Ағиҙелдә пиранья үрсейме?

31-07-2012, 03:55 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ағиҙелдә пиранья үрсейме?Балыҡсы Әсләм ағайҙың өйөнән иртәнән алып халыҡ өҙөлмәй. Шул мөғжизәне ҡыҫыҡ күҙем менән булһа ла күрәйем тип таныштары ла, дуҫ-иштәре лә, кемдәндер ишетеп-белгәндәре лә, бар эшен ташлап, килә бында. “Ҡайҙан тоттоғоҙ уны? Ҡулығыҙға алырға ҡурҡманығыҙмы?” — тип журналистар ҙа ай-вайына ҡуймай, һорау яуҙыра ғына...

Өфөлә йәшәүсе Әсләм Камалов үҙен хәтерләгәндән бирле балыҡ ҡармаҡларға ярата. Бабайҙың алтын балыҡ тотоуы хаҡындағы әкиәтте бала саҡтан белә ул, әммә үҙем дә шундайыраҡ табышҡа юлығырмын тип ете ятып бер төшөнә лә инмәгән. Ә беләһегеҙме ниндәй балыҡты эләктергән ул? Пиранья! Китсе, юҡты яҙа шунда тиеүселәр барҙыр, әммә был дөрөҫ.
Пиранья хаҡында кино аша ғына беләбеҙ. Ҡот осҡос йыртҡыс был балыҡты бары тик Көньяҡ Америка йылғаларында ғына осратырға була, ти ғалимдар.
Ағиҙелдә пиранья үрсейме?Әсләм ағайҙың Ағиҙел йылғаһынан сығарған табышын нисек аңларға? Аномаль күренеш тиеүҙәре ошомо икән?!
— Быға тиклем күрмәгән балыҡты ярға сығарғас, үҙем дә ҡаушап киттем, — ти Әсләм Әбделхәй улы. — Ул бит, етмәһә, туҡтауһыҙ тыпырсына, әллә ниндәй ят тауыштар сығара. Яр буйындағы барлыҡ балыҡсылар шунда уҡ һырып алды. “Америка һынлы Америка балығы беҙҙең яҡҡа нисек килеп сыҡҡан?” — тип баш ваталар. Ә теге нәмәкәй үҙе ҙур ғына! “Әйҙә, һат миңә! Биш мең бирәм!” — тип хәлде бөтөрҙө берәү. Шулай ҙа табышты таяҡ менән ырғаҡтан ысҡындырҙым да, төрөп алып, өйгә һыпырттым. Ҡайтҡас та, Интернеттан мәғлүмәт эҙләй башланым. Ысынлап та, бының өсмөйөшлө үткер тештәре ыржайып тора, мороно ла беҙҙең балыҡтарҙыҡылай тупаҫ түгел. Билләһи, пиранья булып сыҡты! Тәүҙә нишләргә белмәй йөрөнөм дә ваннаға ебәреп ҡуйҙым. Бына тәүлектән ашыу ваҡыт үтһә лә, йыртҡыс балыҡ һис тә үлергә уйламай. Беҙҙекеләр күптән йән бирер ине.
Пиранья исеме гуарань теленең ике һүҙенән барлыҡҡа килгән: “пира” — балыҡ һәм “ания” — яман, уҫал. Был балыҡтың теше шул хәтлем үткер, хатта ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эре малды ашап бөтә ала. Көньяҡ Америка яҡтарында пираньяларҙың кешене лә ашауы осраҡтары теркәлгән. Ғәҙәттә, был йыртҡыстар тере ит менән туҡлана, йәғни ҡыбырҙап торғандарҙы тотоп ашай. Әгәр һыуҙа берәй малды күреп ҡалһалар, өйөрө менән ташлана һәм шунда уҡ ҡорбанын юҡ итә. Әсләм ағай ҙа әле ванналағы пираньяны ит менән туҡландыра.
“Нисек Ағиҙелгә килеп юлыҡҡан был балыҡ?” — ошо һорау күптәргә тынғылыҡ бирмәй. Әйткәндәй, бер нисә йыл элек Ростов өлкәһенең Батайск ҡалаһында шул уҡ хәл ҡабатланған. Әсләм Камалов иһә быны үҙенсә аңлата.
— Хәҙер бит сит илгә йөрөүселәр күп, — ти ул. — Кемдер ҡыҙыҡ күреп аквариумда аҫрар өсөн алып ҡайтҡандыр. Пираньялар тиҙ үҫә, етмәһә күп ашай. Шуға оҙаҡ уйлап тормай йылғаға ебәргәндер. Ә Ағиҙел таҙа, туҡһанынсы йылдарҙағы кеүек түгел, шуға ла сит тарафтан килтерелгән балыҡтар ҙа үҙен иркен тоя, уларҙың үрсеү мөмкинлеге киң.
— Ә быны һеҙ ни эшләтергә уйлайһығыҙ?
— Әллә инде. Һәр хәлдә кире йылғаға ебәрмәм. Уның кеше ғүмеренә хәүефле булыуы көн кеүек асыҡ...
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Өфө ҡалаһы.

Белгес фекере
Людмила Скворцова, Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡтың Башҡортостан Республикаһы бүлегенең төп белгесе:
— Әлбиттә, пираньяларҙың беҙҙәге йылға-күлдәрҙә осрауы бик тә ихтимал. Үткән йылда Әбйәлил районында шундай уҡ ҙур ғына балыҡ эләккән. Уларҙың килеп сығыу сәбәбе ниҙә тиһегеҙме? Күпселек кешеләр уларҙы ҡыҙыҡ күреп аквариумында үрсетә. Ялҡып китһәләр, балыҡты яҙ еткәс йылғаға ебәрә. Көҙгә тиклем, һис шикһеҙ, йылғала йәшәй ала пиранья. Ә инде ике-өс йыл эсендә үлмәһәләр, бындағы шарттарға күнегеп, үрсеп китеүҙәре лә ихтимал. Шуға ла пираньяны өйөндә тотҡан кешеләргә шундай кәңәшем бар: йылғаға ебәргәнсе, зоомагазинға тапшырһағыҙ, хәйерлерәк булыр ине. Ни тиһәң дә, башҡаларҙың именлеге хаҡында уйларға кәрәк.