Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә быйыл тәүге ярты йыллыҡта граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәр тураһында мәғлүмәт
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм республика Хөкүмәтенең даими контролендә тора. Граждандарҙың яҙма мөрәжәғәттәре Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, уның урынбаҫарҙары тарафынан ҡарала һәм тейешле республика башҡарма власть органдары, ойошмалары етәкселәренә үтәүгә ебәрелә.

Быйыл тәүге ярты йыллыҡта республика Хөкүмәтенә граждандарҙан 4592 яҙма, 158 коллектив мөрәжәғәт килгән. 273 мөрәжәғәт ҡабатлап ебәрелгән, 29-ына исем-шәриф ҡуйылмаған.
Әйтергә кәрәк: бөтә хаттарҙың 50 проценттан ашыуы республика Хөкүмәтенә юғары органдар аша килә. Мәҫәлән, быйыл алты ай эсендә Рәсәй Президенты Хакимиәтенән — 1587, Рәсәй Хөкүмәте Аппаратынан — 610, Дәүләт Думаһынан — 11, Башҡортостан Президенты Хакимиәтенән — 676, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан тугыҙ мөрәжәғәт килгән.
Торлаҡ мәсьәләһе буйынса хаттар күпселекте тәшкил итә (1249 мөрәжәғәт йәки дөйөм һандың 27 проценты). Авторҙарҙың байтағы — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр, Себерҙә эшләүселәр, запасҡа сыҡҡан офицерҙар, иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡ хужалары, алданған өлөшсөләр. Күп кенә мөрәжәғәттәрҙә йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, торлаҡ субсидиялары, торлаҡ һатып алыуға кредит бүлеү, төҙөүселәр тарафынан яңы төҙөлгән йорттарҙа торлаҡ биреү тураһындағы договор шарттарын үтәмәү мәсьәләләре күтәрелә (62 мөрәжәғәт).
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проблемалар: торлаҡ йорттарҙы төҙөкләндереү, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү, ҡаланың санитар торошо, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса 375 (8%) мөрәжәғәт килгән.
Халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре һаман көнүҙәк булып ҡала. Бындай мөрәжәғәттәр 13,2 процент тәшкил итә. Халыҡты социаль тәьмин итеү буйынса 610 ғариза килгән. Бынан тыш, мәғариф буйынса: мәктәпте үҙгәртеп ойоштороу һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса компенсация биреү, балаларҙы мәктәпкәсә учреждениеларға урынлаштырыу тураһында — 245 (5,3 %), һаулыҡ һаҡлау һәм медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса: медицина учреждениеларының тейешенсә финансланмауы, дарыуҙарҙың ҡиммәтлеге, бушлай һәм льготалы рецептар буйынса бирелгән препараттар күләмен һәм ассортиментын ҡырҡа кәметеү, уларҙың дарыуханаларҙа булмауы тураһында — 253 (5,5 %), шәхси төҙөлөш өсөн ер биреү, уны милек итеп алыу, ер участкаларының статусын үҙгәртеү буйынса — 277 (6 %), хеҙмәт һәм эш хаҡы мәсьәләләре буйынса — 192 (4 %), агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса: крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына кредит биреү, агрофирмаларҙағы хәл, ауыл хужалығын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр сағылдырылған — 155 (3,3 %), мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, дөйөм ятаҡтан бүлмә биреү, китап сығарыуҙа булышлыҡ итеү, мәҙәниәт йорттарын төҙөкләндереү буйынса — 155 (3,3 %), сәнәғәт, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса 87 (1,9 %) мөрәжәғәт килгән.
Анализ күрһәтеүенсә, хаттарҙың төп өлөшө Өфө (35 %), Стәрлетамаҡ (20 %), Салауат (15), Октябрьский (8) ҡалаларына, шулай уҡ Иглин (4), Ҡырмыҫҡалы (3), Краснокама (3), Шишмә (2 %) райондарына тура килә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Интернет селтәрендәге рәсми порталында (htth:www/pravitelstvorb.ru) граждандарҙы ҡабул итеү буйынса ҡануниәт тураһындағы мәғлүмәттәр, ҡабул итеү графиктары, республика Хөкүмәте Регламентынан һәм Хөкүмәт Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса инструкциянан өҙөмтәләр, килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр, республика Хөкүмәте Премьер-министрына электрон хаттың трафареты урынлаштырылған. Был мөрәжәғәттәрҙе тапшырыуҙы һәм эшкәртеүҙе тиҙләтеү мөмкинлеген бирә. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта электрон почта аша 365 хат килгән (дөйөм һандың 8 проценты).
Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәтенә мөрәжәғәттәр факс аша килә. Бының өсөн махсус телефакс (250-46-78) бар. Тәүге ярты йыллыҡта ун мөрәжәғәт факс аша алынған.
Республика Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса сектор Хөкүмәт етөкселегенә ҡабул итеүгә алдан яҙылыуҙы ойоштора. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта әлеге сектор белгестәре тарафынан 2 мең самаһы кеше ҡабул ителгән. Уларға тейешле аңлатмалар, консультациялар бирелгән, мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтелгән.
Ай һайын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары граждандарҙы ҡабул итә. Ҡабул итеү графигы Хөкүмәттең Республика йортондағы (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) ҡабул итеү бүлмәһендә эленгән. Килеүселәргә уңайлы булһын өсөн бинаға инә торған айырым ишек бар. Көн һайын унда 20-25 кеше мөрәжәғәт итә.
2012 йылдың тәүге яртыһында республика Хөкүмәте Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙары 127 кешене ҡабул иткән.
Мөрәжәғәттәр менән эшләүҙе артабан да камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән Хөкүмәт Премьер-министры, уның урынбаҫарҙары, төбәк министрлыҡтары, дәүләт комитеттары һәм ведомстволары етәкселәре тарафынан халыҡты күсмә ҡабул итеү графигы раҫланды. Муниципаль райондарҙа, ҡала округтарында күсмә ҡабул итеү ваҡыты киң мәғлүмәт саралары аша хәбәр ителә. Тәүге ярты йыллыҡта 129 күсмә ҡабул итеү ойошторолған. Уларҙа 1098 кешенең мөрәжәғәте ҡаралған.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Билет алмаһа ла, сығарма

