Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәт һынауына әҙербеҙме?
Һуңғы көндәрҙә яуған ямғыр урындарҙа яҙғы ташҡынға әҙерлекте тикшереү имтиханы булмаҫ тимә. Әлеге осраҡта, билдәле булыуынса, бындай һауа торошо хәүефле һанала. Ямғыр тау-урмандағы ҡарҙарҙың да тиҙ иреүенә булышлыҡ итә.

Баймаҡ районында Һаҡмар, Таналыҡ, Төйәләҫ, Йылайыр йылғалары буйында урынлашҡан ауылдарҙа ташҡынды насар эҙемтәләрһеҙ үткәреп ебәреү маҡсатында аңлатыу эштәре алып барыла. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев етәкселегендәге ташҡынға ҡаршы комиссияның ултырышы үтте. Унда ошо йүнәлештәге сараларҙы раҫлаған план ҡабул ителде.

Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, халыҡты эвакуациялау өсөн һигеҙ ваҡытлыса йәшәү пункты билдәләнгән. “Роспотребнадзор” ҡарамағындағы лаборатория һыуҙан, тупраҡтан, аҙыҡ-түлектән проба алыуға кәрәкле барлыҡ ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Белгестәр инфекция барлыҡҡа килгән урында эшләргә әҙер, эҙләү-күҙәтеү төркөмө ойошторолған, кәрәкле йыһаздар тупланған.

Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса секторы мөдире Йомабай Йәғәфәров әйтеүенсә, ташҡынға ҡаршы иҫкәртеү саралары йыл дауамында бара. Һыу үткәргес торбалар, “Һаҡмар һыуһаҡлағысы”нда боҙ тығылыу хәүефе булған урындар таҙартылған – ғөмүмән, планға ярашлы бар эштәр атҡарылған.

Тәүге ташҡынды ҡабул итәсәк Йолалы быуаһы һәм Мағаш йылғаһы аша һалынған күпер ҙә ныҡлы күҙәтеү аҫтына алынған. Беренсе апрелгә тиклем райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә ташҡынға әҙерлек эштәре тулыһынса тамамланырға тейеш.

– Барыһына ла әҙер булырға кәрәк. Ҡайһы бер йылдарҙа ҙур йылғалар ғына түгел, бәләкәй шишмә-инештәр ҙә ажарланып ташыусан. Халыҡтың үҙенә лә иғтибарлылыҡ, әҙерлекле булыу ҡамасауламаҫ, – ти Йомабай Азат улы.

Районда йылғалар ташыу сәбәпле, юлдар ябылыу ҡурҡынысы янамай. Ишбирҙе, Буранбай ауылдарында һыу ныҡ күтәрелгән осраҡта, халыҡ аҫмалы күпер аша йөрөй ала.

Баймаҡта барлығы 16 гидротехник ҡоролма урынлашҡан, уларҙа һыу сығарыу күләме даими күҙәтеү аҫтына алынған.


Автор: К. ИШБУЛДИНА.
Фото: ua-reporter.com
Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 182

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 185

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 238

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 402

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 306

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 248

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 255

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 495

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 58

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 145

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 117

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 128