Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Театрыбыҙҙың “Диуана”һы
Театрыбыҙҙың “Диуана”һыБәһлеүәндәй кәүҙәле был актерҙы тәүге тапҡыр Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының сәхнәһендә күрҙем. Эргәлә ултырған дуҫым: “Ана, һинең яҡташың уйнай”, — тине. Баҡһаң, Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән икән. Аҙағыраҡ иһә уның менән осрашып, һөйләшергә лә насип булды. Илфат Йомағолов менән танышлығыбыҙ шулай башланды. Шаян, йор һүҙле был ағайҙың Һауа десанты ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткәнен белгәс, аптырабыраҡ ҡалдым: бөтә ҡиәфәтенән көс-ғәйрәт урғылып торған кеше лә шундай йомшаҡ күңелле, хискә бирелеүсән булһынсы әле!..
Бына бөгөн тағы осраштыҡ Илфат ағай менән. Үҙ мәшәҡәттәребеҙгә сумып, күптән һөйләшеп ултырған юҡ ине. Байтаҡ йылдар үтеп киткән икән дә баһа! Ләкин сәстәренә йылдар ҡары һибелеп, ҡараштарына көҙгө һағыш нуры яғылһа ла, элекке шаянлығын юғалтмаған ул. Күрешеү менән шундай мәрәкә һөйләп ташланы: “Берәү ҡоштар баҙарында йөрөй икән. Ике тутыйғош һатыла, ти. Береһе зифа буйлы, хатта һөйләшә икән. Хаҡы — 50 доллар. Икенсеһен, һөйләшә лә белмәгән йолҡошон, 150 долларға һаталар, ти. “Ниңә улай?” — тип һорай һатып алыусы. “Быныһы, — тип йолҡошона күрһәтә һатыусы, — һөйләшә белгәненең художество етәксеһе”.
Илфат ағайҙың был мәрәкәне юҡҡа ғына һөйләмәгәнен шунда уҡ төшөндөм. Һәр хәлдә, ул үҙе һөйләшә белмәгән “тутыйғош” затынан түгел, рәхәтләнеп һөйләштек.

