Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Ҡар һыуына барыу

Ҡар һыуына барыу – баш­ҡорттар араһында киң таралған йола. Ул яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Инәйҙәр бала-сағаға, сирле-сырхауға им итер өсөн ҡар һыуын мотлаҡ йыйып ҡалырға тырышҡан, сөнки ул һыу таҙа урындан алынһа, өҫтөнә доға “ябылһа” (доға уҡылһа), тыныс урында ултырһа, боҙолмай, айҙар буйы еҫләнмәй, шифалы сифаттарын юғалтмай. Ҡыш буйы ялҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған был йола. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп-сар ташлау, ярау итеү тыйылған. Ауылдан ярты саҡрым тирәһе алыҫлыҡта булған. 

Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр, йырлашып, ҡар һыуын көйәнтәләп алып ҡайтҡан.

Боҙ оҙатыу

Боҙ оҙатыу йолаһы – ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған, ләкин ниндәйҙер сәбәптән юҡҡа сыға барған байрам. Элек йылғала боҙ ҡуҙғалған көн бер оло байрамға әйләнә торған булған. Урамда балалар: “Боҙ китә! Боҙ китә! Һыу буйына барығыҙ!” – тип ҡысҡырып йөрөгән. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға әбей-бабайҙар, йәш-елкенсәк һәм бала-саға йыйылған. Шаулап-гөрләп, ярға боҙ ташлай-ташлай китә ул һыу. Бер генә көн шулай була. Ташҡан йылға буйҙары ла байрам төҫөн алған: өлкәндәрҙең һәм йәштәрҙең шатланып көлөүе, өҙҙөрөп гармун уйнаған тауыштар төнгә тиклем йыраҡтарға ишетелеп торған. 

Боҙ оҙатҡанда йәштәр боҙ өҫтөнә бер ус һалам ҡуйып, шуға ут төртөп ебәргән, ә бына өлкәндәр иһә ташыу һыуына төйөнсөккә әҙерләнгән ырым бетеүе ағыҙған. Икеһе лә ҡыш буйы йыйылып килгән ҡайғы-ауырыуҙарҙан ҡотолоу ысулы һаналған. Шулай уҡ һыуға ҡаршы баҫып, изге теләк әйткәндәр, һаулыҡ һорағандар.

Ҡарға бутҡаһы 

Ҡарға бутҡаһы – ҡатын-ҡыҙ байрамы. Бешерем-төшөрөм, бәйге­ләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү сығым­дарын улар бергәләп күтәрә. Ауыл буйлап бүләк, ярма, май, йомортҡа йыйыусыларҙы алса­бырҙар тип йөрөтәләр. Алсабыр итеп ауылда абруйлы, һүҙе үтемле, үҙе күңелсәк, йыр, бейеү оҫтаһы булған әбейҙәрҙе һайлайҙар. Ауыл буйлап бүләк, ризыҡ йыйғанда, алсабырҙар сағыу-сағыу күлдәктәр кейеп, биҙәкле таяҡтарға таянып, һамаҡлай-һамаҡлай йөрөйҙәр. Уларға бала-саға эйәрә, ҡысҡырып һамаҡ әйтә: 
Ҡарға әйтә: “Ҡар, ҡар, 
Ҡарғатуйға бар, бар! 
Ҡарғатуйға бармағандың 
Күңеле булыр тар, тар, 
Күңеле булыр тар, тар – 
Ҡарғатуйға бар, бар!” 

Байрамда ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сыға. Байрамға килгәндәр ағасҡа тәңкәләр, көмөш беләҙектәр, муйынсаҡтар, балдаҡтар элә, төрлө төҫтәге таҫмалар, яулыҡтар бәй­ләй. Шул ваҡытта теләгән яҡшы теләктәр, изге хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр. 

Байрамда, ғәҙәттә, уңдырыш­лылыҡты кәүҙәләндергән ҡыяҡ­лыларҙан (арпа, тары, бойҙай) ҡарға бутҡаһы бешерәләр. Сәй табынына бал, бауырһаҡ, бәлеш, гөбәҙиә, ҡоймаҡ, сәк-сәк, эремсек һ.б. ризыҡ ҡуялар. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелә: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сығалар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап, изге теләктәр әйтәләр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡыра. 
Байрамда ярыштар һәм төрлө халыҡ уйындары үткәрәләр, әйлән-бәйлән уйнайҙар, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ һ.б. халыҡ ҡоралдарына ҡушылып бейейҙәр, йырлайҙар, таҡмаҡ әйтәләр. 

Байрам тамамланғас: 
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар! 
Ишетәһегеҙме, ҡарғалар?! 
Баҡсаларҙа алмағас 
Ҡорой, ямғыр яумағас.
Ҡар-р-р, ҡар-р-р, ҡарғалар, 
Беҙ тағы ла китәбеҙ.
Йыйылышып, һыйланығыҙ, 
Ямғыр, яу! – тип теләгеҙ, – тип һамаҡлай-һамаҡлай таралышыр булғандар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 180

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 185

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 238

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 401

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 306

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 246

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 254

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 494

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 57

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 143

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 116

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 127