Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәнде генә түгел, йәнде йылыта
Яҡташтарының оло ғорурлығы булған Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында бәләкәй генә Емештең үгәй әсәһенән ҡаса-боҫа тигәндәй шәл бәйләргә өйрәнеүен иҫләйһегеҙҙер. Ысын тормоштан алып һүрәтләнгән ул ваҡиға: ысынлап та, беҙҙең район ҡыҙҙары араһында бала саҡтан уҡ шәл бәйләргә өйрәнмәгәндәр бик һирәк. Хәйер, был сер түгел: данлыҡлы “Ырымбур шәлдәре” асылда Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарында бәйләнә. Ҡойоп ҡына ҡуялар уларҙы бында! Һеҙ һүрәттә күргән Флүрә апай Шәһәрова ла – ана шул оҫталарҙың береһе.

Бикес ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Тәүә­кәндә ғүмер иткән, тормош иптәше Вәхит ағай менән (уларҙың татыу ғаилә ҡороуҙарына уҙған йыл 60 йыл тулған) бер ул, бер ҡыҙ үҫтергән апай заманында сөгөлдөр ҙә утаған, фермала һыйыр ҙа һауған, бәрәс тә ҡараған. Колхоз эшенән ҡалмаған башҡа замандаштары кеүек үк, ул да ғүмер буйы шәл бәйләгән.

– Энә тоторға, бәйләргә үҙемдән биш йәшкә оло апайым Нәүбәһәр өйрәтте. Миңә 6-7 йәш самаһы ине ул ваҡытта. Элек бит ауыл халҡы шул кәсеп менән йәшәне: шәл һатҡан аҡсаға балалар уҡыттыҡ, өй һалдыҡ, өҫкә кейергә – кейем, йортҡа йыһаз алдыҡ. Хаҡы ла арыу сыға ине – күҙ нурын түгеп бәйләгән шәлдең аҡсаһы ҡайһы берҙә айлыҡ эш хаҡынан да арта ине.

Күп бәйләнек инде, ғүмер эсендә бәйләгән шәлдәремдең күҙен бер юлға теҙһәң, нисәмә саҡрым булыр ине икән, тип уйлап та ҡуям. Хәҙер олоғайҙым, шулай ҙа күңел һалып бәйләгән ҡул эштәремде юғары урында эшләгән етәкселәрҙең ҡатындарына, рес­публикалағы абруйлы апай-еңгәйҙәргә бүләккә тип алғылап торғас, дәртләнеп китеп йәнә бәйләмгә тотонам, – ти һаман да энә менән дебетен ҡулынан төшөрмәгән шәл оҫтаһы.

“Ырымбур шәле”нең нәзәкәтлелегенә, йом­шаҡлығына, йылылығына һәм, әлбиттә, матур­лығына күптәр хайран, тиҙәр. Миңә ҡалһа, сере яп-ябай: уға бит Күгәрсен ҡыҙҙа­рының да күҙ нуры ҡушылған, күңел йылыһы һеңгән. Тәнде генә түгел, йәнде лә йылыта беҙҙең шәлдәр!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 180

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 185

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 238

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 401

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 306

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 246

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 254

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 494

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 57

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 143

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 116

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 127