Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет үҙе алдыңа сығып ятмай шул...
Бәхет үҙе алдыңа сығып ятмай шул...Был ханымдың булмышы, тормошо, йәшәйеше хаҡында яҙыу ғына түгел, хатта һүҙҙе ҡайһы яҡтан башларға ла ҡыйынһынаһың, сөнки ул, ысын мәғәнәһендә, бай йөкмәткеле, ифрат матур, күптәр өсөн фәһемле ғүмер кисергән. Етмеш йәшлек күркәм юбилейы айҡанлы уға йылы хистәремде еткерергә теләгәйнем, Шәйехзада Бабич әйтмешләй, ҙур шәхес тураһында һөйләр өсөн “телем зәғиф”, гәзит битенә һыйҙырырлыҡ кескәй мәҡәлә яҙыр өсөн дә һүҙем етмәҫ кеүек тойолдо.
Ул — медицина фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы ВАҺАПОВА булыр. Төп һөнәре — уҡытыусы, илле йылға яҡын медицина университетында кеше анатомияһы фәне буйынса студенттарға белем бирә. Ә замандаштары, арҡаҙаштары уны морфология буйынса юғары квалификациялы белгес, ошо өлкәлә һиммәтле асыштар яһаған ғалимә, киң эрудициялы педагог, оҫта ойоштороусы тип белә.

Ололар фатихаһы һәр саҡ ярҙамсы

Ошо һәләттәрҙең барыһының да бер кешелә тупланыуы Хоҙай ярҙамында атай-әсәй биргән бәхеттер тип уйлайым. Әммә ул бәхет тауҙай алтын булып алдыңа үҙе сығып ятмай, бының өсөн йылдар буйы баш күтәрмәй зиһенеңде егеү, ең һыҙғанып эшләү һәм бер туҡтауһыҙ фән юлынан атлау фарыз. Теләктәре булһа ла, күптәрҙең быға көсө лә, хәле лә етмәй, ә Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы барыһын да булдыра алған, сөнки үткер зиһен менән бергә тәрән аҡыл да йәлләмәй бирелгән уға. Йәшлеге ХХ быуаттың 60-сы йылдарына тура килгән һәр кем шуны яҡшы хәтерләй: балалар төплө белем алып, илгә тоғро хеҙмәт итергә тигән ватансыл тойғоло булып үҫте. Мәктәптә алған алтын миҙалын ҡәҙерләп төрөп, әйтеп бөтөргөһөҙ яҡты хыялдар менән Вәсилә Йәнсурина Өфөләге Башҡортостан медицина институтының дауалау факультетына килә. Тәү мәлдәрҙә ҡыйынһынып ҡына ишек тотҡаларына үрелә, ни тиһәң дә ул уҡыған төркөмдә ҡала мәктәбен бик яҡшыға тамамлаған көслө егет-ҡыҙҙар күп. Әммә үҙенең дә төшөп ҡалғандарҙан түгеллеген тиҙ таныта Вәсилә. Имтиханға инергә булһа, “ҡул артың еңел” тип иптәштәре уны сиратҡа беренсе итеп баҫтыра.
