Владимир Чуров: “Программабыҙ — эшләргә, эшләргә һәм эшләргә”

10-07-2012, 04:43 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Владимир Чуров: “Программабыҙ — эшләргә, эшләргә һәм эшләргә”
Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Евгеньевич Чуров Башҡортостан Республикаһына килеп, төбәгебеҙҙәге Үҙәк һайлау комиссияһының тәүге ойоштороу ултырышында ҡатнашты. Ошо саранан һуң ул республика киң мәғлүмәт сараларына интервью бирҙе.

— Башҡортостан Республикаһының әүәлге составтағы Үҙәк һайлау комиссияһы эшен нисек баһалайһығыҙ?
— Уҙған дүрт йыл эсендә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы эшендә байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр булған. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы 2011—2012 йылдарҙағы федераль кампанияға әҙерлек һәм уны үткәреү һөҙөмтәләрен юғары баһалай.
— Республика Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы алдына ниндәй бурыстар ҡуйыла?
— Комиссияның яңы составына ярайһы уҡ ҡатмарлы осорҙо үтергә тура киләсәк. Киләһе биш йылда уның ағзалары һайлау ҡануниәтендәге етди үҙгәрештәр шартында эшләйәсәк. Тәү сиратта был Рәсәй Федерацияһында теркәлгән сәйәси партиялар һанының артыуына ҡағыла. Шулай уҡ Рәсәй төбәктәренең юғары вазифалы кешеләрен һәм башҡа эйәрсән һайлауҙарға әҙерләнеү бурысы тора.
— Ҡанундарҙа участка комиссияларын биш йылға ойоштороу тәҡдим ителә, тип билдәләгәйнегеҙ. Был нимәгә бәйле һәм нимә бирәсәк?
— Участка һайлау комиссияларын биш йылға ойоштороуға үҙебеҙ өлгәштек. Ләкин был — беҙҙең өсөн ғәйәт ҙур көсөргәнешлелек һәм яуаплылыҡ. Биш йыл буйы һайлау үткәрәсәк участка комиссияларының лайыҡлы составын ойоштороу — ауыр эш. Бындай комиссияларҙы һәм уларҙың етәкселәрен уҡытыу, әҙерлеккә контролде тормошҡа ашырыу мәсьәләләре субъекттарҙың һайлау комиссияларына һәм территориялар комиссияларына йөкмәтелә. 4 мартта илебеҙҙәге 5 меңдән ашыу һайлау участкаһын веб-камералар аша күҙәткәндә комиссияларҙың бер ай эсендә эшкә әҙерләнеп өлгөрмәүе асыҡланды. Тәжрибәһе ниндәй генә булмаһын, улар эшкә әҙерләнмәгән. Шуға күрә тәү сиратта участка комиссиялары ағзаларын уҡытыу бурысы ҡуйыла. Был сара техник яҡтарҙы ла үҙ эсенә алырға тейеш.
— Бындай комиссияларҙа икенсе эштән бушатылған ағзалар эшләйәсәкме?
— Юҡ. Улар төп эшенән китмәйәсәк. Участка һайлау комиссияһы ағзаһының статусы биш йыл дауам итәсәк. Тейешле таныҡлыҡ биреләсәк, йылына бер тапҡыр уҡытыу үткәреләсәк. Территориаль һайлау комиссиялары бында төп звено буласаҡ. Әле беҙ әҙерлекте финанслау мәсьәләләрен тикшерәбеҙ. Интернет, дәреслектәр, ситтән тороп уҡыу, территориаль һайлау комиссияһы аша бер тапҡыр белем алыу, тест үтеү өсөн түләүгә йылына 1 меңдән 3 мең һумға тиклем аҡса талап ителә.
Киләһе йыл мартҡа тиклем беҙ эште тулыһынса тамамларға, норматив акттар ҡабул итергә тейешбеҙ. Бер яҡтан был ҙур ярҙам булһа, икенсе яҡтан — етди яуаплылыҡ та.
— Участка һайлау комиссиялары составын ойошторғанда техник яңылыҡтарҙың киң ҡулланылыуы иҫәпкә алынасаҡмы?
— Участка һайлау комиссияларын ойошторғанда техник белемле кешеләрҙе йәлеп итеү әле мотлаҡ шартҡа әүерелә бара.
— Участка комиссияларын ойошторғанда, уларҙың эшендә партияларҙың әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ?