— Илфат ағай, ғүмерегеҙҙең 50-се тауынан тирә-йүн нисегерәк күренә?
— Элек 50 йәшлек кешеләр миңә ҡарт һымаҡ тойола торғайны. Үҙем ошо йәшкә еткәс, “юҡ, миңә 50 түгелдер ул”, тим. Ләкин йәштәр менән аралашҡан саҡта, уларҙан “батя”, “отец” кеүек һүҙҙәрҙе ишетеп, һиҫкәнеп ҡуям. Бына әле һеҙгә (редакцияға. — С.Ә.) килгәндә автобуста бер ҡыҙ урын тәҡдим итте. “Рәхмәт, мин ул тиклем ҡарт түгел бит әле”, — тигән булам. Шулай, үҙеңде йәш тойоп, күктә талпынып маташһаң да, ергә төшөрөп ҡуялар ул.
— Хәйер, ҡартлыҡ тигән нәмә өркөтмәйҙер һеҙҙе. Уның менән йәштән үк “дуҫ” булдығыҙ бит. Йәғни театрҙа башҡарған ролдәрегеҙ күпселектә өлкән йәштәге кешеләр.
— Эйе, миңә үҙемдең йәштәге образды башҡарырға тура килмәне тиерлек. Йәшемә тура килгән берҙән-бер образ Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” әҫәрендәге Диуана булды. Уға ла, миңә лә 30 йәш ине. Диуана шул йәшендә ҡалды, мин үҙгәрҙем.
— Һеҙ әле лә Диуананы уйнарлыҡ.
— “Диуаналыҡ” күңелде ташламаһын... Уйлап ҡараһаң, донъябыҙҙа аҡыллы “диуаналар” һирәк осрай, диуана “аҡыллылар” ишәйҙе.
— “Ҡарт” ролдәрегеҙ кемдәр ине?
— Азат Абдуллиндың “Һуңғы уҙаман” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә Ҡудашев, мәҫәлән. Драматург күрергә теләгән партком секретары образы ул. Ундай әүлиә йәнле секретарҙар тормошта булмай торғайны, әлбиттә.
Әнғәм Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыялдарым”ында — Ҡәҙерша, “Балаҡайҙарым”ында — Кашаф, Флорид Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?”һендә үлә алмай йонсоған 80 йәшлек ҡартты уйнарға тура килде.
— Яҙмышығыҙҙы театр менән бәйләгәнгә үкенгән мәлдәрегеҙ булманымы?
— Булғандыр. Актерҙарға ихтирам менән ҡаранылар элек, иң хөрмәтле һөнәрҙәрҙең береһе була торғайны. Хәҙер, танымаған кешеләр араһында, үҙемде актер тип әйтергә лә оялам мин. Ни өсөн тигәндә, уларҙың сәнғәт кешеләренә ҡарата мөнәсәбәте лә икенсе. Кеше рухиәттән ситләшеп, матдилыҡҡа ынтыла.
— Халыҡ театрға йөрөмәй тигән һүҙҙәр ҙә ишетелгеләй шул.
— Сәбәптәре күп уның. Һәр өйҙә аппаратура: радио, телевизор, видео... Бына, әйтәйек, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры ҡаланың бер ситендә ултыра. Черниковка, Дим, Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр теләһә лә театрға йөрөй алмай, әлбиттә. Килгәнсе генә бер-ике сәғәт ваҡыт үтеүе мөмкин. Өйөңдән алдараҡ сыҡҡан рәүештә лә, “тығын”ға эләгәсәкһең. Шулай ҙа театрға йөрөүселәр юҡ тип әйтеп булмай: берәүҙәр өсөн унда барыу — оло ваҡиға, байрам кеүек.
— Башҡорт театрынан һуң татар театрында уйнауы ауыр түгелме?
— Ҡыйынлығы тойолманы. Бер йыл буйы Карлсонды урыҫса уйнарға тура килде. Һүҙҙәрҙе татарса ятлап та бөткәйнем, премьераға ике көн ҡалғас, режиссер әйтә, ҡала балалары аңламаҫ, урыҫ телендә һөйлә, ти. Аҙағыраҡ “Аҡ сәскә — һиңә бүләк” спектаклендә татарса уйнаным. Әлбиттә, татар теле башҡорт теленә яҡын булһа ла, айырма ҙур ғына. Һәр телдең үҙ моңо бар бит.
— Белеүемсә, үҙегеҙ ҙә сәхнә әҫәрҙәре яҙаһығыҙ.
— Яҙғыланым... Ләкин театрҙарға тәҡдим итеп ҡарағаным юҡ. Әле өҫтәлемдә ете-һигеҙ пьеса ята. Күрһәтеп ҡарайыммы икән тип уйлағайным да, ҡуй, мин әйтәм, хәҙер йәштәр бар, яҙһындар.
Тәүге пьесам “Бүләк” тип аталды. Драматургтарҙың республика конкурсында 3-сө урын алғайны. Сибай театры ҡуйырға теләгәйне, нишләптер онотолоп ҡалды. Бер тапҡыр һорағайным, юғалды, тинеләр. Аҙаҡ ҡыҙыҡһынып торманым...
— Шиғриәткә лә битараф түгелһегеҙ бит әле.
— Элегерәк, академтеатрҙа эшләгәндә, репетиция мәлендә башҡа килгән фекерҙәрҙе шиғри юлдарға һалып, ролдең артҡы битенә теркәй барҙым. Бер мәл роль биттәре юғала башланы бит. Ниңә улай икән тип аптырайым. Баҡһаң, кемдәрҙер “үҙләштерә” икән. Байтаҡ ваҡыт үткәс, үҙемдең ошо “юғалған” һүҙҙәр бәғзеләр башҡарған йырҙарҙа килеп сыға башланы. Йырлайҙар икән, тимәк, оҡшатҡандарҙыр. Яҙғандарым әрәм булып ҡалмаған.
— Бөгөнгө артистар тураһында ниндәйерәк фекерҙәһегеҙ?
— Һәр һөнәрҙең үҙ нескәлектәре бар. Әйтәйек, һөнәрен йүнле башҡармаған кеше хаҡында “сапожник” ти урыҫтар. Артистар араһында ла бар ундай “итексе”ләр. Йәғни башҡарған ролеңдең эсенә инеп, йөрәгең аша үткәрмәй, сәхнәлә “маймылланыу”. Ләкин “итексе” актер булған кеүек “актер” итекселәр ҙә була. Был инде үҙ һөнәреңде яратыуға бәйле. Үҙем актер кеше булараҡ, берәүгә лә төртөп күрһәтмәйем, берәүҙең дә исемен фашламайым һәм баҡсаһына таш ташламайым. Уныһы инде театр тәнҡитселәренең эше.
Актер башҡаларға ныҡ бәйле һөнәр. Уның нисек уйнауы режиссерға, рәссамға, сәхнә эшсеһенә, костюм тегеүсегә, грим һалыусыға бәйле. Ҡыҫҡаһы, ҡурсаҡ кеүек ул. Әгәр инде үҙеңсә ҡыландыра башлаһаң, ана, рәссам йәки гример нисек эшләгән — шулай ит, тип тиҙ урыныңа ултыртып ҡуялар.
Бына Рифҡәт Исрафилов менән эшләгән осорҙа ижади эшләү бар ине. Ул: “Ошо образды нисек күрәһегеҙ, әйтегеҙ”, — тип фекеребеҙ менән ҡыҙыҡһына торғайны.
— Театрҙың киләсәге бармы?
— Театр — үлемһеҙ сәнғәт ул. Техника дәүере тип һөйләһәк тә, театр һүнмәйәсәк. Тере йән бит ул, ә тере йәнгә кеше һәр саҡ тартылып торасаҡ. Киноны туҡтатып торорға, ҡабат әйләндереп ҡарарға мөмкин. Театрҙа барған спектаклдәр уйналған һайын үҙенсәлекле була бара, уны ҡабат ҡарап булмай. Бер үк спектакль икенсе көнөнә башҡасараҡ уйнала барыбер. Формаһы шул уҡ булһа ла, эске донъяһы үҙгәрә.
Һүҙ ҙә юҡ, театр йәшәйәсәк. Ләкин нисек йәшәр, уныһы — икенсе мәсьәлә. Рәсәй театрҙары репертуарға ҡоролған, ә башҡа илдәрҙә улай түгел. Мәҫәлән, унда теге йәки был театрҙың актеры тигән төшөнсә юҡ. Театрҙар бер спектаклде ҡуйыр өсөн актерҙар менән контракт төҙөй. Шулай итеп, унда ғүмере буйына бер ролде башҡарып йөрөүселәр ҙә бар.
— Кемдәрҙе остаз тип атар инегеҙ?
— Үҙемде Рифҡәт Исрафилов мәктәбен үттем тип әйтә алам. Уҡытыусыларым Булат Хәйбуллин, Гөлли Мөбәрәкова, Олег Ханов сәнғәт серҙәренә төшөндөрҙө. Шундай оло таланттарҙан һабаҡ алыуым менән бәхетлемен. Хатта Рифҡәт Исрафиловта уҡыр өсөн дүрт йыл сират көтөүселәр ҙә булды. Ул Рәсәйҙең иң көслө биш режиссеры иҫәбенә инә.
— Илфат ағай, театр сәхнәләрендә тағы-тағы осрашырға яҙһын!
— Шулай булһын. Амин.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә

