөмкинлек бар ине.
Әлеге ваҡытта мин йәшәп, тормош көтөп ятҡан Әлмәт ҡалаһы тирәһендә дебетте “мамыҡ” тиҙәр. Был яҡта бары тик һөт кәзәләрен генә аҫрайҙар. Кәзәләр барыһы ла аҡ төҫтә. Мин бер ваҡытта ла беҙҙең яҡтағы кеүек дебет кәзәләрен күргәнем юҡ. Шуның өсөн ошо мал тураһында һүҙ сыҡһа, үҙебеҙҙең яҡтың кәзәләренең ниндәй төҫтә, нимә өсөн аҫрағаныбыҙҙы тәф­сирләп аңлатам. Болот һымаҡ тауҙы ҡап­лап йөрөгән көтөүҙе бөтөнләй күҙ­аллай алмайҙар.

Кәзәләрҙең беҙҙең тормошта тот­ҡан роле тураһында һөйләйем: уларҙы нисек ҡысҡырта-ҡысҡырта тимер тешле тараҡ менән тарағаны­быҙҙы, дебетте һуғыуы­быҙ­ҙы, иләүе­беҙҙе, сиратыуы­быҙҙы... Күптәргә был шундай мәшәҡәтле эш булып күренә. Ҡыуандыҡ тигән ҡалаға ебәреп – шәлдең ур­таһын, ә ситтәрен үҙе­беҙ бәйләүебеҙ тураһында бик ҡыҙыҡ­һынып тың­лайҙар. Ситтәрен ҡарама­йынса, бар­маҡтарҙың һиҙем­ләүе менән бәйлә­үебеҙ иһә күп кешегә ышанмаҫлыҡ хәл. Кешеләр ҡыҙыҡ­һынып китә, беҙҙең яҡтың шәлен күргеләре, ябынғылары килә башлай.
...Бер егерме йыл элек эштә шәл тураһында һүҙ сыҡты ла мин беҙҙең яҡтың шәлен ябыныуға йомшаҡ булыуын, һыҙлаған ерҙең баҫылыуын, иҫ киткес йылылығын һөйләп бирҙем. Бер хеҙмәттәш ифрат ҡыҙығып китте: “Алып кил әле, һатып алам, ябынып ҡарайым”, – тип заказ бирҙе. Мин йәйгеһен Биштирәккә ҡайтҡас, уртансы ағайымдың ҡатыны Эльмира еңгәйҙән күлдәй ҙур итеп бәйләнгәнен алып килдем. Ул ҡара, матур һәм ҡабара башлағайны. “Әҙерәк аҫтыма түшәп ятып ҡабарттым да әле”, – тине еңгәй.

Беҙ ҙә шулай ҡабарта инек. Әсәй уртаһын Ҡыуандыҡта бәйләтеп алып ҡайтыуға, беҙ ситтәрен бәйләп ҡуя торғайныҡ. Ситтәрен ҡушып эше бөтмәй – ҡабартырға кәрәк. Ҡабар­маһа, баҙарҙа һатып алыусылар хаҡын ныҡ төшөрә, шуға әсәй шәлдәрҙе аҫтыбыҙға түшәй ине. Бер нисә көн ул шәл өҫтөндә ятыу бик рәхәт түгел, сөнки ҡыллыраҡ дебеттән бәйләнгәне сәнсә, ҡысындыра. Ҡабара башлағас, һиҙелмәй. Оҙаҡ түшәп ятырға ла ярамай. Бөтәрләнә. Әҙерәк күтәрелә башлаһа, йомшарып, рәхәт була башлағас ҡына алына. Шунан ауыҙға һыу уртлап шәлгә бөркә-бөркә һелкеп, ҡыш көндәрендә йомшаҡ ҡар өҫтөндә ауната-ауната тағы ла ҡабартаһың да – шәл әҙер. Артабан инде ул Ҡыуандыҡҡа юл тота. Ул замандарҙа унда бик ҙур баҙар бар ине. Шунда инде бөтөн Ейәнсураның уңған, булдыҡлы ҡатындары шәл һатырға бара ине. Ҡыуандыҡтан ул шәлдәр тоҡ-тоҡ онға, килограмлап майға, һауыт-һауыт повидлоға, матур яңы кейемдәргә һәм башҡа көнкүреш тауарҙарына әйләнеп ҡайта ине.
...Шулай итеп, одеялдан аҙ ғына бәләкәйерәк шәлде алып килеп, бергә эшләгән ҡатынға һаттым. Оҙаҡламай үҙем торған ергә яҡыныраҡ бүтән мәктәпкә эшкә күстем. Юлда­рыбыҙ айырылды. Шәлем оҡшанымы-юҡмы, белеп тә өлгөрмәнем тиерлек. Хәйер, матурлығы, ҙурлығы бик оҡшағайны – мин бит йәй алып килдем. Ә шәлде һынар өсөн ҡыштың сатлама һыуығы кәрәк.