— Әле Рәсәйҙең Юстиция министрлығы 20-нән ашыу яңы сәйәси фирҡәне теркәне. Улар төбәктәрҙең яртыһында булһа ла үҙҙәренең бүлексәләрен ойошторорға тейеш. Беҙҙең өсөн иң мөһиме — һайлаусы, ә сәйәси партия — улар менән эшләү ҡоралы ғына. Беҙ сәйәсәткә ҡыҫылмайбыҙ. Сәйәси хәл-шартты бер нисек тә иҫәпкә алмайбыҙ, барлыҡ партияларға һайлаусылар менән эшләүҙә ярҙам итергә тейешбеҙ. Ә партиялар беҙгә һайлаусылар менән эшләүҙә, һайлауҙы ойоштороуҙа булышлыҡ итә.
Партияларҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү зарур. Бөтә партияларҙы ла. Улар — һайлау системаһының түләүһеҙ эшсе көсө.
Барлыҡ сәйәси партияларҙың мәнфәғәттәре иҫәпкә алынырға тейеш, уларҙы иҫкеләргә һәм яңыларға айырып ҡарарға ярамай. Яңы партияны теркәгәндән һуң, төбәк бүлексәһе барлыҡҡа килгән икән, шунда уҡ уларҙы эшкә йәлеп итеү бик мөһим. Сәйәси партия беҙгә нимәгә кәрәк? Улар һайлаусыларҙың һайлауға күпләп килеүен тәьмин итергә, эштә беҙгә ярҙамлашырға тейеш. Быға ҡануниәткә анализ да, хоҡуҡ ҡулланыу практикаһы ла, халыҡтың, һайлаусыларҙың ялыуҙары менән эшләү ҙә, техник йыһазландырыу ҙа инә. Улар үҙҙәрен сәйәсмәндәр тип уйлай. Ләкин беҙ сәйәсәттән ситтә, шуға күрә уларҙы һайлау системаһы, йәғни һайлаусылар мәнфәғәтендә файҙаланырға тейешбеҙ. Партиялар күберәк булған һайын ярҙамсыларыбыҙ арта. Улар быны аңлай. Төбәк бүлексәһе барлыҡҡа килгән икән — кисектермәҫтән уны эшкә ҡушабыҙ.
Комиссия ағзаһының ниндәй партияға ҡарауы мөһим түгел. Биш йыл эсендә ул участка комиссияһындағы эштең бөтөнләй икенсе мәсьәлә булыуын аңлаясаҡ.
Уҙған дүрт йылда беҙ сәйәси партиялар менән асыҡтан-асыҡ эш итеү системаһын ойошторҙоҡ. Ошо эшкә йәлеп ителәсәк партиялар һаны артасаҡ. Улар менән хеҙмәттәшлек, һайлау комиссиялары эшендә ошо партияларҙың даими ҡатнашыуы схемаһын ентекле төҙөү зарур.
— Өфө ҡалаһының Октябрь районында үткән осрашыуҙа территориаль һайлау комиссияһы рәйестәренә нимә теләнегеҙ?
— Федераль, төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт саралары менән йышыраҡ осрашырға, әңгәмәләшергә кәрәк. Гәзиттәрҙә сығыш яһауҙан тартынмағыҙ, тинем. Хакимиәт башлығы был йәһәттән ярҙам күрһәтһен. Һайлау системаһы звенолары эшен халыҡҡа күпләп күрһәтергә кәрәк. “Һайлау” автоматлаштырылған дәүләт системаһына мәғлүмәттәр ҡайҙан килә? Территориаль һайлау комиссияһынан. Кешеләргә, һайлаусыларға яҡыныраҡ булырға, лекциялар менән сығыш яһарға кәрәк.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһында ни бары 12 ағза. Территориаль һайлау комиссияһы, шулай уҡ участка һайлау комиссияларында йөҙҙәрсә, меңдәрсә, анығыраҡ әйткәндә, 33 мең кеше эшләй. Шуларҙың һәр береһе һайлаусылар менән аралашыуҙа тырышлыҡ күрһәтергә тейеш. Юғиһә берҙәм тауыш биреү көнөндә халыҡ һайлауға килмәйәсәк, дөрөҫлөктө ялғандан айыра алмаясаҡ. Һайлаусылар менән эшләүҙә инициативаны үҙ ҡулығыҙға алығыҙ, тип аңлаттым рәйестәргә. Район һәм ҡала хакимиәттәре быға һәр яҡлап булышлыҡ итергә тейеш.