Мәҙәниәтте һаҡлау шарты шул

30-06-2012, 04:50 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Мәҙәниәтте һаҡлау шарты шулНияз МӘЖИТОВ,
Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы:

— Мин үҙемде белә башлағандан беҙҙең ғаилә “Башҡортостан” гәзитен алдырҙы. 1941 йылдың сентябрендә Ғафури районы Туғай ауылы башланғыс мәктәбенә беренсе класҡа барҙым. Оҙаҡламай, октябрь айында уҡытыусым — атайым һуғышҡа китте. Хәтеремдә, өләсәйем беҙгә килә лә гәзитте тотоп миңә: “Йә, улым, нимә яҙалар?” — тип ҡысҡырып уҡырға ҡуша. Хәрефләп уҡыу осорон, күрәһең, мин тиҙерәк үткәнмендер инде, һәм был күренеш (ҡысҡырып уҡыу) 1942 йыл буйы барҙы. “Шул ерҙәрҙә фашистар шунса ҡырылды, шунса танк яндырылды”, — тип яҙылған урындарҙы уҡығанда өләсәйем: “Былай булғас, улым, һуғыш оҙаҡҡа бармаҫ”, — тип күңелен йыуата ине.
Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышы, донъя яңылыҡтарын ул саҡта тик “Башҡортостан”ыбыҙ аша ғына белеп барҙыҡ (ауылда радио юҡ ине). Ошо башланғыс “Башҡортостан” аша ғына күңелгә һеңеп ҡалды һәм мине ғүмер буйы гәзит-журналдарҙы, китап яңылыҡтарын иғтибар менән ҡыҙыҡһынып барырға өйрәтте.
Хәҙерге ҡатмарлы донъяла һәр башҡорттоң, уның ғаиләһе яҙмышы, уларҙың тормошҡа булған талаптарын, теләктәрен, бигерәк тә туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы һаҡлауҙа, үҫтереүҙә, пропагандалауҙа беҙ үҙ маҡсаттарыбыҙға тик бөтөн халҡыбыҙ менән берләшеп барғанда ғына ирешә аласаҡбыҙ. Уның бер шарты шул: милли гәзитебеҙ “Башҡортостан”ыбыҙҙы һәр башҡорт яҙҙырып, уҡып барырға тейеш. Был өлкәлә гәзитебеҙ, халҡыбыҙҙың, һәр башҡорттоң тоғро дуҫы, кәңәшсеһе, тейешле мәғлүмәт биреп тороусы вазифаһын үтәй. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, милләттәштәр, үҙебеҙҙең милли гәзит-журналдарҙы, шул иҫәптән “Башҡортостан”ыбыҙҙы алдырайыҡ, уҡыйыҡ, таратайыҡ.
Һүҙ ыңғайында түбәндәге фекерҙе әйтмәйенсә булдыра алмайым. Баҫма һуңғы айҙарҙа һиҙелерлек яңырҙы, мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе лә төрлөләнә.
Үткән быуаттың 60–70-се йылдарында мин, яңылышмаһам, БДУ профессоры Ф. Мәҡсүтов менән “Яңы табыштар, яңы асыштар” тигән рубрика алып барғайныҡ. Ошондай ҡыҙыҡлы, мәғлүмәтле, замандың мөһим мәсьәләләренә ҡағылған, сағылдырған рубрикалар күберәк булһа, гәзитебеҙ тағы ла матурайыр ине.