Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Диңгеҙҙәгеләр өсөн тултырайыҡ бокалдарҙы

Бөгөн — һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсе моряктар көнө.

Бынан йөҙ йылдан ашыу ваҡыт элек — 1906 йылдың 19 мартында — Рәсәй императоры Николай II хәрби-диңгеҙ флотына яңы корабль төрҙәрен — һыу аҫты кәмәләрен индереү тураһында указға ҡул ҡуя. Ә инде быуат үткәс, Рәсәй Федерацияһының Хәрби-Диңгеҙ флоты баш командующийы адмирал Феликс Громов 1996 йылдың 15 июлендә моряк-подводниктарҙың көнөн билдәләү тураһында приказ иғлан итә.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Николай II һыу аҫты кәмәләрен индергәнсе үк был йүнәлештә эш барған. Рәсәйҙең хәрби флотын ойоштороуҙы Петр I исеме менән бәйләп йөрөтәләр. Ул батшалыҡ иткән осор ысын мәғәнәһендә илдең төрлө яҡлап та алға киткән, яңылыҡтар индерелгән сағы һанала: “Европаға тәҙрә асыла”, картуфтан башлап бик күп культуралар индерелә, мәғдән сығарыу, эшкәртеү эше яңы һулыш ала, йәштәр белем алырға сит илдәргә ебәрелә, үҙебеҙҙә уҡыу йорттары асыла. Ил һағын, ҡеүәтен нығытыу буйынса ла яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, флотты яңы суднолар, кораблдәр менән тулыландырыуҙан тыш, 1718 йылда Ефим Никонов атлы оҫта батшаға “потаенное судно” төҙөү кәрәклеге тураһында яҙа. Ләкин тәүге судно һынаған ваҡытта емерелә. Етешһеҙлектәрен асыҡлап, уны төҙәткәнсе Петр I үлеп китә, ә Никоновты ябай эшсе дәрәжәһенә төшө­рәләр. Был планды тик 1834 йылда генерал-адъютант Карл Шильдер етәкселе­гендәге белгестәр тормошҡа ашыра: тотошлай тимерҙән торған, 16 килограмм да­ры тултырылған мина йөрөтөргә һәләтле һыу аҫты корабле төҙөлә. Ләкин... Хөкүмәт был проектты артабан финанслауҙан баш тарта. Тик ХIХ быуаттың 70-се йылдарында ғына хәрбиҙәр ошо йүнәлештә эшләргә кәрәклегенә баҫым яһай башлай. 1878 йылда Степан Джевецкиҙың проекты ҡабул ителә. Тәүҙә корабль бер урынлыҡ ҡына була, шуға хәрби операцияларға бармай. Ә бына икенсеһендә дүрт кешелек ҡарала. Был һыу аҫты кәмәһен матростар аяҡ менән ишеп, велосипед һымаҡ педалде әйләндереп хәрәкәткә килтерергә тейеш була.

Ләкин Рәсәй флотының авторы булараҡ диңгеҙ инженеры, конструктор Иван Бубновты (1832—1919) һанайҙар. И. Бубнов, лейтенант М. Беклимешев, инженер-механик И. Горюнов етәкселегендә Балтик заводында “Дельфин” тип аталған, 240 миль алыҫлыҡҡа һәм ун узелға саҡлы тиҙлектә йөҙөүсе һыу аҫты кәмәһе төҙөлә. Бубнов етәкселегендә “Барс”, “Морж” (Нерпа) тибында “Минога”, “Касатка”, “Акула” тип аталған кәмәләрҙең проекттары әҙерләнә. Ә 1906 йылдың 27 мартында Либавалағы Александр III портында һыу аҫты кәмәләре өсөн белгестәр әҙерләү буйынса Уҡытыу отряды ойошторола. Тәүге ике йыл эсендә бында 103 офицер һәм 525 белгес сығарыла. Шунда уҡ яңы төҙөлгән һыу аҫты кәмәләре килтерелә һәм экипаждар менән тулыландырыла.

