Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шатлыҡ тейәп аҡ пароход килә...
Шатлыҡ тейәп аҡ пароход килә...Минеңсә, теләһә ҡайһы милләтте милләт иткән ике төп нәмә бар. Уның беренсеһе — туған тел, икенсеһе — милли музыка, милли көй, милли моң...

Шағир Рәзил Вәлиевтең “Бер алманы бишкә бүләйек” исемле йырҙар китабын ҡулға алған һайын, мин был хәҡиҡәткә һаман нығыраҡ инана барам. Уйлап ҡарағыҙ әле: “Туған тел”, “Ҡарурман”, “Сарман”, “Бер алманы бишкә бүләйек” һәм тағы шундай тиҫтәләгән-йөҙләгән йырҙарынан башҡа, татарҙы, уның күңелен һәм рухын күҙ алдына килтереп буламы? Эйе, донъяла яҡшы йырҙан да олораҡ сәнғәт юҡтыр. Ни өсөн тиһәң, йырҙа туған телдең иң затлы, иң ғәмле, иң тәмле, иң хисле, иң моңло һүҙҙәре бергә йыйыла. Йырҙа халыҡтың быуаттар буйы күңеленә тупланып килгән хис-тойғолары, шатлыҡ-һөйөнөстәре, хәсрәт-ҡайғылары илаһи көйгә, музыкаға әүерелә лә моң шишмәһе булып тибә башлай. Йырҙа ике иң оло сәнғәт — музыка менән туған тел — бергә ҡушыла. Рәзил Вәлиевтең йырҙарын быға тиклем шаҡтай яҡшы белһәм дә, уның йырҙары тупланған китапты ҡулға алғас, һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡуйҙым. Бер яҡшы йыр ижад итеү өсөн генә лә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә, күңелде күпме талҡырға кәрәк икәнен мин бик һәйбәт беләм. Ә бында һигеҙ тиҫтә йыр! Шуларҙың күбеһе бөгөнгө көндә иң атаҡлы, иң популяр йырсыларыбыҙ репертуарынан төшмәй, телдән телгә, күңелдән күңелгә күсеп, татар халҡы йәшәгән бөтә төбәктәргә тарала. Шулай итеп, татар йыры тағы бер оло миссияны — халҡыбыҙҙы берләштереү, милләтебеҙҙе бер рух, бер уй, бер моң, бер хыял менән йәшәтеү миссияһын да үтәй.
Рәзил Вәлиевтең “Бер алманы бишкә бүләйек” тигән халыҡ көйөнә йырлана торған йырын белмәгән татар юҡтыр. Илһамыбыҙ үҙәк өҙгөс итеп башҡарған был йыр инде күптән классикаға әүерелде, татар йырының алтын фондына инде. Ҡөҙрәтемдән килһә, бары тик ошо бер йыры өсөн генә лә мин бөгөн Рәзилгә Туҡай бүләген бирер инем.
Рәзил Вәлиевте шағир булараҡ та, кеше булараҡ та бик күптән беләм. Уның менән бергәләп ижад иткән йырыбыҙ “Йәдкәр”гә лә оҙаҡламай егерме биш йәш тула. Уға характеристика бирергә ҡушһалар, мин бер нисә һүҙ менән генә былай тип әйтер инем: “Рәзил — ғәжәйеп затлы, киң күңелле, оло йәнле, ысын мәғәнәһендә иманлы кеше”. Уның менән әңгәмә ҡороу ҙа, эш эшләү ҙә, ижад итеү ҙә рәхәт. Рәзилде күргәс, уның менән һөйләшеп ултырғас, бөтә ҡайғыларың онотолоп, йәшәге килә башлай. Мин ғүмерем буйы илаҡ-һытыҡ кешеләрҙе һөймәнем. Үҙем хис кешеһе булһам да, ныҡ холоҡло кешеләр тирәһендәрәк булырға тырыштым. Рәзилдең иһә уйҙары ла, ҡылған ғәмәлдәре лә төплө, холҡо ла ныҡлы һәм ипле. Ул күпме ауырлыҡтар күреп тә һығылып төшмәне, көн тимәй, төн тимәй милләт мәнфәғәтен ҡайғыртты, роман, повестар, пьесалар, шиғырҙар, йырҙар ижад итте. Шуға күрә ҙур эштәр эшләгән кешегә баһаны ла ваҡытында бирә белергә кәрәктер.
