Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икенсе ҡатынды осраттым...
Күптән ғаиләлемен, балаларыбыҙ буй еткерә, ләкин көтмәгәндә тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе: башҡа ҡатынды осраттым. Ике ут араһында ҡалдым кеүек. Ҡатынымдан айырылмай ғына икенсе никах уҡыта аламмы икән?

Гәзит уҡыусыбыҙҙың “Иман” махсус битенә ебәргән һорауына диндарҙарыбыҙҙың аҡылына, дини китаптарға таянып яуап бирәбеҙ.

Беҙ никахҡа ингәндә ниндәй вәғәҙә бирәбеҙ? Бер-беребеҙҙе яратырға, хөрмәт итергә, ауыр саҡта терәк-таяныс булырға, тоғролоҡ һаҡларға, ғаилә усағын һүндермәҫкә...

Шул уҡ ваҡытта һис кемде мәжбүри өйләндермәйҙәр, барыһы ла ике яҡтың килешеүенә ярашлы башҡарыла. Никахҡа инер алдынан да бит “Ризаһыңмы?” тип һорала, тимәк, ҡарарҙың ныҡлымы-юҡмы икәнлеге йәнә бер ҡат тикшерелә. Ыңғай яуап биреп, кейәү менән кәләш бер-береһенең генә түгел, ә Аллаһ Тәғәләнең алдында ҙур яуаплылыҡ ала. “Никах – сөннәтем, унан ситкә киткәндәр минең өммәтемдән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә.

Ошондай осраҡтарҙа ҡайһы бер ир-ат: “Ҡөрьәндә дүрт ҡатынға ҡәҙәр өйләнергә рөхсәт ителә бит”, – тип бәхәскә инеүсән. Эйе, ғаилә мәсьәләләренә, ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡтарына бәйле “Ән-Ниса” сүрәһендә ундай юлдар бар. Уның тәүге аят-кәримәһендә Аллаһ Тәғәләгә тәҡүәлек ҡылырға, ҡанундарын үтәргә, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡларға саҡырыла. Артабан сүрәлә дүрт ҡатынға ҡәҙәр өйләнергә рөхсәт ителә, ләкин шул уҡ ваҡытта: “Хәләл ефеттәрегеҙгә ҡарата ғәҙел була алмауҙан ҡурҡһағыҙ, берәүҙе генә һайлағыҙ”, – тиелә.

Тимәк, бер нисә ҡатын алыу мотлаҡ түгел, фәҡәт рөхсәт кенә. Шул уҡ ваҡытта Ҡөрьәндең был ҡанунына ярашлы ҡоролған никахтар рәсми теркәлергә, гүзәл зат вәкилдәренең һәммәһе лә социаль йәһәттән ныҡлы тәьмин ителергә, мохтажлыҡ күрмәҫкә тейеш. Әгәр ҙә ки ир вафат була икән, мираҫтан барыһына ла, шулай уҡ балаларға ла өлөш бүленә. Был ҡанун ҡайһы бер мосолман дәүләттәрендә әле лә йәшәй, киң тамыр йәйгән.

Беҙҙең илгә килгәндә иһә, закон буйынса бер ҡатын менән генә никахлашырға мөмкин. Ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күсһә, мөлкәте рәсми документта теркәлгән хәләл ефетенә, балаларына ҡала. Ә инде ирҙең йәнә бер “йәмәғәте” булып, ике арала никах уҡылған хәлдә лә, был ҡатын, шулай уҡ унан тыуған уртаҡ ул-ҡыҙҙар мираҫҡа дәғүә итә алмай.

Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙҙә икенсегә өйләнеү – “ситтәге” ғаиләне социаль яҡлауҙан ситтә ҡалдырыу, һәр йәһәттән ауырлыҡҡа сумдырыу тигән һүҙ. Хөкүмәт тарафынан рәсмиләштерелһә, никах уҡытырға мөмкин булыр ине. Беҙҙең илдә бындай ҡанун юҡ, тимәк, ир-уҙаман ғүмер юлын законлы хәләл ефете менән матур итеп, шөкөрана ҡылып, тоғролоҡта үтергә бурыслы.

Ғаилә – иң изге төшөнсә, диндең дә, дәүләттең дә төп нигеҙе. Шуға күрә уға һәр яҡлап иғтибар бүленә. Ҡөрьәндә ғаиләне һаҡлауға, яҡлауға ҙур урын бирелһә, дәүләт тарафынан да был йәһәттән бихисап закон булдырылған. Ҡанундарҙы үтәү – һәр кемдең изге бурысы. Шуныһы айырыуса мөһим: ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙың хаҡы шул тиклем юғары. Ул – балаларыңдың әсәһе, ғаиләнең усағын һүндермәйсә тотҡан, милләттең киләсәген үҫтергән, тормош ауырлыҡтарын күтәрешкән, тимәк, иң ҙур хөрмәткә лайыҡ кеше. Ошондай гүзәл заттың күҙ йәшен түктермәйек, йөрәгенә яра һалмайыҡ, мөхтәрәм ир-аттар. Шулай уҡ буй еткереп килгән балаларыбыҙға үрнәк күрһәтеп йәшәргә тейешлегебеҙҙе онотмайыҡ. Ғаиләңдәге ихтирамдың, абруйҙың әһәмиәте, көсө баһалап бөткөһөҙ.


Автор: И. ҠОРМАНОВА әҙерләне.
Фото: otvetkak.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 178

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 182

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 236

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 397

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 304

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 243

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 250

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 491

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 57

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 143

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 115

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 127