Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Республика клиник онкология диспансерының бүлек мөдире Пушкарев Василий Александровичҡа “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы” тигән маҡтаулы исем бирелде.

* * *

Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Башҡортостандың эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары советы рәйесе Рыленко Владимир Данилович — “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Балтас районының “Коммуналь хужалыҡ” йәмғиәте мастеры Кәримов Рәйес Хәбибрахман улы, Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге начальнигы Киров Анатолий Александрович, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса даими комитеты рәйесе урынбаҫары Лебедьков Валерий Иванович — “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе, Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре: Бәләбәй ҡалаһындағы бүлек начальнигы Акимов Александр Дмитриевич, паспорт һәм теркәү эшен тәьмин итеү бүлеге начальнигы Макаева Роза Рөстәм ҡыҙы, Октябрьский ҡалаһындағы бүлек начальнигы Медведев Юрий Николаевич Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;

Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы артистары: солистка Шакирова Зөлфиә Мәсҡүр ҡыҙына, һөйләү жанры артисы Шакиров Йәүит Әхмәтғәли улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы”, Белорет районының “Дефицит” театр студияһы директоры Жеряков Андрей Васильевичҡа, Белорет районының Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Мөхәмәҙиев Рәшит Ғосман улына, Өфө ҡалаһының 4-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Фәйзуллина Гүзәл Рифғәт ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Газ-сервис” йәмғиәтенең “Сибайгаз” филиалындағы Хәйбулла район эксплуатация хеҙмәте диспетчеры Рәхимов Бүләк Мырҙағәли улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе”, “Ишембай электр селтәрҙәре” предприятиеһының электр лабораторияһы начальнигы Прилепа Земфира Зөфәр ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы”, Күмертау авиация предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре: төп инженер Ҡужәхмәтов Нурислам Амангилде улына, цех начальнигы Лисов Вячеслав Анатольевичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе”, Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомобиль мәктәбе начальнигы Әхибйәнов Зәбир Шакир улына, Өфө локомотив депоһы машинисы Рамазанов Рәмил Рәйес улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре”, Саҡмағош районының “Саҡматаш” йәмғиәте директоры Бакиров Ирек Ғүмәр улына, Сибай ҡалаһының “Дөйөм туҡланыу” йәмғиәте директоры Зөбәйерова Роза Миңлебай ҡыҙына, Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейы ашнаҡсыһы Миңлебаева Сәлимә Дәүләт ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре”, Балтас районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Аҡбәров Айрат Васфи улына, Стәрлетамаҡ районы “Стәрлетамаҡ” агрофирмаһының һөтсөлөк фермаһы мөдире Әлимбаев Кашафетдин Зыяфетдин улына, Яңауыл районы хакимиәте башлығы Вәзиғәтов Илшат Әғзәм улына, Шаран районының “Шаранагрогаз” йәмғиәте директоры урынбаҫары Горошко Олег Ивановичҡа, Бөрө район һәм ҡала ветеринария станцияһы начальнигы Михайлов Николай Кузьмичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Баҡалы районының икмәк комбинаты идараһы рәйесе Бүләкова Илүсә Мәхәсим ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре”, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сәләхова Разалия Сабир ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре”, Йәрмәкәй районының Спартак ауыл Советы башлығы Ғәфүрова Флүзә Хәбиб ҡыҙына, Өфө ҡалаһы Киров районының Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры Шамова Илһөйәр Тимерғасим ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре”, Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар палатаһы президенты, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы президиумы рәйесе Йомадилов Булат Ғүмәр улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы”, Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы бүлеге начальнигы Еремеева Людмила Геннадьевнаға, Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Мәрүәрова Светлана Ревмер ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы”, Стәрлетамаҡтағы “Синтез-Каучук” йәмғиәтенең цех начальнигы урынбаҫары Әсхәтов Рәмил Әсхәт улына, Стәрлетамаҡтағы “Каустик” йәмғиәтенең цех бүлексәһе начальнигы Захарова Татьяна Степановнаға, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводының баш инженеры урынбаҫары Обух Владимир Федоровичҡа, Стәрлетамаҡтағы “Синтез-Каучук” йәмғиәтенең төркөм етәксеһе Петрунина Александра Васильевнаға, Стәрлетамаҡтағы “Каустик” йәмғиәтенең цех начальнигы Соболев Алексей Викторовичҡа, Стәрлетамаҡтағы “Сода” йәмғиәтенең цех начальнигы Сотников Сергей Михайловичҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105