Билет алмаһа ла, сығарма 21.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә балаларҙы һалҡында йәмәғәт транспортынан сығарыуҙы тыйған закон ҡабул ителәсәк. “Берҙәм...

Тотош уҡырға 32

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй?

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

“Росстат” Рәсәйҙең иң “ялҡау” төбәктәрен атаны....

Тотош уҡырға 64

Подъезың төҙөкмө?

Подъезың төҙөкмө? 21.03.2019 // Йәмғиәт

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференц-холында "Подъездарҙы капиталь ремонтлау: хыял һәм...

Тотош уҡырға 50

Хата булһа, хәбәр итегеҙ

Хата булһа, хәбәр итегеҙ 21.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан кешеләре февраль өсөн сүп-сар сығарыуға түләүгә квитанция алды....

Тотош уҡырға 64

Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ

Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ 21.03.2019 // Йәмғиәт

Һаҡлыҡ банкы июль айынан яңы хеҙмәт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 89

Ҡыш бирешергә теләмәй

Ҡыш бирешергә теләмәй 21.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан белдереүҙәренсә, иртәгә...

Тотош уҡырға 44

Ыҫлаҡтарға ни етмәй?

Ыҫлаҡтарға ни етмәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ауыл йыйылыштары дауам итә. Элек-электән бындай йыйындар ауылдаштар менән власть...

Тотош уҡырға 46

Иң яҡшы водитель кем булыр?

Иң яҡшы водитель кем булыр? 21.03.2019 // Йәмғиәт

Илеш районында тәүге тапҡыр “Иң яҡшы мәктәп автобусы водителе” конкурсы уҙҙы. Профессиональ...

Тотош уҡырға 37

"Һаумы, 105 йәшем!"

"Һаумы, 105 йәшем!" 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәй. Уға бөгөн 105 йәш тулды!...

Тотош уҡырға 87

Бәхетле булығыҙ, балалар!

Бәхетле булығыҙ, балалар! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин...

Тотош уҡырға 52

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй?

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йылдағыса Бәхет тураһындағы бөтә донъя докладын баҫтырып сығарҙы....

Тотош уҡырға 109

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит...

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Суд ҡарарын үтәмәгән өсөн “Триумф” циркы директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны....

Тотош уҡырға 53