Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәт булдыҡлыға буйһона
Нефтекама һыуының сифаты яҡшы.

Һыу – тәбиғәттең иң ҡәҙерле байлығы, йәшәү сығанағы. Уны ер тәрәнлектәренән сығарып һәм тәбиғи сифатын һаҡлап ҡулланыусыға еткереү өсөн бик ҙур көс һәм тырышлыҡ һалына. Беҙгә һыу ҡытлығы янамай. Әммә уның запастарын теүәл һәм һаҡсыл файҙаланыу бөгөн көнүҙәк социаль-иҡтисади бурыс булып тора. “Нефтекамаводоканал” муниципаль унитар предприятиеһының эшмәкәрлеге тап ошо мөһим маҡсаттарға йүнәлтелгән.

Тәүҙә предприятиеның үҙе менән таныш­тырайыҡ. Уның ярты быуатлыҡ бай тарихы бар. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында Нефтекаманы һыу менән тәьмин итеү системаһын эксплуатациялау өсөн “Арланнефть” етештереү идара­лығының бер подразделениеһы булараҡ ойошторола. Бер нисә йылдан үҙаллы предприятие булып формалаша. Уның артабанғы эшмәкәр­леге Нефтекаманың ҡала булараҡ үҫеше менән үрелеп бара. Ҡалалағы торлаҡ һәм сәнәғәт объекттарының әүҙем төҙөлөшөнә бәйле, һыуға булған ихтыяжды тейешенсә ҡәнәғәтләндереү, шулай уҡ канализация селтәрҙәрен киңәйтеү өсөн коллективтың төрлө быуын белгестәре һәм эшселәре фиҙакәр хеҙмәт һала.

Бөгөн инде предприятие, Нефтекама менән бер рәттән, Ағиҙел ҡалаһы һәм Краснокама райо­ны халҡын, ундағы сәнәғәт һәм социаль объекттарҙы эсәр һыу менән тәьмин итә. Ағынты һыуҙарҙы йыйыу һәм таҙартыу ҙа уларға йөкмәтелгән. Йәғни “Нефтекама водоканал” предприятиеһы республиканың тотош төньяҡ-көнбайыш төбәгенең йәшәйешендә, экология именле­ген­дә һәм, ғөмүмән, социаль-иҡтисади үҫе­шен­дә ҙур әһәмиәткә эйә. Шуны ла бил­дәләргә кәрәк: республика даирәһендә эсәр һыуҙың сифатына баһа биргәндә, “Нефтекама­водока­нал”дыҡы Өфө һәм Екатеринбург ҡалаларындағы һыуға тиңләштерелә, хатта ҡайһы бер химик һәм биологик үҙенсәлектәре буйынса юғарыраҡ сифатлы тип баһалана. Быға нисек өлгәшелә һуң?

Коллективҡа ҡулланыусыларҙың юғары сифатлы һыуға булған ихтыяжын тулы­һынса ҡәнәғәтләндереү, шул уҡ ваҡытта төбәктең экологик именлеген тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Быға һәр хеҙмәт участ­каһының заманса техник һәм технологик алымдарға нигеҙләнеп, фиҙакәр хеҙмәте менән ирешелә. Предприятие ун ике төп һәм ярҙамсы цехтарҙы, хеҙмәттәрҙе берләштерә. Уларҙа барлығы 400-гә яҡын юғары квалификациялы эшселәр һәм инженер-техник хеҙмәткәрҙәр эшләй. Һыуҙы сығарыу, таҙартыу һәм таратыу цехын предприятиеның иң яуаплы эш участкаһы тип әйтергә кирәк. Уның составына һыу йыйғыстар, насос станциялары инә. Предприятиела һыуҙы техник һәм иҡтисади талаптар буйынса натрий гипохлориты менән ышаныслы һәм хәүефһеҙ зарарһыҙлан­дыралар. Бының өсөн һыу таҙартыу ҡоролмаһында аш тоҙо иретмәһенән гипохлорит әҙерләүҙе яйға һалғандар. Ҡала хакимиәте предприятиеға уны етештерә торған ҡоролма һатып алыуға финанс ярҙамы күрһәткән. Цехҡа тәжрибәле һәм талапсан Игорь Чучев етәкселек итә.

Һыу үткәргес селтәрҙәре цехы ҡулланыу­сыларҙы һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүҙе ойоштора, һыу селтәрҙәренең торошон күҙәтә, һыу үткәргестәр төҙөй һәм капиталь ремонт үткәрә. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта предприятие ҡарамағында 400 километрға яҡын һыу селтәре, 400-ләп янғын һүндереү гидранты, алтмыш һыу алыу колонкаһы иҫәпләнә. Цехтың авария-тергеҙеү хеҙмәтенә иң оҫта һөнәр эйәләре тупланған. Цех коллективы хеҙмәт юлын слесарь үҙе лә булып башлаған Булат Солтанов етәкселегендә эшләй.

Ағынты һыуҙарҙы йыйыу, ҡыуҙырыу һәм таҙартыу участкаһы айырыуса ҙур яуаплы­лыҡ талап итә, сөнки уларҙың хеҙмәте тирә-яҡ мөхиттең экологик именлегенә бәйле. Тәжрибәле етәксе Сергей Пушкарев участканың эшмәкәрлеген нәҡ ошо талаптарҙан сығып ойоштора.

