Изгелек эшлә лә һыуға һал...

31-08-2012, 00:30 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Изгелек эшлә лә һыуға һал...Сәстәренә сал төшә башлаған һәр кем, үткән тормошона эстән генә байҡау яһап, башҡарылған-башҡарылмаған эш-ғәмәлдәренә, өлгәшелгән уңыш-ҡаҙаныштарына, хата-яңылыштарына йомғаҡ яһай. Был үҙе тирәләй йәшәгән халыҡтың йәшәйеш-көнкүрешен ойоштороусы, именлек-хәүефһеҙлеген хәстәрләүсе етәкселәр өсөн бигерәк тә мөһим.
Күгәрсен муниципаль район хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙагилде улы МУСИН, байтаҡ йылдар ауыл хужалығын етәкләгән, урта звено етәксеһе вазифаһын да башҡарған сағында уҡ ауылдаштары, райондаштары, ғөмүмән, замандаштары хәстәрлеген үҙ иңенә йөкмәп тартҡан уҙаман, әңгәмәбеҙҙә үтелгәндәр аша бөгөнгә бер аҙ ҡараш ташлай.
– һуңғы йылдар ҙур өмөттәр бағлап сәселгән иген, мал аҙығы культуралары ҡоролоҡ арҡаһында ыратып уңыш бирә алмауы ауыл хужалығы предприятиеларының ғына түгел, ә тотош райондың социаль-иҡтисади хәл-торошона насар йоғонто яһаны. Ошо хәлдән күгәрсендәр нисегерәк сыҡты һәм артабан ни эшләргә уйлай?
– Республика етәкселеге, һуңғы йылдарҙың ауыл хужалығы өсөн бик уңайҙан булмаясағын алдан иҫкәртеп, мал аҙығын 1,5-2 йылға етерлек итеп әҙерләп ҡуйырға кәрәклеге тураһында йыш иҫкәртә килде.
Быйыл уңыш төрлө ерҙә төрлөсә булды. Ҙур хужалыҡтар, әйтәйек, “Тәүәкән” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, “Октябрьский” йәмғиәтендә йыйып алынған бойҙайҙың уңышы һәр гектарҙан уртаса 15,2 центнер, Чапаев исемендәге кооперативта – 15,4, “Ергән” МТС-ының “Исем” филиалында 14,6 центнер тәшкил итте. Ҡайһы бер баҫыуҙарҙа арпа мул уңыш бирҙе. Мәҫәлән, “Октябрьский”ҙа ул гектарынан 24-25 центнер йыйып алынды. Был баҫыуҙарға ашлама индереү һәм сәсеү эштәрен тейешле агротехник ваҡыттарҙа башҡарыу һөҙөмтәһе икәнлеген раҫланы. Шулай уҡ кукуруз да һәйбәт кенә уңыш бирмәксе. Киләһе йыл уңышы өсөн бөгөн нигеҙ һалына: ужым культуралары быйыл 5,5 мең гектарҙа сәселде лә инде. Уны барлығы 12 мең гектарҙа сәсергә ниәтләйбеҙ. 7 мең гектар майҙан туңға һөрөлдө. Алла бирһә, ямғырҙар яуып, мул уңыш үҫтерербеҙ тигән ышаныс менән йәшәйбеҙ.
Ҙур хужалыҡтарыбыҙҙан тыш, ун крәҫтиән-фермер хужалығы ла үҙ тырышлығы менән, шулай уҡ хөкүмәтебеҙ ярҙамында ла күпләп мал аҫрай. Мәҫәлән, Бәләкәй Исем ауылынан Сергей Тужилкин 100 баштан артығыраҡ һыйыр малы, йылҡы, сусҡа тота. Шулай уҡ Һаҙҙан Юнир Искәндәровтың, Сәйетҡолдан Азамат Айытҡоловтың да эштәре һәйбәт бара. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтары яҡшы ойошторолғандар ҙа байтаҡ. Һәр кем махсус программалар буйынса ярҙам алып тора.
