Ҡартайып та ауған солоҡ ҡарағайы...

20-06-2012, 03:14 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ҡартайып та ауған солоҡ ҡарағайы...Йәш саҡта “КамАЗ”-ға ултырып, Стәрленән ҡайтып киләбеҙ, Таҙлар ауылына еткәс, йәнәшәмдәге ир, машина тәҙрәһенән сыға яҙып, тирә-яҡты күҙәтеп килде лә, ҡайһылай матур тәбиғәт, тип һоҡланыуын белдерҙе. Нимәгә иҫе китте икән, тип аптырап ҡуйғайным. Баҡһаң, ошо йәмле мөхиттә тыуып үҫеп, уны көн дә күреп күҙ өйрәнгән, матурлыҡты тоя белмәйбеҙ. Ишембайҙан дуҫтарыбыҙ килһә лә, һауабыҙҙы һулап, ялан-тауҙарыбыҙҙы күҙәтеп туя алмай.

Ана-а-а, күрәһегеҙме урман ситендә ултырған ҡарағайҙы — унда солоҡ булған.
Һораулы ҡарашымды күреп, ул һүҙен дауам итте:
— Йәш ҡарағайҙың осон ҡырҡһаң, ул буйға түгел, арҡырыға үҫә. Солоҡ булдырыу өсөн ағастың башын махсус киҫеп ташлар булғандар. Бер йылды беҙгә танылған профессор килгәйне, уны ул ваҡытта ошо тауҙың аръяғында урынлашҡан умарталығыбыҙға алып килдем. Ҡартайып ауған ағасты күреп, был солоҡ ҡарағайы булған бит, тип күҙемде асты. Тимәк, солоҡсолоҡ беҙҙең төбәктәге башҡорттарға ла хас шөғөл булған...
Ибрай һәм Саҙалы ауылдары аралығындағы шау сәскәгә күмелгән ялан аша һуҙылған арба юлы тау итәгендәге урман ситендә өҙөлдө. Бейек ярҙан ҡасандыр шаулап-Ҡартайып та ауған солоҡ ҡарағайы...урғылып ағып ятҡан тау йылғаһы урынында әле тәрән соҡор. “Йылға” аша сығыуыбыҙға болонлоҡта теҙелеп ултырған аҡлы-күкле умарталар хасил булды. Алдыбыҙҙа пәйҙә булған өшәләк алдында умартасы кейемендәге 11–12 йәштәрҙәге малай ҡаршы алды.
— Ә-ә-ә, атаһына ярҙамға Нияз килгән икән. Һаумы, улым! — Юлдашым, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Ейәнсура ғилми-тәжрибә станцияһы директоры Фуат Фәтҡулла улы Толомбаев, кескәй умартасы менән үҙ тиңе кеүек күреп ҡул биреп күреште. — Бына, умартасылар династияһының бер вәкиле. Уның ҡартатаһы ла оҫта умартасы. Ә атаһы Илшат Ҡыҙрасов беҙҙә 2005 йылдан бирле эшләй. Ярҙамсы ғына булып башлағайны, хәҙер үҙе был умарталыҡтың именлеге һәм уңышы өсөн яуап бирә. Бик яуаплы егет. Уға Күгәрсен ауылынан Илгиз Абдрахманов булышлыҡ итә. Әле аграр университет студенты Даян Әбизов уларҙың ҡулы аҫтында практика үтә.
Ҡартайып та ауған солоҡ ҡарағайы...Һөйләшкән тауышҡа эшләп йөрөгән егеттәр беҙҙең эргәгә йыйылды. Директор улар менән үҙ эштәре тураһында әңгәмә ҡорған арала тирә-яҡҡа күҙ һалам. Ике бейек тау араһындағы аллы-гөллө сәскәле болондо бал ҡорттарынан бигерәк аҡ күбәләктәр һырып алған. Хәйерһеҙең, улар бит ҡоротҡостар. Ҡайһылай ҡоторғандар. Ҡарышлауыҡтары сыға башлаһа, Ғафури, Стәрлебаш райондарындағы һымаҡ, бар йәшеллеккә зыян килтерерҙәр инде...
