Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яугирҙәрҙең рухы шатланғандыр...
Яугирҙәрҙең рухы шатланғандыр...Баҡраҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлеген мәңгеләштергән мемориаль комплекс асылды. Ошо бәләкәй генә ауылдан һуғышҡа 90 кеше китеп, уларҙың 36-һы ғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан, 54-е ил азатлығы өсөн ғүмерен биргән.

Әлбиттә, баҡраҡтар был иҫтәлекле көндө оҙаҡ көттө, ябай ғына булһа ла обелиск ҡуйыу, атай-олатайҙарҙың исемен мәңгеләштереү хыялын йөрөттө. Күренекле ауылдаштары ярҙамында был уй-ниәт, ниһайәт, тормошҡа ашты. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Газ-Сервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Рәйес Әхмәтша улы Күскилдинға айырыуса рәхмәтле Баҡраҡ халҡы. Ауыл уртаһындағы иң күркәм урында мемориаль комплекс төҙөү идеяһы ла уныҡы. Был ҙур эште тулыһынса атҡарып сығыуҙа уның ярҙамы һәм хеҙмәте хәл иткес булды. Фәнил Ибраһимов һәм башҡа ауылдаштар ҙа изге эштән ситтә ҡалманы.
Баҡраҡ ауылы халҡының ҡыуанысын уртаҡлашырға республикабыҙҙың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина ла килгәйне.
Яугирҙәрҙең рухы шатланғандыр...— Тыуған ил азатлығы өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткән ата-бабалар иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайһығыҙ, үҙегеҙ ҙә уларға лайыҡлы булырға тырышаһығыҙ, бының өсөн барығыҙға ла һәм ауылығыҙҙан сыҡҡан күренекле яҡташтарығыҙға рәхмәт, — тине ул.
Ғафури районы хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровтың сығышында ла ошо фекер яңғыраны.
— Тыуған ауылының, райондың ысын патриоты Рәйес Әхмәтша улына айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә, — тине ул. — Ауылдарға газ үткәреүҙә, төҙөкләндереүҙә, башҡа социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәр саҡ уның ярҙамына таянабыҙ. Был комплекстың ауылдаштары күңелендә яҡты иҫтәлектәр ҡалдырған Әхмәтша Хәсән улы Күскилдиндың 100 йыллығына тура килеүе лә тәрән мәғәнәгә эйә. Яҡшы атанан яҡшы ул тыуа шул.
Бына иң тантаналы мәл етә. Мемориаль комплексты ҡаплап торған туҡыма киҫелгәс, мөһабәт мәрмәр таҡтаташҡа уйып яҙылған исем-фамилияларҙы уҡып, күңелдәр берсә ҡыуаныслы, берсә һағышлы хискә төрөндө. Кәүҙәләре сит яҡтарҙа ятып ҡалған атай-олатайҙарҙың да рухы шатланғандыр — нисәмә йылдан һуң исемдәре булһа ла тыуған ауылына ҡайтты, оло хөрмәткә лайыҡ булды. Тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте менән Еңеү көнөн яҡынайтҡан оло йәштәге апай-ағайҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы — Рузалия Сафиулла ҡыҙы менән Рәйес Әхмәтша улы уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Ошо уҡ көндө “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарылды. Матур тирмәләр ҡорған Ибраһимовтар килен төшөрөү, Мөхәмәтйәновтар сабыйға исем ҡушыу йолаһын күрһәтте. Өфөнән билдәле йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин һәм район үҙәгенән килгән артистар матур концерт программаһы менән сығыш яһаны. Байрамда ҡатнашыр өсөн республиканың, илдең төрлө тарафтарынан ҡайтҡан ауылдаштар рәхәтләнеп күңел асты, комплексты сәскәләр менән күмде. Баҡраҡ урамдарын тултырған халыҡ араһында балаларҙың күп булыуы айырыуса ҡыуандырҙы. Һәйкәлдәр тереләр өсөн ҡуйыла бит. Йылдар үтер, батыр олатайҙарынан, күренекле ауылдаштарынан өлгө һәм фәһем алған йәш быуын киләсәктә тыуған төйәге сәскә атһын өсөн тағы ла ҙурыраҡ эштәр башҡарыр...
Марат ӘМИНЕВ.
Ғафури районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 0

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 0

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 0

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 20

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 22.02.2019 // Йәмғиәт

Уларҙың һыны һәйкәл булып ҡалҡты....

Тотош уҡырға 22

Көслө армия – ил терәге

Көслө армия – ил терәге 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватан һаҡсыһы һөнәре бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай....

Тотош уҡырға 40

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе 22.02.2019 // Йәмғиәт

1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты...

Тотош уҡырға 27

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә!

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө...

Тотош уҡырға 27

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә?

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә “BashDic” электрон уҡыу баҫмаһының исем туйы үтте. Сараға китап уҡыусылар, студенттар,...

Тотош уҡырға 27

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә 21.02.2019 // Йәмғиәт

Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында йәштәр Радий Хәбировҡа бик күп...

Тотош уҡырға 73

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә?

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында Рәсәйҙә билдәле актер Антон Богданов ҡатнашты....

Тотош уҡырға 61

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе 21.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең әүҙем йәштәре менән...

Тотош уҡырға 78