  1. Гульнур Давлетярова
    Гульнур Давлетярова от 24.08.2016, 18:07
    Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Флорид Бүләковтың әҫәре буйынса төшөрөлгән "Ай ҡыҙы" фильмын күрһәтә башланылар. Кисә шуны ҡарап ултырҙым. 2001 йылда төшөрөлгән. Ғаяз Алтыншин төп ролдәрҙең береһен уйнай. Ниндәй сағыу актер, ул буй-һын, утлы ҡараш - барыһы ла үҙендә! Уның бер нисә йыл инде был донъяла юҡлығын ишетеп бик тетрәнгәйнем. Йәшләй генә, ижадының иң емешле сағында әрәм булған. Юлдан тайпылған иптәшегеҙгә терәк-таяныс була алмағанһығыҙ... Аяныс. Ошо фильмда тағы ла бер актерға - Илфат Йомағоловҡа иғтибар иттем. Ул бит беҙҙең башҡорт театр сәнғәтендә үҙе бер табыш! Бөгөн театр сәхнәһендә ул да күренмәй. Ул ҡайҙа юғалды?
    Кисә генә Башҡорт дәүләт академия драма театрының Бәйләнештәге махсус битенә ошо һорау ҡатыш фекеремде яҙып һалғайным. Салауат Әбүзәрҙең әңгәмәһен уҡығандан һуң яуапты таптым: Илфат Йомағоловҡа академ театрҙа урын юҡ икән. Бик йәл. Шундай шәп актерҙы тыуған театрынан айырып, ситтә йөрөтөү кемгә кәрәк икән? Илфат Йомағолов ише актерҙар һирәк тыуа бит, уның таланты хаҡына ғына ла, кәмселеге йәки ғәйебе булған хәлдә лә, ғәфү итергә һәм башҡорт театр сәхнәһенә ките ҡайтарырға кәрәк.