Бәләкәйҙән тыңлаусан бала булып үҫкәнгәме, ул сессия еткән һайын көнөн күрһәтеп, имтихандар теҙмәһен хатҡа яҙып, ата-әсәһенә ебәрә. Ә улар ошо көндө иртәнге намаҙҙан һуң Аллаһы Тәғәләнән ҡыҙҙарына тел асҡысы, һынау алыусыларҙың күңеленә миһырбанлыҡ теләп доға ҡылыр булған, унан динле кешегә хәйер биргәндәр.
— Ә мин имтихан тапшырам да атайым менән әнейемә (һуңғараҡ «әнейем» һүҙенә әйләнеп килербеҙ. — Ф.Л.) ниндәй билдә алыуым тураһында хәбәр итәм. Был йәһәттән мин уларҙы һәр ваҡыт шатландырып торҙом шикелле, — ти Вәсилә ханым. Тыйнаҡлыҡ күрһәтһә лә, шатлыҡтың да ниндәйен бүләк иткән ул ата-әсәһенә: Ленин стипендиаты булыуға өлгәшкән! Институтты тамамлар алдынан аспирантураға тәҡдим булғас, ул тағы кәңәш һорап ата-әсәһенә хат яҙып ебәрә, ә улар үҙҙәренең фатихаһын телеграмма аша еткерә.
Йәмғиәттә ниндәй генә хәл-ваҡиғалар булмаһын, насарҙарын инҡар итеп, тик яҡшылыҡ, яҡтылыҡ сәскән өлгөләрҙе генә булмышына ҡабул итеүсән ҡыҙ белем эстәү менән бергә алдынғы уҡытыусыларҙың эш алымын, студенттар менән аралашыу маһирлығын да күҙ уңынан ысҡындырмағандыр. Айырыуса анатомия кафедраһы етәксеһе (1937– 1967 йылдар), ун алты йыл республиканың һаулыҡ һаҡлау министры булып эшләгән, бер юлы институтта дәрестәр алып барған, медицинаның барлыҡ өлкәләрен төплө белгән профессор С.З. Лоҡмановты (һуңғараҡ Вәсилә уның аспиранты буласаҡ) сикһеҙ хөрмәт менән иҫкә ала. Сабир Закир улы лекцияларҙы матур тауыш менән аңлайышлы төшөндөрөп, зиһендең иң төпкөлөнә барып етерлек кимәлдә һөйләгән. “Һәр сир, — тип өйрәткән ул, — кеше организмында йәшәп килгән гармонияны боҙа. Бына ни өсөн уларҙы иҫкәртергә һәм бөтөрөргә кәрәк. Ә был медицинаның нигеҙе — анатомияны яҡшы белгән табиптарҙың ғына ҡулынан килә”. Талапсан һәм шул уҡ ваҡытта бик ғәҙел профессор имтихан ваҡытында студенттың медицина терминдарын дөрөҫ әйткәне өсөн түгел, киләсәктә ниндәй табип булырын тойомлап баһа биргән. Әйткәндәй, тап ул Вәсиләгә: “Ҡыҙым, һин бик аҡыллыһың, яҡшы ғалим булырға тырыш. Киләсәктә ошонда ултырырһың, моғайын”, — тип мөдир үҙенең ултырғысына күрһәткән. Әммә Вәсилә үҙенең тырыш һәм төпсөр аспирант икәнлеген белгертеп өлгөрә алмай, кейәүгә сығып, Ваһапова булып китә, бәпәй көтөү мәшәҡәттәре менән йөрөгәндә, остазы яҡты донъя менән ваҡытһыҙ хушлаша.