Өшәләк стеналарына буйҙан-буйға эленгән шешәләргә иғтибар итеүемде күргән егеттәр мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып ҡуйҙы.
— Ҡайын һутын тултырып элһәң, һағыҙаҡ, иңкеш ише бал урлаусылар, шәрбәтле һутҡа ылығып, шешә эсенә тула. Күрәһегеҙме, башҡалар елкәһендә еңел генә йәшәргә өйрәнгән күпме “әрәмтамаҡ” бында, — тине улар.
“Ейәнсура” станцияһы ҡарамағында биш умарталыҡ. Улар Саҙалы, Байдәүләт, Бикҡужа, Буранғол, Үрген ауылдарында урынлашҡан һәм ҡайҙа — ике, ҡайҙа өс кешене эш менән тәьмин иткән.
Йүкә балы, билдәле булыуынса, ҙур һорау менән файҙалана. Шулай ҙа сәскә балының шифаһы ла баһалап бөткөһөҙ икәнен бал яратыусылар беләме икән?! Ә нәҙекәйбилдәр яратҡан сәскәләрҙең был яҡтарҙа төрлөлөгө! Фуат Фәтҡулла улы, әйтәйек, үҙе шул бал ҡорттарынан һис кәм түгел.
— Йүкә сәскәһенән һуң ҡорттар бына ошо кәрешкәгә, аҡ, ҡыҙыл клеверға, ҡурай еләгенә, ер еләгенә, һөтлөкәйгә, урман ҡаҡыһына, йылға буйындағы айыу ҡурайына, бөтнөккә, дегәнәккә, унан ҡарабойҙайға, көнбағышҡа һәм тағы ла әллә күпме үләнгә күсә. Күрәһегеҙме, уларҙың барыһы ла ошо ерҙә үҫә. Тимәк, бал беҙҙең аяҡ аҫтында! Кешеләр уларҙы тапап йөрөһә лә, бал ҡорттары өсөн бар йәшеллек бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина бит ул. Ҡәҙерен генә белергә кәрәк, — тип лекция уҡып ташланы үҙе күптән умартасылыҡ менән шөғөлләнгән юлдашым.
Тәбиғәт ҡосағында йәшәгән умартасыларҙың күңеленә һәр үлән, һәр тереклек яҡын. Иртә яҙҙан умарталыҡ урынлашҡан Сәғер яланын бер инә ҡор үҙ итеп, оя ҡороп, йомортҡа баҫырға ултырғанлығы тураһында һөйләне егеттәр. Һәр нәмәне үҙ күҙең менән күрге килә бит — киттек ҡор янына. Тик... оя буш булып сыҡты. Себештәрен сығарып, кеше күҙенән алыҫҡараҡ алып ҡасҡанмы, әллә берәй эт-ҡош ауыҙына эләктеме икән — йомортҡа ҡабыҡтары ғына ҡаршы алды беҙҙең кеүек саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы. Күңеле төшкән Ниязға ҡарап, себештәрен ҙурайтып алғас, ҡор бында кире ҡайтыр ул, тип йыуатҡы килде. Бала бала инде: бер нисә минуттан малай, ҡайғыһын онотоп, шашынып осҡан аҡ күбәләктәр артынан ҡыуа ине инде.
Әйткәндәй, ысын башҡорт уҙаманы булараҡ, Фуат Фәтҡулла улы гәзитебеҙҙең тиражын арттырыуға үҙ өлөшөн индерҙе — һигеҙ хеҙмәткәренә “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырҙы. Редакция һәм “Башҡортостан”дың барлыҡ дуҫтары исеменән уға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Ейәнсура районы.