Әлбиттә, быйылғы ҡоролоҡ күптәрҙең бәкәленә һуҡты. Беҙҙең район да унан ҙур зыян күргәндәр исемлегендә алтынсы булып тора – 54 мең гектар майҙандағы иген юҡҡа сыҡты. Тейешле документтарҙы әҙерләп тапшырҙыҡ.
– Һуңғы йылдарҙа күп кенә райондар социаль-иҡтисади хәлен төҙәтеү өсөн инвесторҙар йәлеп итә. Һеҙҙә лә был эш башланып тора. Һөҙөмтәһе бармы? Булһа, ул нимәлә сағыла?
– Мәскәү инвесторҙары беҙгә беренселәрҙән булып килде. Улар ойошторған “Октябрьский” предприятиеһы аяҡҡа баҫты тиһәк тә ярай. Уларҙың ерлектәге халыҡ өсөн файҙаһы шунда: 300-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа килде, хеҙмәт хаҡы тотороҡло түләнә. Халыҡҡа пай ерҙәренә иген бирелә, ер һалымын түләйҙәр. Күгәрсен һәм Мәҡсүт мәктәптәре уҡыусыларын бушлай икмәк менән тәьмин итеүҙән тыш, инвесторҙар балаларға малсылыҡ, ҡырсылыҡ буйынса дәрестәр алып бара. 2015 йылға тиклем йәнлек фермаһы бөтә көсөнә эшләп китһә, тағы ла 300 кешегә урын буласаҡ. Әйткәндәй, был ферма Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һанала.
Тиҙҙән Йомағужала Германия инвесторҙары күркә фермаһын төҙөйәсәк. Был — 500 кешегә эш урыны буласаҡ тигән һүҙ.
– Ғәҙәттә, ер эше кешегә файҙа килтермәй, тиҙәр. Күптәр шуның өсөн ҡырсылыҡ, малсылыҡ хеҙмәтенән ваз кисеп, ғаилә аҫрарлыҡ аҡсаны ситтә, осраҡлы эштәрҙә, табырға тырыша. Ошо кешеләрҙе районға, ауылдарға кире ҡайтарыу саралары күреләме?
– Халыҡты үҙ ерлегенә кире ҡайтарыу өсөн иң тәүҙә ауыл хужалығын тергеҙергә һәм үҫтерергә кәрәк. Ошо юҫыҡта алып барылған эш йүнәлештәренең береһе – фәнгә мөрәжәғәт итеү. Аграр университет, шулай уҡ сит ил ғалимдарын йәлеп итәбеҙ. Йәш белгестәрҙе районға ҡайтарырға тырышабыҙ. Яҡшы продукция алыу өсөн күп кенә хужалыҡтарҙа малдарҙы яһалма ҡасырыу эше юлға һалынды. Хужалыҡтарға иген үҫтереү, мал аҙығын әҙерләү буйынса яңы, заманса техника ҡайтарыла, яңы технологиялар өйрәнелә. Сит ил тәжрибәһен үҙләштереүҙе дауам итәбеҙ. Эшен заманса ҡорған хужалыҡтарҙа семинар-кәңәшмәләр үткәрәбеҙ. Ғөмүмән, кеше хәҙер ер эше менән ҡыҙыҡһына һәм ҡуҙғала башланы. Ниһайәт, көс-тырышлыҡ, сығым һалмайынса, бер тармаҡта ла уңыш ҡаҙанып булмауын аңланылар. Малсылыҡ тармағындағы алдынғы тәжрибәне өйрәнеү өсөн 15 кеше яңыраҡ Мәскәү өлкәһендә өс көн булып ҡайтты.
Ауылға йәш белгестрҙе йәлеп итеү өсөн төрлө федераль һәм республика программаларын бойомға ашырабыҙ. Әйтәйек, Тәүәкән ауылында ауыл хужалығы белгестәре, уҡытыусылар өсөн 20 йорт һалынды. Әле Мораҡта 10 йорт төҙөлә.