    Шәп әңгәмә.

    Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Флорид Бүләковтың әҫәре буйынса төшөрөлгән "Ай ҡыҙы" фильмын күрһәтә башланылар. Кисә шуны ҡарап ултырҙым. 2001 йылда төшөрөлгән. Ғаяз Алтыншин төп ролдәрҙең береһен уйнай. Ниндәй сағыу актер, ул буй-һын, утлы ҡараш - барыһы ла үҙендә! Уның бер нисә йыл инде был донъяла юҡлығын ишетеп бик тетрәнгәйнем. Йәшләй генә, ижадының иң емешле сағында әрәм булған. Юлдан тайпылған иптәшегеҙгә терәк-таяныс була алмағанһығыҙ... Аяныс. Ошо фильмда тағы ла бер актерға - Илфат Йомағоловҡа иғтибар иттем. Ул бит беҙҙең башҡорт театр сәнғәтендә үҙе бер табыш! Бөгөн театр сәхнәһендә ул да күренмәй. Ул ҡайҙа юғалды?
    Кисә генә Башҡорт дәүләт академ театрының Бәйләнештәге битенә ошондай һорау ҡатыш фекеремде яҙғайным. Хәҙер аңлашылды: Илфат Йомағоловтың башҡорт театры сәхнәһенән китеүе бик үкенесле. Уның кеүек талант эйәләре бик һирәк бит арабыҙҙа. Шуға күрә, актерҙы бер нәмәгә ҡарамаҫтан, башҡорт театры сәхнәһенә кире ҡайтарырға кәрәк.






Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар

Әҫәрҙәр уятҡан уйҙар 23.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева, һис шикһеҙ, көслө һәм ижади шәхес. Уның “Яҡтыға” трилогияһы...

Тотош уҡырға 25

Шишмә кеүек

Шишмә кеүек 23.10.2018 // Йәмғиәт

Моңо бар кеше илһамланмай сыҙай алмаҫ. Ғәли Ильясов – шишмә кеүек ҡыҫҡа, ләкин яҡты, сағыу тормош...

Тотош уҡырға 31

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй

Уллыҡ бурысын теүәл үтәй 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Аталы кеше – арҡалы” тигән әйтемде күп тапҡыр ишеткәнегеҙ барҙыр. Халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын...

Тотош уҡырға 34

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә

Һәр ғәмәлгә яуап тоторға тура килә 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Кисермәҫлек хата яһағанымды аңланым...” Ауылда тыныс ҡына, үҙ яйы менән һәүетемсә донъя көткән...

Тотош уҡырға 44

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…”

“Ғүмер буйы бейем менән йәшәнем…” 23.10.2018 // Йәмғиәт

Ололарҙың фатихаһын алыуға ни етә?! Килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәре тураһында ниндәй генә әҫәрҙәр...

Тотош уҡырға 38

Һалдатҡа китә егеттәр...

Һалдатҡа китә егеттәр... 23.10.2018 // Йәмғиәт

“Республика хәрби комиссариаттарында иҫәптә торған дүрт хеҙмәткә саҡырылыусы олимпия спорт төрө...

Тотош уҡырға 29

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?”

Радий ХӘБИРОВ: “Автобустан газ баллоны төшөп ҡалып, фажиғә булғанын көтөргәме?” 22.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров пассажирҙар ташыуҙың хәүефһеҙлеге...

Тотош уҡырға 58

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы

Баймаҡта 500-сө сабый тыуҙы 22.10.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡтағы гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегендә быйыл тыуған 500-сө сабыйға тыуыу тураһында...

Тотош уҡырға 43

Йәштәр был программаны беләме?

Йәштәр был программаны беләме? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһында йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү алыуға сертификат...

Тотош уҡырға 133

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы?

“Бәләбәй йүкәләре” йыры булырмы? 20.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һарайы янындағы сквер халыҡтың иң яратҡан урынына әйләнгән. “Заманса ҡала...

Тотош уҡырға 62

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк?

“Рәсәй лидерҙары”: һынауҙарҙа ниңә ҡатнашырға кәрәк? 19.10.2018 // Йәмғиәт

2018 – 2019 йылдарға “Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә....

Тотош уҡырға 20

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ!

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ! 19.10.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә булған Керчь фажиғәһе йәмәғәтселекте тетрәткән иң аяныслы хәлдәрҙең береһе булып...

Тотош уҡырға 22