Бәхет үҙе алдыңа сығып ятмай шул...“Яҡшы ғалим булырға тырыш…”

Остазының васыят кеүек әйткән һүҙҙәре Вәсилә Шәрифйән ҡыҙының күңеленә мәңгелеккә һеңеп ҡала. Ул ата-әсәһенең доғаларын ризалатҡан кеүек, ғилми етәксеһенең дә үтенесен бойомға ашырҙы тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. “Ҡорһаҡ мускулдарының макроструктураһы һәм иннервацияһы” тип аталған, шул заман өсөн көн үҙәгендә торған (1971 йыл) кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағанда рецензенттары ла, оппоненттары ла “теманы энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән” тип маҡтағаны әле лә хәтерендә. Артабан нескә төҙөлөшлө тубыҡ быуынын электрон микроскоп аша йылдар буйы тикшерә Вәсилә, һөҙөмтәләр буйынса Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Беларусь республикаларында, Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында үткән морфологтар конференцияларында, съездарында үҙ фекерен яҡлап сығыш яһай. Был асыш докторлыҡ диссертацияһына нигеҙ булып ята, ә ғилми хеҙмәт Новосибирск ҡалаһына йыйылған морфология корифейҙары араһында ҙур баһа ала. Йыйып әйткәндә, “Тубыҡ быуынындағы синовиаль мембрананың микроәйләнешле ағымы” тигән докторлыҡ эше уны яңы баҫҡысҡа күтәрә, анатомия өлкәһенә тағы бер талантлы ғалим килеүен белгертә. Ғалимәнең тикшеренеүҙәр даирәһе бик киң. Медицина шырлыҡтарына инеп китмәй генә (юғиһә, һис шикһеҙ аҙашасаҡмын!), ныҡ ябайлаштырып әйтеп китәйем: ул тубыҡ быуынының төрлө өлөштәрендә тамырҙар буйлап ҡан ағышы, лимфа төйөндәренең төҙөлөшө һәм эшмәкәрлеге, уларҙың микроциркуляр әйләнеше, тубыҡ быуыны күҙәнәктәрендәге йоҡа ярының үҙенсәлектәре, тубыҡ быуынындағы шыйыҡсаның ағып сығыуына булышлыҡ итеү һәм башҡа сетерекле проблемалар менән мәшғүл. Асыштарының күпселеге клиникала ғәмәли дауалауҙа ҡулланыла, ҡалғандары практикаға индереү юлында. Йыйып әйткәндә, Вәсилә ханым өс монография, 348 хеҙмәт яҙған, бик күп уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ тәҡдимдәре индергән, ике фән докторы, 15 фән кандидаты әҙерләгән. Диссертация эштәренең дә медицина өсөн гел яңылыҡ булыуын әйтергә онотмайыҡ. Былтыр Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яҡлауында “Terminologia Anatomica” (“Анатомия терминологияһы”) донъя күрҙе. Медицина өлкәһенә ҡағылышлы һәр термин русса, латинса, инглизсә бирелгән энциклопедик китап табиптар, студенттар, хатта ғалимдар өсөн дә бик кәрәкле ҡулланма булып сыҡты. Был хеҙмәттең “Артрология” һәм “Миология” бүлектәрен Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы яҙған. Эш араһында ул Будапешт, Ҡаһирә, Пекин, Рио-де-Жанейро, Рим, Лодзь кеүек тағы унлаған сит ҡалала (Рәсәй төбәктәрен әйтеп тораһы ла түгел) үткәрелгән Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй ғилми форумдарҙа ғалимдарҙы башҡорт морфологияһы ҡаҙаныштары менән таныштыра. Тыңлаусыларҙың теләгенә ярашлы, ул сығыштарын урыҫса йә инглизсә бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ һөйләй һәм яҙа. Уның етәкселегендә үткән Халыҡ-ара морфологтар ассоциацияһының VI конгресы (Өфө, 2002), сит ил вәкилдәре ҡатнашлығында профессор С.З. Лоҡмановтың 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған Рәсәй фәнни конференцияһы ла (2006) ҙур танылыу килтергән.

Кешенең йәне ҡайҙа?

