Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нәҫелебеҙ ҡоромаҫ
Һуңғы йылдарҙа үткәндәргә, ер-һыуыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ тарихына йөҙ менән боролоп, нисәмә быуат буйы һандыҡ төптәрендә саңға күмелеп ятҡан аҫыл хазина — шәжәрәләрҙе яңынан тергеҙеү эшенең йәнләнеп китеүе һөйөнөслө.

Беҙҙең Күмертау ҡалаһында ла 2006 йылдан башлап мәктәп, балалар баҡсалары, башҡа уҡыу йорттарында шәжәрә байрамдары үткәрелеп тора. Эҙләнеүселәр төркөмдәре ҡала, район, республика архивтарында ете, хатта унан да күберәк быуындарын өйрәнә. Шулар араһынан Көйөргәҙе районының 1-се Кинйәабыҙ ауылында йәшәгән Хәлиловтарҙың йылъяҙмаһын, ырыу шәжәрәһен өйрәнеп, 2006 йылда китап итеп баҫтырып сығарған яҡташым Рамаҙан Хәлиловтың исемен билдәләп үтер инем.
Баштан уҡ шуны әйтергә кәрәк, Рамаҙан Хәлилов утыҙ йылға яҡын ваҡыт дауамында туған-тыумасалары, ауылдаштары, республика, ҡала, район архивтары, төрлө ведомство аша бөртөклөп тигәндәй йыйған хазинаһын — 1800 йылдарҙа йәшәгән Хәлил олатайҙан башлап туғыҙ быуынының нәҫел йылъяҙмаһын — шәжәрә ағасы итеп төҙөнө һәм 2010 йылда Баҡалы районында үткән шәжәрә төҙөүселәрҙең республика конкурсында ҡатнашып, лайыҡлы еңеү яуланы.
Һәүәҫкәр тарихсы мәктәптәрҙә, район һәм ҡала мәҙәниәт йорттарында, тирә-яҡтағы ауылдарҙа үткәрелгән шәжәрә байрамдарында, конференцияларҙа йыш сығыш яһай. Күптән түгел ошондай осрашыу ҡаланың М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс башҡорт мәктәбендә (директоры — Әлфинур Ванюркина) үтте. Был юлы ла Рамаҙан Хәлилов балаларға ырыу тарихы, шәжәрәнең нимә аңлатыуы хаҡында аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы итеп, төрлө схема һәм таблицалар ярҙамында һөйләп китте. Әлбиттә, донъяла бер нәмә лә еңел бирелмәй. Бигерәк тә тарихсыларға үткәндәрҙе барлап, бер епкә теҙеү өсөн йоҡоһоҙ төндәр, туҡтауһыҙ юл йөрөүҙәр, архивтарҙы тапау кеүек тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәр башҡарырға тура килә. Рамаҙан Насретдин улына иһә шәжәрәһен өйрәнә башлауға 90 йәшлек Мостафа бабайҙың фатихаһы сәбәпсе була. Аҡһаҡал үҙенең нәҫел шәжәрәһенең быҙау тиреһенә яҙылғанлығы, ләкин 1930 йылғы репрессия осоронда уларҙың рәхимһеҙ рәүештә юҡҡа сығыуы тураһында әсенеп һөйләй. Бабай шәжәрәнең киләсәк быуындарға нәҫел тамырҙарын өйрәнеп белеүҙә ныҡлы ярҙамсы буласағын да иҫкәртә, белгәндәрен ҡағыҙға теркәтә.
— Ул ваҡытта был изге эшкә ең һыҙғанып тотоноуым ҡайһы берәүҙәргә көлкө тойолдо, хатта ышанмаусылар ҙа табылды. Ләкин тамырҙарымды тәрәнерәк өйрәнгән һайын нәҫелемдең яңынан-яңы ҡабатланмаҫ битәрен астым һәм был эш минең төп шөғөлөмә әйләнде, — тип хәтерләй Рамаҙан Хәлилов.
Тарихтан күренеүенсә, Хәлиловтар нәҫеленә нигеҙ һалған Хәлил олатай 1812 йылғы Ватан һуғышында полк муллаһы булып ҡатнаша. Хәйер, йәш быуын вәкилдәре лә диндар Хәлиловтарҙың: Азат — Көйөргәҙе районының имам-хатибы, Рәшит — Шәбағыш ауылында мулла, Рамаҙан — Мәләүез мәҙрәсәһендә, Нурия Рәсәй ислам университетында белем ала, ә Зөбәржәт апай — Яҡуп ауылының алмаштырғыһыҙ абыстайы.
Әйткәндәй, Хәлил олатайҙың ейәне Ғәзиз 1812 йылғы Ватан һуғышының 100 йыллығы уңайынан батша тарафынан сығарылған юбилей миҙалы менән бүләкләнгән. Ул заманына күрә бик уҡымышлы, хәлле кеше була. Яҡуп ауылында урынлашҡан беренсе Бөрйән улусында секретарь, судья булып эшләй, ауылда мәсет-мәҙрәсә төҙөүҙә ҙур өлөш индерә.
1904–1905 йылдарҙағы урыҫ-япон һуғышында Әмирйән Хәлилов, башҡорттарға ғына хас ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, түшенә Георгий тәреһен тағып ҡайта.
Беренсе донъя, Граждандар һуғыштарында Әхәт, Мостафа, Тимерхан бабайҙар ҡатнаша.
Ауылды тотоп торған нәҫелебеҙҙең биш кешеһе: Ғәзиз, Бәшәр, Әмирйән, Сәйетмәғрүф, Абдрахман, нахаҡҡа ғәйепләнеп, 1930 йылғы репрессия ҡорбаны була.
Бөйөк Ватан һуғышында был нәҫелдән 14 кеше ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә, шуларҙың етәүһе яу яланында ятып ҡала. Иҫән ҡайтҡандары ла, ауырыуҙан мандый алмайынса, ваҡытынан алда гүр эйәһе була. Һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе тергеҙеүҙә, халыҡ хужалығын күтәреүҙә, ҡалдау һәм сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә бик күп нәҫелдәштәребеҙ ҡатнаша. Шуларҙың береһе — Шакир Хәлилов. Ул 1954 йылда Мәскәүгә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә барып, көмөш миҙалға лайыҡ була.
Артабанғы быуын, Ғәзиз Ғилмислам улы Хәлилов, Көйөргәҙе районының иң ҙур хужалыҡтарының береһе “Мораптал” тоҡомсолоҡ совхозында партия ойошмаһы секретары булып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем эшләй һәм бик күп орден, миҙалдар менән бүләкләнә.
Мансур Хәлилов — Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, республиканың онкология диспансерында поликлиника мөдире булып хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләне.
Рөстәм Хәлилов Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында оҙаҡ йылдар директор вазифаһын башҡарҙы, Әҡсән Хәлилов — Стәрлетамаҡта гимназия-интернат директоры, дүрт китап авторы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Шулай уҡ Хәлиловтар араһында булдыҡлы, эшкә батыр, маһирҙарыбыҙ ҙа байтаҡ: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Насретдин — ғүмер буйына алмаштырғыһыҙ ауыл хужалығы белгесе. Һуғыштан һуң Мәскәүҙе миналарҙан таҙартыусы Шакир Хәлилов “Мораптал” совхозының келәт мөдире вазифаһын башҡара. Бала саҡтан үкһеҙ етем ҡалып, бер туған һеңлеләре Мәрйәм менән Зөбәржәтте үҙ ҡанаты аҫтында ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерә. Зөбәржәт апайға Аллаһы Тәғәлә табиплыҡ һәләтен биргән.
— Ғөмүмән, һанай китһәң, Хәлиловтар нәҫелендә иҫ киткес һоҡланғыс, кешелекле һәм эшһөйәр, көслө беләкле, мәрхәмәтле, шиғри йөрәкле, иҫәпһеҙ-һанһыҙ һөнәргә эйә булған кешеләр бихисап. Әле нәҫелебеҙҙең данын күтәрерҙәй шәхестәребеҙ бар һәм киләсәктә лә, Аллаһы Тәғәлә бойорһа, булыр тип ышанам, сөнки нәҫелебеҙ киҫелмәгән, тоҡомобоҙ ҡоромаған, ул йәшәүен, йәшәреүен дауам итә. Иң мөһиме: йәш быуын нәҫел быуынын белһен, ғаилә һәм туғанлыҡ ептәрен һаҡлаһын, үҙ ырыуының, халҡының, тыуған еренең тарихын өйрәнһен. Шәжәрә байрамын үткәреү был йәһәттән ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, — ти Рамаҙан Хәлилов.
Рамаҙан Насретдин улының сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы, балалар үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөп, ентекле өйрәнә башларға ихлас теләк белдерҙе.
— Ырыуым — Бошман-Ҡыпсаҡ, Тамғам — тараҡ, Ағасым — ҡарама, Ҡошом — бөркөт, Ораным — Туҡсаба! Нәҫелеңде дауам иткән быуындарың иҫән-аман, о-ла-та-аай!
Нурия ХӘЛИЛОВА.
Күмертау ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфөлә ер убылды

