Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юрист кәңәштәре
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Ер алырға ине...

— Ер участкаһы алырға йыйынабыҙ. Хужа беҙҙән аванс һорай. Ҡайһы берәүҙәрҙән задатка биреү отошлораҡ тигәнде ишеткән бар. Аванс менән задатка араһында айырма бармы ни? Ҡайһы юлды һайлау уңышлыраҡ?
Рөстәм, Күгәрсен районы.


— Был ике термин мәғәнәһе буйынса яҡын булһа ла, айырмаһы ла бар. Әйҙәгеҙ, уларҙы ентекләберәк ҡарайыҡ.
Задатка. Бер яҡтың икенсе яҡҡа киләсәктә сделка яһау буйынса түләүҙәр индереү өсөн бирелгән аҡса. Ул ошо уй-ниәттең етдилеген дәлилләй һәм сделканың тормошҡа ашырыласағына гарантия булып тора. Задатка төшөнсәһе Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ кодексының 380-се статьяһында билдәләнгән.
Аванс. Шулай уҡ бер яҡтың икенсе яҡҡа буласаҡ сделка өсөн билдәләнгән кимәлдә аҡса биреү. Аванс түләүҙең маҡсаты задатканыҡына оҡшаған — сделка яһауға ниәттең етдилеген дәлилләү өсөн бирелә, әммә уны тормошҡа ашырыу бурысын ҡуймай. Рәсәй Гражданлыҡ кодексында авансҡа арналған айырым статьялар юҡ.
Әгәр сделка тормошҡа ашырылһа, аванс менән задатка араһында бер ниндәй ҙә айырма булмай. Әммә алдан аванс биреп тә, сделка тормошҡа ашырылмаһа, ул кире ҡайтарыла һәм шуның менән онотола. Сделканы боҙоусы бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тоймай (был хаҡта аванс биргән саҡта алдан килешеү булмаһа). Задатка менән хәл башҡасараҡ. Сделка задатка биргән яҡтың теләге буйынса өҙөлһә (һатып алыусы), задатка юғала һәм һатыусыла тороп ҡала. Ә ғәйеп задатка алған яҡта булһа, ул был хаҡты икеләтә ҡайтарырға тейеш. Был ҡағиҙә Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 381-се статьяһында яҙылған һәм задатка менән аванс араһындағы ошо айырманы билдәләй. Ябай ғына итеп әйткәндә, задатка яҡтарға бер-береһен контролдә тоторға ярҙам итә.
Шуға күрә ниндәй ҙә булһа ҙур сделка яһар алдынан задатка тураһында уйланыу хәйерлерәктер. Һатыу-һатып алыу килешеүе төҙөгәндә задатка тураһында ла рәсми рәүештә һүҙ ҡуйышығыҙ. Әлбиттә, аванс уңайлыраҡ, бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ юҡ. Ләкин махсус рәүештә аванс алып, һеҙҙең аҡса менән процентһыҙ тотоноп, ваҡыт үткәс кире ҡайтарыусы алдаҡсылар ҙа осрай. Һеҙ ваҡытты юғалтаһығыҙ, кәрәкле әйберегеҙҙе ала алмайһығыҙ. Шуға күрә бындай осраҡтарҙа задатка хуп күрелә.

Суд айырыр

— Ирем менән рәсми айырылышмаһаҡ та, ул айырым йәшәй һәм улыбыҙ өсөн алимент түләй. Уның һуңғы арала килеме артты, алимент күләмен арттырта аламмы? Минең айырылышҡым килмәй, ә ирем талап итә. Беҙҙе минең ризалыҡһыҙ айырып буламы?
Резида, Борай районы.


— Айырасаҡтар, яҡтарҙың береһе риза булмаған осраҡта, быны суд аша эшләйҙәр. Әгәр ирегеҙҙең килеме артыуын дәлилләй алаһығыҙ икән, суд аша алиментты ла арттырырға мөмкин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфөлә ер убылды

Өфөлә ер убылды 19.11.2018 // Йәмғиәт

Төндә баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә ер убылып, ике автомобиль зыян күрә. Ваҡиға Һаҙлыҡ...

Тотош уҡырға 8

Ниндәй ҡала иң таҙаһы?

Ниндәй ҡала иң таҙаһы? 19.11.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙәге миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында Өфө таҙалыҡ буйынса бишенсе урынды алды....

Тотош уҡырға 17

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған 19.11.2018 // Йәмғиәт

Барыһына ла Баста исеме аҫтында билдәле булған йырсы Василий Вакуленконың ошо арала “Бэлла исемле...

Тотош уҡырға 24

Атайҙар кәңәш ҡорҙо

Атайҙар кәңәш ҡорҙо 18.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 73

Был – спектакль түгел

Был – спектакль түгел 18.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн янғын һүндереүселәр Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры...

Тотош уҡырға 82

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”!

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”! 18.11.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй....

Тотош уҡырға 53

"Беҙҙең Зөләйха инәй"

"Беҙҙең Зөләйха инәй" 18.11.2018 // Йәмғиәт

Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип...

Тотош уҡырға 42

Өс коопертив ярҙам алды

Өс коопертив ярҙам алды 18.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының “Оло Теләк”, “Родное село”, “Иван-Казанка” ауыл хужалығы коопертивтары ауыл...

Тотош уҡырға 43

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте 18.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа...

Тотош уҡырға 69

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә 18.11.2018 // Йәмғиәт

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут...

Тотош уҡырға 90

Табиптар өсөн – 125 миллион һум

Табиптар өсөн – 125 миллион һум 18.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен...

Тотош уҡырға 52

Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 97