“Рәзил менән бергә ижад итеү рәхәт”, — тигәйнем. Эйе, бергәләп йырҙар яҙғанда, мин уның ижад стилен, шағирлыҡ талантын “ҡулдарым менән ҡапшап ҡараным” тип әйтергә була. Ул һәр һүҙҙең тәмен тоя, һәр образды, һәр сағыштырыуҙы күңелгә ҡағылырлыҡ итә белә. Уның һәр шиғырының үҙ моңо, үҙ көйө булып, улар үҙҙәре үк композиторҙан көй һорап торалар. “Йәдкәр” шиғырын ул миңә телефондан әйтеп яҙҙырғайны. Мин шунда уҡ пианино янына ултырҙым да көйөн уйнай башланым. Әйтерһең, ул минуттарҙа мин өр-яңы көй ижад итмәнем, күңелдә ноталары яҙылған әҙер көйҙө уйнап ҡына күрһәттем. Шағир менән композитор күңелендәге хис-тойғолар тәңгәл килгәндә генә шулай еңел яҙыла торғандыр ул йырҙар.
Йыр тексы яҙыусы ҡайһы бер шағирҙарыбыҙ үпкәләмәһен, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ижад ителгән йырҙарҙың күбеһе яп-ябай таҡмаҡҡа тартым була башланы. Шуға күрә уларҙы профессиональ йырсыларыбыҙ үҙ репертуарҙарына ла индермәй, профессиональ композиторҙарыбыҙ уларға көй яҙырға ла атлығып тормай. Үҙешмәкәр композиторҙарға хөрмәтем ҙур булһа ла, музыка сәнғәтенең иң бейек тауҙарына бары тик ысын профессионалдар: Сәлих Сәйҙәшев, Фәрит Яруллин, Рөстәм Яхиндар ғына менә алғанын һис тә оноторға ярамай.
Ә Рәзил Вәлиев йыр тексы яҙмай, ул шиғыр ижад итә. Яҡшы музыкаға эйәреп көн күреүсе таҡмаҡ-шиғырҙарҙан айырмалы булараҡ, уның йыр-шиғырҙары үҙҙәре мөстәҡил генә йәшәй һәм уҡыусы күңеленә барып етә алалар.
Рәзил шиғырҙарына Р. Яхин, З. Хәбибуллин, М. Яруллин, Л. Батыр-Болғари, Р. Әхиәрова, Р. Абдуллин, Ш. Тимербулатов, И. Яҡупов кеүек танылған композиторҙарҙың көйҙәр яҙыуы, И. Шакиров, Ә. Афзалова, Х. Бигичев, З. Сәхәбиева, З. Сөнәғәтуллина, Р. Сәхәбиев, Ғ. Ильясов, В. Ғәниева кеүек атаҡлы йырсыларҙың яратып башҡарыуы үҙе генә лә күп нәмә тураһында һөйләй. Стенаға терәп ҡуйһаң да, Илһам Шакировтан насар йыр йырлата алмайһың инде һин.
“Бер алманы бишкә бүләйек” китабының донъя күреүе композиторҙар, йырсылар, музыканттар, йыр һөйөүселәр өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур ваҡиға булды, сөнки был йыйынтыҡҡа ингән йырҙарҙың күбеһе күңелдә урын алған, ә ҡайһы берҙәре, халыҡ көйөнә йырланып, күптән халыҡ йырына әүерелгән.
Бөйөк шағирыбыҙ Ғабдулла Туҡай исемен йөрөткән бүләкте иң беренсе сиратта Туҡай эшен, Туҡай иманын, Туҡай рухын дауам итеүселәргә бирергә кәрәк. Ә Рәзил Вәлиев үҙенең яҙған йырҙары, пьесалары, повестары, мәҡәләләре, шиғырҙары менән дә, йөмһүриәтебеҙ һәм милләтебеҙ файҙаһына ҡылған ғәмәлдәре менән дә халыҡ араһында нәҡ бына шундай шәхес булараҡ танылды инде.
Моңланған саҡтарымда мин үҙебеҙҙең Рәзил менән бергә яҙған “Йәдкәр” йырыбыҙҙы көйләп йөрөргә яратам.
Бергә отҡан өмөт тулы йырҙы
Йөрәк инде мең ҡат ятланы.
Үткәндәрҙән бары шул йыр ҡалды, —
Ул йыр беҙгә йәшлек йәдкәре.
Эйе, бөгөнгө болғауыр замандың борсоуҙары, көндәлек мәшәҡәттәре, ығы-зығылары — һәммәһе лә үҙ ваҡыты менән үтеп китер, онотолор. Ваҡыты еткәс, нишләйһең, үҙебеҙ ҙә был фани донъянан китеп барырбыҙ. Ә яҡшы йырҙың ғүмере оҙон, яҡшы йыр беҙҙән һуң да ҡалыр.
Фәсил ӘХМӘТОВ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Айгиз кемдең ерен үҙләштергән?