Беренсе донъя һуғышы башланыр алдынан Рәсәй империяһының 58 һыу аҫты кәмәһе була. Төп көстәре Балтик диңгеҙендә урынлаштырыла. 1915 йылда ғына ла подводниктар Германияның 16 транспорт-судноһын батыра. 1917 йыл башына айырым дивизия төҙөлөп, үҙ эсенә ете дивизионды ала. Был һуғышта Рәсәй 24 һыу аҫты кәмәһен юғалта, шуларҙың дүртеһе генә “Барс” тибына, йәғни заманына күрә яңыса эшләгәненә тура килә. Әлбиттә, революция, Граждандар һуғышы эҙһеҙ үтмәй. Ләкин йәш совет республикаһында был йүнәлештә эште тиҙ арала яйға һалалар. Яңы проекттар өҫтөндә эшләүҙән тыш, кадрҙар мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителә башлай. Уҡытыу отряды Либаванан Петербургка һәм Ревелгә күсерелә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы 14 меңдән ашыу офицер, старшина һәм ҡыҙыл флотсы әҙерләнә, инженер, конструкторҙар составы тулылана. Подводниктарҙың һуғыш осоронда күрһәткән батырлыҡтары ил тарихына алтын менән яҙылған. Улар дошмандың 100-ҙән ашыу хәрби кораблен, 300-ҙән артыҡ һыу транспортын юҡ итә. Барлығы 23 һыу аҫты кәмәһе Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана, 12-һенә Гвардия исеме бирелә. Төньяҡ флотының дүрт кәмәһе Гвардия һәм Ҡыҙыл байраҡлы исемен йөрөтә. Моряктарҙың 27-һе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, алты меңдән ашыуы орден-миҙалдар менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң совет һыу аҫты флотында ла ныҡлы үҙгәрештәр башлана. Халыҡ-ара хәлдәр боҙолоп китә, һуғыш осорондағы союздаштар ҡаршы тороусы көстәргә әйләнә. Теге яҡта ла, был яҡта ла атом һыу аҫты кәмәләре барлыҡҡа килә. СССР тарҡалғас та, Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флоты донъяла иң көслөһө булып ҡала.

Башҡортостанда Хәрби-Диңгеҙ флотында 43 меңдән ашыу кеше хеҙмәт иткән, ә 35 яҡташыбыҙ адмирал дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән. Советтар Союзы ваҡытында республика шефлыҡ иткән “Башҡортостан” тип аталған һыу аҫты кәмәһе лә булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул юҡ. Ләкин Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы (морское собрание) вәкилдәре хәбәр итеүенсә, быйылғы йыл аҙағында Санкт-Петербург “Уфа” исемле дизель һыу аҫты кәмәһе эксплуатацияға тапшырыласаҡ. Ул Тымыҡ океан флоты өсөн төҙөләсәк. Өсөнсө быуын дизель-электр субмаринаһы донъяла иң тауышһыҙ һанала. Яҡынса 300 метр тәрәнлеккә төшөп, 45 тәүлек буйы автономлы рәүештә йөҙә ала. Экипаж 52 кешенән торасаҡ.

Һәр тантана тыуған иле өсөн һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу менән башлана. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башын һалғандарҙан тыш, тыныс тормошта 77 яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған. Шул иҫәптән I ранг капитаны Ринат Тимерхановтың да исеме бар. Ул “Тайфун” системаһына ҡараған, СССР-ҙа беренсе атом һыу аҫты кәмәһе “Акула”ның тәүге командиры була. Һуңынан һыу аҫты ракетоносецы командирының өлкән ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә, аҙаҡ инде флотилия етәксеһе итеп үрләтелә. 1987 йылдың 16 апрелендә Япон диңгеҙендә учение ваҡытында “Муссон” кораблендә 39 матрос һәләк була. Улар менән бергә Ринат Тимерхановтың да ғүмере өҙөлә.

2000 йылдың 12 авгусында “Курск” атом һыу аҫты кәмәһендә һәләк булыусы­лар­ҙы ла мәңге оноторға хаҡыбыҙ юҡ: Ринат Зөбәйҙуллин, Салауат Янсапов, Наил Хафизов, Роберт Гесслер, Фәнис Ишморатов.

Бер минутлыҡ тынлыҡ...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 180

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 185

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 238

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 401

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 306

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 246

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 254

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 494

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 57

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 143

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 116

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 127