Тау менән тау ғына осрашмай... Уҙған йәй ул ҡатынды урамда китеп барған еремдә осраттым. Шунда инде үҙебеҙҙең яҡтың шәленең артабанғы тарихын ишеттем, уның өсөн ғорур­ланып бөтә алманым.

Ул мине яҡын туғанын осратҡандай ҡыуанды. Сәбәбе әлеге лә баяғы ҡа­сандыр минән һатып алған Ейәнсура шәле ине. Ошо йылдар эсендә мине оноттормайынса иҫтә тоттороп тороусы тыуған яғымдың йомшаҡ, йылы, файҙалы шәле булған. “Эй, һине кү­реп, шул шәлең өсөн рәхмәт әйтермен тигәйнем. Белһәң, мин нисек рәхәтлән­гәнемде, ҡәҙерләп кенә ябындым. Уның йылылығы! Ысынлап дөрөҫ әйткәнһең, уны ябынһаң, тәнгә рәхәт булып китә. Бил һыҙлаһа, билгә урайым, аяҡтар һыҙлаһа, аяҡтарға ябам, нисектер тән яҙылып, йомшарып китә. Муйынға һалып ҡуйһаң, баш ауыртыуы ла баҫыла. Ә нисек һаҡлап тоттом! Ҡыш бөтөүгә, аҙ ғына шампунь һалып, йылымса һыуҙа йыуам, аш һеркәһе ҡушып сайҡайым. Урамда елләтеп киптерәм. Шунан антимоль һалып, өс литрлы банкаға һалып, һәйбәтләп ауыҙына бер-ике ҡат марля бәйләп ҡуям.
Ҡоро урынға ҡуям. Көҙ көнө алып, һелкеп кенә ебәрәһең”, – тине ул. Мин йылмайып ҡуйҙым. Ошо ерҙә беҙҙең ул шәлдәрҙе әрһеҙләп ябынғаныбыҙ, бер ваҡытта ла өс литрлы банкаға һалып һаҡламағаныбыҙ иҫемә төштө лә ҡыҙыҡ булып китте. Һаҡлар инең дә, әгәр улар бер-ике бөртөк булһа. Ә бит аҙнаһына бер нисә шәл бәйләй инек.

Мин аптырап был ҡатындан һорай ҡуйҙым: “Әллә һаман да иҫәнме шәл?” “Ни тиклем һаҡлаһаң да, әйбер туҙа инде. Хәҙер инде мамығы аҙ ҡалды, ҡойолоп бөттө, ләкин һаман да йылы. Йә аяҡҡа, йә билгә бәйләйем. Ул туҙа башлағас, Волгоград яғы мамығынан бәйләнгән бик матур, йылҡылдап торған оҙон мамыҡлы шәл алғайным. Их, һеҙҙең яҡтың шәленә етмәне. Йы­лыһы бар, ләкин һөйәккә тиклем үтмәй, нисектер иретеп, тәнде яҙып ебәрмәй. Мамығы ла яһалма кеүек, ялтырый. Ҡупырайып берәй ергә ябынып барһаң ғына. Ҡартайған көнөмдә һеҙҙең яҡтың шәлен тағы берҙе алайым тип, һинең турала уйлай инем. Осрашып ҡай­һылай һәйбәт булды. Алып кил әле мөмкинлек сыҡҡанда”, – тине.

Мин бына шундай данлыҡлы, йы­ы, шифалы шәл төбәгенән булғаныма бик ҡыуандым. Шәл генә булһа ла, беҙҙең яҡҡа бәйле әйбер миндә ғорурлыҡ хисе уятты.

Эй, тыуған яҡ, эй, изге яҡ! Күпме изгелегең тейгән һинең миңә. Ысынлап, төптән уйлаһаң, тормошобоҙҙо етеш итеп йәшәттереүсе шул кәзә малы булған. Кәзә малын тәрбиәләргә йыбанмаған, уны үрсеткән, ул биргән дебетен эшкәртеп, шәл итеп бәйләп, аҡсаһын беҙгә тотонған эшсән атай- әсәйҙәр булған өсөн рәхмәт. Башҡа ла ябындыҡ, бейәләй-ойоҡбаш итеп тә кейҙек, кофта-свитерҙар ҙа бәйләнек.

Әсәйҙәр бер-береһенә өмәгә йө­рөнө, һуҡты, иләне. Ә беҙ биҙәктәрен ҡабатламаҫҡа тырышып, төрлө-төр­лөнө һалып, ярыша-ярыша сит­тә­рен бәйләп ултырыуҙар иҫкә төшә. Шәхси эшҡыуар булғанбыҙ, заманса әйтһәк. Бала сағымдың кәзәгә бәйле йылы хәтирәләре мамыҡ шәл кеүек йылытып, тәнде яҙып, ниндәй генә замана килһә лә йәшәү көсө биреп тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 170

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 175

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 231

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 386

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 294

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 235

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 248

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 483

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 56

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 141

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 112

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 125