Өфөлә ер убылды 19.11.2018 // Йәмғиәт

Төндә баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә ер убылып, ике автомобиль зыян күрә. Ваҡиға Һаҙлыҡ...

Тотош уҡырға 8

Ниндәй ҡала иң таҙаһы?

Ниндәй ҡала иң таҙаһы? 19.11.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙәге миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында Өфө таҙалыҡ буйынса бишенсе урынды алды....

Тотош уҡырға 17

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған 19.11.2018 // Йәмғиәт

Барыһына ла Баста исеме аҫтында билдәле булған йырсы Василий Вакуленконың ошо арала “Бэлла исемле...

Тотош уҡырға 24

Атайҙар кәңәш ҡорҙо

Атайҙар кәңәш ҡорҙо 18.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 73

Был – спектакль түгел

Был – спектакль түгел 18.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн янғын һүндереүселәр Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры...

Тотош уҡырға 82

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”!

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”! 18.11.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй....

Тотош уҡырға 53

"Беҙҙең Зөләйха инәй"

"Беҙҙең Зөләйха инәй" 18.11.2018 // Йәмғиәт

Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип...

Тотош уҡырға 42

Өс коопертив ярҙам алды

Өс коопертив ярҙам алды 18.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының “Оло Теләк”, “Родное село”, “Иван-Казанка” ауыл хужалығы коопертивтары ауыл...

Тотош уҡырға 43

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте 18.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа...

Тотош уҡырға 69

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә 18.11.2018 // Йәмғиәт

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут...

Тотош уҡырға 90

Табиптар өсөн – 125 миллион һум

Табиптар өсөн – 125 миллион һум 18.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен...

Тотош уҡырға 52

Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 97