Яра һаман ҡанһырай…

30-06-2012, 01:54 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Бынан ун йыл элек Германияның Боден күле өҫтөндә ике самолет бәрелеште. Уларҙың береһе “Башҡорт авиалиниялары” самолеты ине. Был фажиғәлә 69 кеше һәләк булды, шуларҙың 52-һе – балалар. Һәләкәт Рәсәй халҡын ғына түгел, бөтөн донъяны тетрәтте. Ошо көндәрҙә Юберлинг ҡалаһында Хәтер көнө үтәсәк. Бында һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә “Өҙөлгән ынйы теҙмәһе” һәйкәле ҡуйылған. Сарала беҙҙең республиканан 150-нән ашыу кеше — һәләк булғандарҙың ата-әсәләре, туғандары ҡатнашасаҡ. Рәсми делегацияны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов етәкләй.

2002 йылдың 1-нән 2 июлгә ҡараған төндө Швейцарияның “Скайгайд” компанияһы авиадиспетчерының хатаһы арҡаһында “Башҡорт авиалиниялары”ның ТУ-154М самолеты һәм Мәскәү — Барселона маршруты буйынса осҡан йөк ташыусы “Боинг-757” самолеты бер һауа коридорына ебәрелә. Балалар Испанияға ялға осҡан булған. Уларҙың барыһы ла – республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, төбәк-ара конкурстарҙа еңеүселәр — яуланған уңыштары өсөн Башҡортостандағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет тарафынан сәйәхәт менән бүләкләнгән. Экипаж ағзалары, балаларҙың барыһы ла тиерлек Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән, бында уларҙың иҫтәлегенә таҡтаташ асылған.
2 июлдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 20.45 сәғәттә “Күл эргәһендәге өй” тип аталған документаль фильм күрһәтеләсәк.
Л. ҒАФАРОВА.