Анатомия иҫ киткес серле лә, мауыҡтырғыс та өлкә икәнен ошонда төшөндөм. Тән күҙәнәктәренең күпмелеген күҙ алдына килтереүҙән генә лә ҡурҡып китәм. Йә, Хоҙай, шуларҙың һәммәһен дә белер өсөн нисә ғүмер сарыф ителер…
— Эйе, тәү ҡарашҡа анатомияла тән ағзаларының барыһы ла билдәле кеүек. Әммә эҙләнгән һайын төпкәрәк төшәһең, төшкән һайын яуап табып булмаҫтай һорауҙарға юлығаһың. Мәҫәлән, нервы системаһының ҡайҙалығы, ниндәй функциялар башҡарыуы асылған, ә уның тотош төҙөлөшөн, күҙәнәктәрен белеп бөтөү мөмкин түгел. Йә булмаһа, баш мейеһен алайыҡ. Уның янында бөгөнгө иң камил, иң шәп компьютерҙар мейеһеҙ тараҡан кимәленән күтәрелә алмай. Шуның өҫтәүенә һәр күҙәнәк барлыҡ тән ағзалары менән бәйләнештә тора, — ти Вәсилә ханым.
Ул үҙенең өлкәһе тураһында сәғәттәр буйы һоҡланып һөйләй ала. Һәр күҙәнәкте эсенә мең төрлө сер һыйҙырған ҡатмарлы дәүләт менән сағыштырыу дөрөҫөрәк булыр. Һуңғы ваҡытта донъя ғалимдары тере организмдарҙың төҙөлөшөн молекуляр һәм унан да вағыраҡ кимәлдә өйрәнә. Был кеше генетикаһының серҙәрен асырға, һәр тән ағзаһының, тотош организмдың төҙөлөшөн тәрән үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Тимәк, кешелек йәшәй икән, анатомия ла шунса йәшәйәсәк. Анатомдар һәм физиологтар ни тиклем күп асыш яһаһа, дауалаусы табиптар сиргә шул тиклем дөрөҫ диагноз ҡуясаҡ һәм шул тиклем һөҙөмтәле дауалаясаҡ.
Морфологтарҙың халыҡ-ара ассоциацияһы Координация Советы (МАМ), Бөтә Рәсәй Анатом, гистолог һәм эмбриологтарҙың фәнни ойошмаһы Президиумы, Рәсәй Медицина фәндәре академиияһы Ғилми советының “Функциональ морфология” проблемалы комиссияһы, РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Терминология комиссияһы ағзаһы булараҡ Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы ултырыштарҙа әүҙем ҡатнаша, ҡаралған мәсьәләләр буйынса фекерен әйтмәй ҡалмай. Бөтә Рәсәй Анатом, гистолог һәм эмбриологтарҙың фәнни ойошмаһы Башҡортостан бүлексәһе, БДМУ-ның “Морфология һәм дөйөм патология” проблемалы комиссияһы рәйесенә морфология буйынса яңы фәнни мәғлүмәттәрҙе экспертизалау, уларҙы Рәсәй һәм донъя киңлегенә таратыу бурысын да атҡарырға кәрәк. “Медицинский вестник Башкортостана” (Өфө), “Морфологические ведомости” (Мәскәү) журналдарының мөхәрририәте ағзаһы булараҡ, Вәсилә ханым үҙенең өлкәһенә ҡағылышлы мәҡәләләрҙе нәшергә сыҡҡансы мотлаҡ уҡый, тикшерә, тейешле урындарын төҙәтеп ебәрә. Мин иһә морфология эсендә буталып өлгөрмәҫ борон күптән тел осонда торған һорауымды еткерергә ашығам:
— Кешенең йәне ҡайҙа урынлашҡан?
— Йәнде мин яҡтылыҡ нуры һымаҡ күҙгә күренмәҫ энергия тупланмаһы тип аңлайым, күп ғалимдар ҙа ошондай фекерҙә. Ул йөрәк, мейе, бауыр, бөйөр, ҡан кеүек йәшәйешебеҙ өсөн мөһим ағзалар менән тоташҡан һәм организмдың һәр күҙәнәге менән бәйле. Йәндең ҡайҙа урынлашҡанын белеү мөмкин түгел. Кешенең нәфсеһенә сик ҡуйыу өсөн Аллаһы Тәғәлә уны код эсенә һалып, бер кем дә тапмаһын өсөн йәшереп ҡуйған.

Ваһапованың урыны

Сабир Закир улын уҡыусылары “кемдең кем икәнен үтә күрә ине” тип хәтерләй. Дауаханаларға баш врач, бүлексәләргә мөдир йә башҡа вазифалы урынға етәксе тәғәйенләгәндә, аспирантураға юллама биргәндә мотлаҡ уның менән кәңәшләшер булғандар. “Киләсәктә минең урынымды алырһың”, — тип ул юҡҡа әйтмәгәндер, аспирант ҡыҙыҡайҙың да һәр йәһәттән булдыҡлылығын күрмәйенсә ҡалмағандыр. Шулай булмаһа, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, кафедра мөдире кеүек арҡаны гел “сыбыртҡылап” торған, йыш ҡына бер-береһенә ҡамасаулаған фән һәм вазифа талаптарына лайыҡлы яуап биреп, һикәлтәле баҫҡыстарҙы уңышлы үтә алмаҫ ине Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы. Бер үк ваҡытта ун бер йыл педиатрия факультеты деканы йөгөн дә тартҡан бит ул. Күҙ йәштәренә төйөлгән иң ҡыйын ваҡытта ла ата-әсәһенең бынан да ауырыраҡ хәлдәр кисереүен иҫенән сығармай, уларҙан өлгө алып, көс тупларға тырыша.
(Аҙағы бар).
Фәүзиә ЛАТИПОВА.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985