Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Буҙа эсеп, талҡан ашап...
Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр етештерелгән аҙыҡ-түлектең нисек эшләнеүе, сифаты күптәрҙә һорау тыуҙырмай ҡалмай. Шулай уҡ күп балаларҙың сит илдә етештерелгән ризыҡты ашап, аллергия сиренә дусар булыуы ла ата-әсәләрҙе һағайта.

Халҡыбыҙҙың милли аш-һыуына иғтибарҙың артыуы, уның халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланыуы күптәргә был тәңгәлдә үҙ эшен асырға булышлыҡ итте. Хәҙер сауҙа кәштәләрендә боронғо ысул менән яһалған талҡанды, эремсекте йыш осратырға була, хатта милли эсемлектәребеҙ ҡымыҙ менән буҙаны ла һатып алыу мөмкинлеге бар.

Шуныһы ҡыуаныслы: борон­ғо кәсепте бөгөнгә тиклем һаҡ­лау­сылар әле күп кенә ауыл­дарҙа осрай. Шундай оҫталар­ҙың береһе, үҙенә генә хас алымдар менән талҡан эшләүсе – Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылынан Гөлсирә Хамматова.

Талҡан – туҡлыҡлы, көс би­реүсе, дауалау үҙенсә­лектәренә эйә милли ризыҡ. Ул хатта итте алмаштырған, шуға күрә алыҫ сәфәрҙәргә алыр булғандар. Был милли ризыҡ менән туҡланған ата-бабаларыбыҙ быуын, умырт­ҡа һөйәге ауырыуҙарының ни икәнен дә белмәгән. Ысынлап та, был үҙенсәлекле ризыҡтың файҙаһы бик күп. Талҡанды эш­кәр­тер өсөн организм артыҡ энер­гия сарыф итмәй, сөнки бойҙайҙың туҡлыҡлы запасы 90 процентҡаса ҡулланыуға яраҡлы әҙер формаға әйләнә: аҡһымдар – аминокислотаға, крахмал – глюкозаға, шуға күрә ул мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шә­кәр диабеты менән ауырыу­сы­ларға талҡан икеләтә файҙалы.

Әммә төп маҡсатым – талҡанды пропагандалау түгел, ә уны өләсәйҙәребеҙҙең нисек яһауын, ошо шөғөлдөң бөгөнгә тиклем һаҡланып ҡалыуында тап Гөлсирә инәй кеүектәрҙең өлөшөн күрһәтеү, уларҙың ошо милли кәсепте йәштәргә өйрәтеп ҡал­дыра алыуына рәхмәт белдереү, уны етештереү серҙәрен гәзит уҡыусыларға еткереү. Гөлсирә Хамматова талҡан әҙерләү серен ҙур ихласлыҡ менән уртаҡлашты.

– Тәүҙә бойҙай бөртөктәрен таҙартабыҙ, йәғни уны елгәреп алабыҙ. Бының өсөн ихата уртаһына ҙур ашъяулыҡ түшәп, елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен иҫәпкә алып, һауытҡа ҡойолған ашлыҡты әкренләп елгәрәбеҙ. Былай иткәндә, төшөмө булмаған бойҙай ситкә оса, яҡшылары ашъяулыҡта ҡала. Артабан уны тышҡы мейестәге ҡаҙанда ҡыҙҙырабыҙ. Бер юлы биҙрәләп ҡыҙҙырып алам, – ти талҡан эшләү оҫтаһы.

Хәтеремдә, бала саҡта талҡан тартыу өсөн беҙҙең ауылда ағас тирмәнгә сират була торғайны. Күрәһең, ундай ҡорал бер нисә генә кешелә һаҡланғандыр. Ә бына Гөлсирә инәйгә ул яҡтан борсолорға түгел: уның йортонда ата-бабаларынан ҡалған, 120 йыл тоғро хеҙмәт иткән изге ҡомартҡы – ағас тирмән бар. Хатта тештәрен дә бер ваҡытта ла яңыртмағандар, шул килеш һаҡ­ланған. Әллә күпме кешене ас­лыҡ­тан алып ҡалған был ҡомарт­ҡыны Гөлсирә Хамматова бик ҡәҙерләп һаҡлай.

Әҙер бойҙайҙы тирмәндә тар­таһың, ярҙамсың булһа, бигерәк уңайлы. Тарттырылған он кеүек массаны табаҡҡа һалып алабыҙ. Самалап аҡ майҙы иретәбеҙ, әҙерәк кенә һыу, шәкәр өҫтәргә мөмкин. Артабан ире­телгән май өҫтөнә тарттырылған массаны һалабыҙ. Самалап бер аҙ тоҙ өҫтәйбеҙ ҙә болғатабыҙ. Улар берегергә тейеш, ҡул менән эшләргә лә була. Ҡатнашманы үҙебеҙгә кәрәкле ҙурлыҡта йомарлап, батмустарға теҙәбеҙ. Бер аҙ һыуытып алғандан һуң ашарға ла була.

Әйткәндәй, талҡанды элек башҡорттар киптерелгән ҡорот менән бергә яуға барыусыларға һалып ебәргән. Был ризыҡтар үҙенең туҡлыҡлы булыуы менән бергә, тиҙ боҙолмауы менән дә үҙенсәлекле. Шулай уҡ муйыл, ер еләге, сейә, ҡыҙыл эремсектән дә талҡан эшләргә була. Бигерәк тәмле килеп сыға. Бының өсөн йәй көнө махсус рәүештә был емештәрҙән эремсек эшләнә һәм, киптерелеп, сепрәк моҡсайҙа һаҡ­лана (дым тартырға тейеш түгел). Ҡыш мейестә бер аҙ кип­терелеп, ағас тирмәндә тарттырыла.

Уйлап ҡараһаң, талҡан эш­ләү­ҙең сере ябай ғына. Иң мө­һи­ме – теләк һәм дәрт кәрәк. Нин­дәйҙер технологиялар ярҙа­мында етештерелгән, ялтыр ҡаптарға төрөлгән талҡанды һатып алғансы, милли ризы­ғыбыҙҙы үҙебеҙсә, өләсәйҙәрсә, һәр кем эшләй ала. Ул саҡта та­ҙа ла, сифатлы ла, шифалы ла, файҙалы ла был ризыҡ һәр саҡ табыныбыҙҙың түрен биләр, иң яратҡан тәғәмебеҙгә әүерелер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 180

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 185

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 238

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 401

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 306

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 246

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 254

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 494

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 57

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 143

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 116

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 127