Иң көслөһөмө? Башҡорт бәһлеүәне!

7-07-2012, 04:51 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Иң көслөһөмө? Башҡорт бәһлеүәне!Рекорд артынан рекорд. Исеме Гиннесстың рекордтар китабында лайыҡлы урын биләй. Донъя күләмендәге иң әһәмиәтле ярыштарға тап уны саҡыралар, алҡышлайҙар. Кем тиһегеҙме? Әлбиттә, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, 2005 йылда стронгмен буйынса донъяның вице-чемпионы, башҡорт баһадиры Эльбрус Ниғмәтуллин.

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуып үҫкән егет әленән-әле иҫ киткес уңыштары менән ҡыуандыра. Ошо көндәрҙә Красноярскиҙа көс экстримы буйынса үткән ярышта БДБ һәм Балтияның иң көслө кешеһе тип танылды. Эльбрустың был төр ярыш буйынса халыҡ-ара матчта икенсе еңеүе булды: тәүге тапҡыр 2008 йылда чемпион титулын яулағайны.
Рәсәй йыйылма командаһында уның менән бергә атҡаҙанған спорт мастеры, донъя чемпионы Владимир Муравлев та сығыш яһаны.
Ярыш шарттары ҡатмарлы ине: 450 килограмлыҡ “көйәнтә” ташыу, 450 килограмм торған тәгәрмәсте әйләндереү, 90 килограмлыҡ гантель күтәреү, 600 килограмм йөк тотоп 25 метр аралыҡты үтеү, дүрт тонналыҡ йөк машинаһын түңкәреү. Шулай ҙа Рәсәй спортсылары баҙап ҡалманы һәм беренсе урынды яуланы. Икенсе урында – Украина, өсөнсөнө Эстония менән Литва спортсылары алды.
Башҡорт бәһлеүәнен тиҙҙән Донъя кубогына үтәсәк ярыш көтә. Унан көс экстримы буйынса шәхси беренселектә Мәскәүҙең гран-прийы өсөн алышҡа сығасаҡ. Уңыштар һиңә, милләттәш!
Венер ИСХАҠОВ