Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыйыу мөхәррир
Ҡыйыу мөхәррир1951 йылдың ғинуар башы, Өфөлә тәү тапҡырмын. Бында күҙ күреп белгән берәү ҙә юҡ. Хәйер, Арғаяш яҡтарынан байтаҡ кешенең баш ҡалала йәшәүен, ә Ғәли Зөлҡәрнәев менән Имел Ниғмәтуллиндың “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләүҙәрен ишетеп белә инем.

Ниәт — гәзиткә эшкә урынлашыу. Редакция Карл Маркс урамындағы 25-се йортта икән. Иң тәүҙә Ғәли ағайҙы эҙләп табам. Кабинеты бер бәләкәй генә бүлмәлә. Мин барып ингәс, өҫтәл эргәһенән урын күрһәтте.
— Йә, ни йомош, ҡустым, һөйләп ебәр, — тине ул, мөләйем генә йылмайып.
Ниәтемде, элек ҡайҙа эшләүемде ҡыҫҡаса ғына һөйләп бирҙем. Был ваҡытта ул гәзиттең пропаганда бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта мөхәррир урынбаҫары булып эшләй ине. Ҡыҫҡаһы, минең “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшкә урынлашыуымда уның роле ҙур булды.
Ғәли Камал улы Зөлҡәрнәев тыуған Шығай (икенсе исеме Һарыкүлмәк) менән минең Һары ауылдары араһы — 10–12 саҡрым. Байтаҡ йылдар бер коллективта бергә эшләп, бик яҡындан танышҡас, улай ғына ла түгел, ағалы-энеле туғандар һымағыраҡ булып киткәс, мин уның ни ҡәҙәр ҡатмарлы, һикәлтәле тормош юлы үткәнен белдем.
Ғәли Зөлҡәрнәев ағай 1905 йылда тыуған. 1922 — 1924 йылдарҙа леспромхоздарҙа, 1925 йылда Кәҫле ҡалаһында заводта эшләй. Ошо йылдарҙа ул “Башҡортостан” гәзитенә тәүге хәбәрҙәрен ебәрә. Тиҙҙән уны волость комитеты рәйесе итеп үрләтәләр.
1931 — 1934 йылдарҙа Башҡортостан коммунистик вузында уҡый. Уны тамамлағас, Хәйбулла районына эшкә ебәрелә. 1935 — 1937 йылдарҙа Мәскәүҙә пропагандистарҙың юғары курсында белемен күтәрә.
1940 — 1945 йылдарҙа Ғәли Камал улы — “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите мөхәррире. Дәһшәтле һуғыш йылдарында гәзиттең һәр һанын сығарыу иҫ киткес ауырлыҡтар менән бәйле. Редакцияны, типографияны ҡыш йылытыу өсөн утынды журналистар, күбеһе ҡатын-ҡыҙ, әҙерләй. Ҡағыҙ табыу — үҙе бер бәлә. Хәреф йыйыусылар етешмәй. Бер һанды сығарыу ике-өс көнгә һуҙыла.
Әммә Ғәли Зөлҡәрнәевтең иң ныҡ хәтерендә ҡалғаны партия өлкә комитетының пропаганда буйынса секретары Р. Рәйемов менән бәрелешеү булғандыр.
Билдәле булыуынса, һуғыш башланыу менән татар телендә сыҡҡан “Коммуна” гәзите туҡтатыла. Күпмелер ваҡыт үткәс, партия өлкә комитеты секретары Р. Рәйемов Ғәли Камал улын үҙ кабинетына саҡырып ала һәм һис көтөлмәгән, айыҡ аҡылға һыймаҫлыҡ тәҡдим яһай.
— Һеҙгә гәзитте ике телдә сығарырға тура килер, — ти ул.
— Аңламайым. Нисек инде ул ике телдә?
— Эйе, шулай. Башҡорт һәм татар телдәрендә.
— Булмай. Гәзит бутерброд түгел.
Р. Рәйемов, секретарь булараҡ, күпме ҡыҫым яһаһа ла, Ғәли Камал улы үҙ һүҙендә ныҡ тора, сигенмәй. Гәзиттең тик бер башҡорт телендә сығыуын һаҡлап алып ҡала. Бының өсөн ни тиклем тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ кәрәк булыуын Ғәли Камал улы үҙ елкәһендә кисерә.
Һуғыштан һуң уны Башҡортостан Яҙыусылар союзының яуаплы секретары итеп күсерәләр, унан “Октябрь” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналы мөхәррире итеп тәғәйенләйҙәр.
Әммә тынғыһыҙ гәзит эше Ғәли Камал улын үҙенә нығыраҡ тарта. Ул 1948 йылда йәнә гәзиттә эшләй башлай һәм хаҡлы ялға ошонан китә.
Ғәли Камал улы Зөлҡәрнәев журналист ҡына түгел, бәлки оҫта әҙәби тәржемәсе лә. Беҙ Н. Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты”һын, В. Попованың “Юлдаштар”ын, Л. Толстойҙың “Севастополь хикәйәләре”н, И. Тургеневтың “Һунарсы яҙмалары”н Ғ. Зөлҡәрнәев тәржемәһендә башҡортса уҡыйбыҙ.
Ғәли ағай Зөлҡәрнәев ғүмер аҙағының яҡынлашыуын һиҙенеп булһа кәрәк, изге васыят әйткән шикелле ауылдашы Фәтхелҡадир Сөләймәнов — Абдулҡадир Инан хаҡында һөйләне. Фәтхелҡадир Сөләймәнов исеме тыйылған, контр милләтсе мөһөрө баҫылған заманда тел сисеүе уға еңел бирелмәгәндер, әлбиттә.
Ғәли ағай Зөлҡәрнәевтең шул замандың ҡара томаны аша алдан күрә белеүе уның башҡорт халҡына ни хәтлем бирелгән булыуын асыҡ күрһәтә. Хәҙер Фәтхелҡадир Сөләймәнов — Абдулҡадир Инан башҡорт халҡының хаҡлы ғорурланырлыҡ шәхесе булып танылды.
Ғәли ағай Зөлҡәрнәевтең йәш журналистарға ни ҡәҙәр иғтибарлы булыуын, үҙенең ифрат бай тәжрибәһе менән йомарт уртаҡлашыуын һис оноторлоҡ түгел. Уның ярҙамы менән 1948 — 1965 йылдар араһында талантлы журналистар быуыны үҫеп сыҡты. Тимәк, ул журналистар эстафетаһын йәштәргә тапшырҙы.
Юныс ӘХМӘҘИЕВ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 34

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 70

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 70

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 31

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 168

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 43

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 66

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 88

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 81

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 973