Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

“Көнөмдө донъяға сәләм биреүҙән башлайым”.

Бынан бик күп йылдар элек танышҡайныҡ Сәриә апай Әсәҙуллина менән. Әле иҫкә алып ултырам: ул йылдарҙа Сәриә апайға ни бары утыҙ йәш тирәһе булған. Минең өсөн был күп күренгәндер инде, утыҙҙа булһа ла, ҡайһылай матур һаман, тип уйлағайным шул саҡта. Ире Маҙали ағай тома һуҡыр ине. Балалары бәләкәй, тар ғына өйҙә көн итәләр, ләкин ундағы бөхтәлек, һәр төрлө сигеүле япма-селтәрҙәр күҙҙең яуын ала. Ҡапҡа тирәһе лә һеперелгән, таҙа. Апайҙың ағайға ихтирамлы мөғәмәләһе, ауыҙына ғына ҡарап тороуы һоҡландырғайны. Өҫтәл тулы гәзит-журнал.

Эйе, бар ине заманалар: халыҡ ваҡытлы матбуғатты күпләп алдыра, уҡый, гәзит-журнал бик арзан, ә йоғонтоһо көслө ине. Мин дә, район гәзитенә күптән түгел генә эшкә ҡайтҡан йәш журналист, әлеге ғаиләнең тормош-көнкүреше менән танышырға килгәйнем. Шул саҡта уҡ бик оҡшаны миңә Сәриә апай. Үҙе идарала йыйыштырыусы булып эшләй (әйткәндәй, идара бинаһын да ире менән бергәләп төҙөй улар. Ул мәлдә Маҙали ағай һуҡыраймаған була әле). Балалары иһә ҡараулы, йорт-ҡура тәртиптә, ире тормошонан ҡәнәғәт. Тик бына күрмәүе...

— Кистәрен гәзит-журналды ағайыңа ҡысҡырып уҡыйым, — тигәйне Сәриә апай.

Ун ете йәшендә генә тормошҡа сыға ул, йәше етмәгән, тип никахтарын да тәүҙәрәк теркәмәйҙәр. Ә уға тиклем ике генә йәшендә атаһы үлеп китә. Яңғыҙы өс бала менән ҡалған Хәтифә инәй ҡыҙын бер туған апаһы менән еҙнәһенә тәрбиәгә бирә.

— Апам Әүбәкер Әхмәтов комбайнсы булды, шунда үҫтем. Әсәйем ике улы менән “Красная Башкирия” совхозында йәшәне, гел килеп торҙо, шуғалырмы, етемлекте әллә ни тойманым, — тип һөйләгәне лә иҫемдә Сәриә апайҙың.

Ниңәлер ул саҡта мин Маҙали ағай хаҡында бер ни ҙә һорашмағанмын. Әллә күпме йылдар үткәс, Өфөнән районға ҡайтып төштөм. Һеңлем Ишҡолда йәшәй ине, шуға күрә мин дә ошо ауылда төпләнергә ниәтләнем. Һатып алырға йыйынған өй Сәриә апайҙарҙың йортона ҡаршы ғына булып сыҡты. Апай 65 йәштәрҙә, әммә һаман да һөйкөмлө, сибәр. Балалары үҫкән, һәр береһе тормошта лайыҡлы урынын тапҡан. Маҙали ағай йыл самаһы элек кенә яҡты донъянан китеп барған. Ишҡолда йәшәгән бер йылға яҡын ғүмеремдә Сәриә апай менән даими аралаша торғайныҡ. Район үҙәгенә күсеп киткән һеңлем: “Апай, аралашһаң, Сәриә апай менән аралаш, бик һәйбәт, ышаныслы кеше”, — тигәйне. Ул ауылда бер аҙ тороп китеүем дә Сәриә апайҙың тормошо менән яҡындан танышыу өсөн генә булғандыр, тип уйлайым хәҙер. Яҙмыш ҡушыуы. Апай биш намаҙын, ураҙаһын ҡалдырмай, аҡ күлдәктән, аҡ яулыҡтан йөрөй, йортонда әүәлгесә егәрле, аш-һыуға оҫта, балаларын берәм-берәм башлы-күҙле иткән. Һаман да күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай...

Күп тә үтмәй, мин Ишҡолдан күсеп киттем. Һигеҙ йыл самаһы үткәс, мине унда Хәтер кисәһенә саҡырҙылар. Төрлө йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе булып эшләгән, хәҙер инде мәрхүмә булып ҡалған абруйлы шәхестәр араһында һеңлем Рәхимә лә бар ине... Мин тура Сәриә апайға барып индем. Йортҡа матур итеп төкәтмәләр эшләнгән. Әүәлгесә бөтә урында таҙалыҡ, сафлыҡ бөркөлөп тора. Сәриә апай менән кисәгә бергә барҙыҡ, бергә ҡайттыҡ. Ауылда оҙаҡ йылдар мәҙәниәтте күтәреү буйынса ең һыҙғанып эшләгән һеңлем мәрхүмәне иҫкә алып ултырҙыҡ. Һорай ҡуйҙым, Сәриә апай, һеҙҙең тормош хаҡында бик аҙ беләм, һөйләгеҙ әле, тип. Күптәргә өлгө, фәһем булырлыҡ ғүмер кисергән икән дә бит апай, ни өсөн ошоғаса уның хаҡында яҙмай йөрөгәнмен икән һуң?!

Һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткән Сәриә менән Маҙали Әсәҙуллиндар. Самат исемле улдары бәләкәй сағында үлеп ҡала. Ғаян иһә Венгрияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, донъялыҡтан китеп бара. Фирҙәүес, Фәнил, Даян, Фәрүәз, Йәмил, Дим, шөкөр, иҫән-һауҙар, тырышып эшләйҙәр, матур донъя көтәләр. Ҡыҙҙары Фирҙәүес мәктәптә оҙаҡ йылдар инде инглиз теленән уҡыта, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, байтаҡ Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Икенсе ҡыҙҙары Фәрүәз оҙаҡ йылдар Рауил ауылы китапханаһында китапханасы булып эшләй. Фәнил улдары тимерлектә эшләп, 50 йәштән хаҡлы ялға сыҡҡан. Даян — эшҡыуар, ҡатыны менән биш магазин тота.

— Гөлйөҙөм киленем бик аҡыллы булып сыҡты, улыма ла, туғандарға ла оло терәк, — тип ҡыуанып бөтә алмай Сәриә апай. — Хәйер, бер балам хаҡында ла насар һүҙ әйтә алмайым. Үҫкәндә лә тыңлаусан, эшсән булдылар, бөгөн дә әсә һүҙенә ҡолаҡ һалып, ғаиләләрен дә, туғандарын да ихтирам итеп йәшәйҙәр.

Йәмил элегерәк эске эштәр бүлегендә эшләгән, хәҙер хеҙмәт урынын алмаштырған. Уны районда “Йәшлек” бейеү ансамбле бейеүсеһе итеп тә беләләр. Төпсөк малай Дим шәхси предприятиела эшләп йөрөй. Атай-әсәй нигеҙен һаҡлаусы ла ул.

— Маҙали ағайыңа тормошҡа сыҡҡанда ике ҡәйнәм бар ине, — тип хәтергә алды Сәриә апай. — Ҡайным, ауыл Советы рәйесе, ике ҡатын менән йәшәне. Көндәш булһалар ҙа, бик татыу булды ҡәйнәмдәр. Өлкәне тура һүҙле, ярҙамсыл, ғаиләлә уның һүҙе һәр саҡ өҫтөн. Ә кесеһе, Маҙалиҙың үҙ әсәһе, мәктәптә йыйыштырыусы ине, күберәк эштә булды. Оло ҡәйнәм һуңғы көнөнә тиклем беҙҙең ҡарамаҡта йәшәне. Ирем бер ваҡытта ла уға үгәй инәй тип ҡараманы.

Ике әсәй тәрбиәһендә үҫкән Маҙали бәләкәйҙән эшһөйәр, тырыш була. Етенсене тамамлауға ул саҡтағы колхоз рәйесе М. Муллахмәтов йәш кенә малайҙы кассир итеп эшкә ала. Ком-сорг, китапханасы, фермала хисапсы, ауыл хакимиәтендә секретарь — ошондай хеҙмәт юлы үтә Маҙали ағай. Ҡытай сигендә Хасан күле эргәһендәге хәрби часта хеҙмәттә була ул һәм шунан сирләп ҡайта ла инде. “Мейеһен ҡош тишкән”, — тигән сәйер диагноз ҡуя табиптар. Сәриә апай менән өйләнешкәс, ун йыл бәхетле йәшәп ҡала улар. Өфөлә мейеһенә ауыр операция яһатып ҡайтҡан ғаилә башлығы өлкән балалары беренсе класҡа бара торған йылда бөтөнләй һуҡырая. Табиптар, бер нисә йыл ғүмере ҡалған, тип ҡайтаралар, ә Маҙали ағай операциянан һуң да 35 йыл йәшәй. Зарланып та йөрөмәй, яҙмыш һынауын сабыр ҡабул итә. Ун йыллыҡ бәхет, тинем дә, ә бит Сәриә апай менән улар ғүмер буйы тиң-тигеҙ, бер-береһен хөрмәт итеп, ҡәҙерләп йәшәгән.

— Бер ваҡытта ла бер-беребеҙҙе кәмһетмәнек, — ти Сәриә апай. — Операциянан һуң иремдең елкәһендә ҙур тишек ҡалды, гел үҙем бинт менән бәйләнем. Күршеләр үҙ-ара татыу булды, гел бер сама йәштәр генә күсеп сыҡҡайныҡ ошо урамға. Ә бына алама күңелле ҡайһы берәүҙәрҙең һүҙе үҙәккә үткән мәлдәр булды. Колхоз утын, бесән менән бик ныҡ ярҙам итте. Малды гел күпләп аҫраныҡ, бөгөн дә ҡурала ете-һигеҙ баш һыйыр малы тора. Маҙали, күҙҙәре күрмәһә лә, бөтә малайҙарға йорт йүнәтте. Фәрүәз ҡыҙыбыҙ ҙа өйлө, күптән түгел Фирҙәүесебеҙ ҙә өй һатып алды. Шөкөр, тырыштар.

Әсәнең ғорурланырлығы бар. Балаға төп тәрбиә башлыса ғаиләлә бирелә. Сәриә апай бер ваҡытта ла ғәйбәт һөйләмәй, кеше тикшермәй, хатта үҙенә зыян иткәндәргә лә яманлыҡ теләмәй. Ауылда ағинәйҙәр хәрәкәтендә ҡатнаша, изге урындарға ла барып ҡайтҡылай.

— Берәүгә лә аламалыҡ теләргә ярамай, ул кире үҙеңә әйләнеп ҡайта. Мин көнөмдө донъяға сәләм биреүҙән башлайым, — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша был изге йөрәкле апай.

Һыйырҙарының атамаларын да әйт һин әле уның: Сәскә, Миләш, Йома һәм башҡалар.
Бына шундай матур күңелле, һәр яҡлап өлгө булырҙай апай йәшәй Әбйәлил районының Ишҡол ауылында.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 180

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 185

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 238

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 401

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 306

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 246

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 254

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 494

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 57

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 143

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 116

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 127