Айгиз кемдең ерен үҙләштергән? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Мәшүровтар донъяһын хосусилаштырырға була....

Тотош уҡырға 48

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушан Сәйетовтың һорауы буйынса Туймазы районының Егетәк ауылы...

Тотош уҡырға 14

Подъездар матурланыр

Подъездар матурланыр 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләренә –...

Тотош уҡырға 22

Сүпте ҡайҙа ташларға?

Сүпте ҡайҙа ташларға? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Ауыл биләмәләренә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарамаған сүп-сарҙы һаҡлау урындарын ойоштороу буйынса...

Тотош уҡырға 29

Яңы юл айырсаһы төҙөлә

Яңы юл айырсаһы төҙөлә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Зинин ауылындағы тимер юл өҫтөнән яңы юл айырсаһы төҙөлөшө 2020 йылда башлана....

Тотош уҡырға 23

Яңы йылға бурысһыҙ

Яңы йылға бурысһыҙ 10.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров эш хаҡы буйынса бурысты яңы йылға тиклем түләүҙе талап итте....

Тотош уҡырға 33

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла 10.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ район, ҡалаларында яңы йыл ҡаласыҡтары асыла....

Тотош уҡырға 33

Амран Моратшин арабыҙҙан китте...

Амран Моратшин арабыҙҙан китте... 10.12.2018 // Йәмғиәт

43 йыл дауамында Росстандарттың Төбәк бүлексәһен етәкләгән, Рәсәйҙең атҡаҙанған метрологы Амран...

Тотош уҡырға 29

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла...

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла... 10.12.2018 // Йәмғиәт

2014 йылдан алып илдә Билдәһеҙ һалдат көнө үткәрелә. Фронттан тыуған яғына ҡайтырға яҙмаған...

Тотош уҡырға 32

Хас та кинолағы кеүек!

Хас та кинолағы кеүек! 10.12.2018 // Йәмғиәт

Көйөргәҙе районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Хәүефһеҙлек мәктәбе” уҡыусыларының ярыштары...

Тотош уҡырға 24

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге 10.12.2018 // Йәмғиәт

Саҡмағош районының Йомаш ауылы халҡы Яңы йыл алдынан клублы булды. “Түҙгәнгә түш тейә”, тигәндәй,...

Тотош уҡырға 26

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Йомарт шишәмбе” Бөтә Рәсәй акцияһына өсөнсө тапҡыр ҡушылыуы хаҡында яҙғайныҡ инде....

Тотош уҡырға 28