Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәйнүк мажараһы
Республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, шағир - философ, драматург Салауат Әбүзәрҙең аҡыллы драма әҫәрҙәрен режиссерҙар, театр репертуарына индереп, тамашасыларҙы лотерея отҡандай ҡыуандыра, тамаша залдары алҡыштарға күмелә. Авторҙың драма әҫәрҙәрендә, сәхнә шарттарына ярашлы, йәнле тормош бар, социаль проблемалар күтәрелә, эмоционаллек алғы планға сыға, актерҙар тамашасы һөйөүенә лайыҡ була…

Ғафури районының халыҡ театры үткән йылдарҙа Салауат Әбүзәрҙең “Байраҡ аҫтында” тигән комедияһын, “Усаҡ” тигән драмаһын сәхнә­ләштергән. Коллектив, яҡташ -авторҙың “Йәшлеккә ҡайтыу” пьесаһы буйынса бер шар­шау­лыҡ “Сәйнүк ҡайнап сыҡ­ҡан арала” тигән комедия-гротескын сәхнәгә ҡуйып, “Алтын тирмә” милли театр­ҙар­ҙың төбәк-ара фести­валендә 20 халыҡ театры араһында икенсе урынды яулай, лауреат булып ҡайта. “Театр төнө” акция­һында ла халыҡ театры актерҙары шул әҫәрҙе Яңғыҙҡайын ауыл клубында күрһәтә, тамашасыларҙың алҡышына күмелә.

Район мәҙәниәт йортонда ла шул уҡ комедияны ҡуйып, үҙешмәкәр халыҡ театры райондаштарын һөйөндөрә, сөн­ки төбәктә күптән билдә­лелек яу­лаған режиссер Зәйтүнә Зәйнәшева һәм ярҙамсыһы Гөлфирә Бәширова етәксе­легендәге коллективта төрлө һөнәрле сәнғәт һөйөүселәр шөғөлләнә. Әйтәйек, “Сәйнүк мажараһы” тип атағым килгән сәхнә әҫәрен беҙгә Стәрле­тамаҡ дәүләт драма театры һәм филармонияһы бина­һында ҡарарға насип булды. Фантазияға ҡоролған, бәлки, шул сәбәпле гротеск тип аталған әҫәр. Тәбиғәте менән лирик комедияға хас. Әҫәрҙә сәйнүк образы бик йыш телгә алына, сөнки тормошта бер ғаилә лә сәй эсмә­йенсә йәшәмәй. Актерҙар мә­рәкә итеп, сәйнүк тотоп бейей, башына ҡуйып әңгә­мә­ләшә, уны төшөрөп тә ебәрә...

Сюжет буйынса, сәйер ҡы­лыҡлы Мансур (Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Әнүәр Ғә­зизов) менән Әҡлимә (театр сәнғәте ветераны Рима Зәйнуллина) оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән. Әммә Мансур бер көн тәҙрәнән йәштәр туйын күрә лә йәшлек хыялын тормошҡа ашырма­ғаны­на үкенә һәм бер көнгә булһа ла йәшлегенә әйләнеп ҡай­тырға ҡарар итә... Йәш Мансур (актер Фәнзил Ғәлиндең башҡарыу оҫталығына һоҡ­ланырлыҡ) эшһеҙлек, эш эҙ­ләү проблемаһына юлыға… Күршеләр араһында комик характерҙар асыла. Ҡарт Мансур үлгәндер тип, уны эҙләргә күршеләге дуҫы Зәйнулла, йәш Мансур һәм оло Мансурҙың ейәнсәре Ләләгә (артистка Эльвира Насирова) күҙе төшөп, өйлә­нергә уйлаған Илдар (артист Наил Вәлиев) сығып китәләр, тик ҡартты тапмайынса ҡай­талар. Һөҙөмтәлә мөхәббәт өсмөйөштәре лә хасил була, еңелсә көлөүгә нигеҙләнгән күренештәрҙә Ләлә йәш Мансурға ғашиҡ була, Илдар Ләләгә ғашиҡ, Зәйнулла ҡарт “мәрхүмдең” ҡатыны Әҡли­мәне яңғыҙ ҡалдырғыһы килмәй, тик “йәш Мансур” күрше ҡартын Әҡли­мә “әбе­йенә” яҡын ебәрмәй. Финалда ғына ҡарт Мансур “терелә”, ә йәш Мансур юҡ бу­ла. Илдар менән Ләлә бер­гә ҡала… Ҡыҫҡа­һы, халыҡ театры сәхнәләштергән комедия-гротеск комик хәл-ваҡиғаларға бай һәм мажаралы булды, иҫтә ҡалырлыҡ сағыу образдар ижад ителгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 180

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 185

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 238

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 401

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 306

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 246

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 254

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 494

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 57

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 143

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 116

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 127