Ә бына Светлана Христофорова етәк­се­легендәге аналитика цехын “предприятие­ның йөрәге” тип хаҡлы әйтәләр. Ул өс лабораторияны берләштерә. Үҙәк лаборатория Нефтекама ҡалаһын, Әмзә, Николо-Березовка ҡасабаларын, Ташкинов һәм Михайловка ауылдарын тәьмин иткән эсәр һыуҙың сифатын тәүлек әйләнәһенә анализлап бара. “Сатурн-3” ҡоролмаһында һыу туғыҙ күрһәткес буйынса анализлана. Лаборато­рияларҙа шулай уҡ ер аҫты һәм ер өҫтө һыу сығанаҡтарына, ағынты һыуҙарға һәм сәнәғәт предприятиелары ҡалдыҡтарына сифат контроле үткәрелә.

Предприятиеның эшмәкәрлеген, ғөмүмән, транспорт-механика, диспетчерлыҡ хеҙмә­тенән, абонент бүлегенән, производство- тех­ник бүлектән, һыу үлсәгестәрҙе ҡарау һәм ремонтлау бүлектәренән башҡа күҙ ал­дына килтереп тә булмай. Арала иң йәше – баш технолог бүлеге. Был һис кенә лә ун йыл элек, йәғни бүлек ойошторолғансы технология мәсьәләләре икенсе планда булған тигәнде аңлатмай. Технологик про­цеcтарға идара итеүҙе автоматлаштырыу системаһын нефтекамалар тармаҡта беренсе булып ҡуллана башланы. Ғөмүмән алғанда, производствоны автоматлаштырыу һәм уның энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү йылына алтмыш миллион һум сығымды ҡулай­лаштырыу мөм­кинлеген бирә.

Һуңғы тиҫтә йылда етештереүҙе яңыртыуға 60 миллион һум үҙҙәренең һәм 30 миллион һум бюджет аҡсаһы йәлеп ителгән. Шуға ла насос йыһаздарын һәм уларға идара итеү системаһын яңыртыу мөмкинлеге тыуған. Яңы ҡорамалдар тәүге йылда уҡ иҡтисади йәһәттән үҙен аҡлаған. Нефтекама ҡалаһындағы канализация насос станцияһын һәм Әмзә ауылындағы биологик таҙартыу ҡоролмаһын автоматлаштырыу ҙа көткән һөҙөмтәне биргән. Хәҙер улар менән үҙәк диспетчерлыҡ пунктынан идара итәләр. Был артыҡ эшсе көс тотоуға сығымдарҙы кәметеүгә булышлыҡ иткән. Шулай уҡ йылылыҡ насостарын заманса газ ҡаҙанлыҡтарына алмаштырыу, етештереү биналарын тейешенсә йылытҡан бер ваҡытта, йыл һайын 2,3 миллион кВт/сәғәт электр энергияһын янда ҡалдырыуға булышлыҡ иткән.

Коллектив киләсәккә ҙур пландар ҡуйып йәшәй. Ҡала әүҙем үҫә. Шуға бәйле һыу менән тәьмин итеүҙе яңыртыу талап ителә. Ағынты һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмаһын да яңыртырға кәрәк. Бер нисә йыл элек башланған биологик таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлөшө лә теүәлләүҙе көтә. Яңы төҙөлөш объекттарын һыу менән тәьмин итеү өсөн коллекторҙарҙы һәм канализация насос станцияһын яңыртырға кәрәк. Уның проектына әле дәүләт экспертизаһы үткәрелә. Әмзә ауылында, шәхси төҙөлөштәр менән бәйле, һыу селтәрен киңәйтеү, канализация селтәрен яңыртыу, Нефтекама ҡалаһының шәхси тө­ҙөлөштәр өлөшөн үҙәкләштерелгән һыу сис­темаһына тоташтырыу өсөн селтәр­ҙәр һуҙыу, Касев, Ташкинов ауылдарында һыу селтәрҙәрен киңәйтеү хәстәрлеге күреләсәк.

“Нефтекамаводоканал” – бөгөн үҙ эшмәкәр­леген замандың алдынғы технологияларына ҡорған, ҡеүәтле техник базаға эйә булған предприятие. Уның иң ҙур бай­лығы – белемле, юғары квалификациялы, тәжрибәле эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр. Улар әленән-әле республика кимәлендәге һөнәри оҫталыҡ конкурстарында, бәйгеләрҙә белемен һәм талантын күрһәтә. Ошо булдыҡлы коллективҡа һуңғы өс йылда Владислав Трусов етәкселек итә. Уға ҡәҙәр ул баш инженер булған. “Эште бөтә нес­кәлектәренә тиклем белгән, һыналған етәксе ҡарамағында хеҙмәт һалыу – үҙе ҙур бәхет”, – ти хеҙмәттәштәре уның хаҡында.


Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА
Фото: Нефтекама ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 170

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 175

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 231

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 386

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 294

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 235

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 248

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 483

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 56

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 141

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 112

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 125