“Земский доктор” программаһы ла ыңғай хәл ителә беҙҙә. Күп кенә медиктар районға ҡайтыу теләген белдерҙе. Туризм эшен башлап торабыҙ. Халыҡтың агротуризм ойоштороуҙа ҡатнашырға теләүе баһаланасаҡ ҡына. Умартасылыҡ менән булыусылар һаны ишәйҙе. Йәшелсәселек тарала башланы.
– Ауыл ерендә кеше гел генә эш менән йәшәргә лә тейеш түгел. Күңел асыу, ял итеү, сәләмәтлекте нығытыу мәсьәләһен дә ситләтеп булмай...
– Әлбиттә. Мин башлыҡ булып эшләй башлағанда күп кенә ауыл клубтары ташландыҡ хәлдә ине. Мәҙәниәт бүлеге алдына клубтарҙы һәм уларҙың эшен тергеҙеү барышы тураһында даими отчет биреү бурысын ҡуйҙым. Әле 113 ауылдың һәр береһендә тип әйтерлек клубтар эшләй. Побоище ауылында ағастан 60 урынлыҡ яңыһын төҙөттөк. Ауыл клубтары смотрҙарын ойоштороу эшен дә тергеҙҙек. Мәҙәниәт министрының йыш алмашыныуы, мәҙәниәт усаҡтарын автономияға күсереү яҡшыға алып килмәне. Бәләкәй генә эш хаҡына эшләргә мәжбүрҙәр, ә Күгәрсен районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре концерт ҡуйыу менән генә сикләнмәй. Улар беҙҙә элеккесә халыҡ менән эшләй. Фермаларға, баҫыуҙарға йөрөйҙәр, “Молния”һын да, “Боевой листог”ын да сығаралар. Алдынғы игенселәрҙең комбайн бункерҙарына йондоҙ һуғыуҙы кем тыйған? Был да бит кешеләрҙе тырыш хеҙмәткә әйҙәүҙең бер алымы.
Ике ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Әле өс ауылда төҙөүгә документтар әҙерләнә. “Йәш спецназов”сы лагеры ойошторҙоҡ. Унда күп балалы ғаиләләрҙең балалары ял итә.
Айыҡ тормош алып барыу пропагандалана. Был йәһәттән район һабантуйҙарын, клубтарҙа йәштәр дискотекаһын хәмерһеҙ үткәреү тәжрибәһе киң таралды. Туй, юбилейҙарын иҫерткес эсемлекһеҙ үткәргәндәргә ярҙам итәбеҙ. Ә спорт сараларының даими уҙғарылыуына халыҡ күптән ғәҙәтләнгән.
Ошо көндәрҙә генә Мораҡта 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. Тиҙҙән йәнә берәү төҙөләсәк. Хоҙайбирҙе ауылындағы балалар баҡсаһын реконструкциялау бара – 1 сентябрҙә асасаҡбыҙ. Указ сығыу менән күп балалы ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн ер участкаһы бүлдек. Етем балаларға йорттар төҙөнөк. Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарын халыҡ шатланып ҡабул итте. Ауылдарҙа мәсеттәр төҙөйбөҙ. Быйыл ғына алты мәсеткә нигеҙ һалдыҡ. Райондың дин әһелдәре, халыҡ араһында хәҙистәр уҡып, тәрбиә эше алып бара. Беҙҙә йыл да “Байыҡ” республика һәм халыҡ-ара бейеүселәр конкурсы үтеүе лә үҙе бер мәртәбә. Ҡыҫҡаһы, халыҡтың йәшәйеш-көнкүрешен яҡшыртыу буйынса эште даими алып барабыҙ.
– Ауылдың киләсәге – ул балалар. Малсы, игенсе, йәшелсәсе, баҡсасы, механизатор һәм башҡа һөнәрҙәргә һөйөү нәҡ мәктәп йәшенән башлана. Совет мәктәбенең нәҡ ошо тәжрибәһе әле килеп үҙенең бик кәрәк икәнлеген аҡланы. Ошо йәһәттән мәғариф өлкәһендә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр күҙәтеләме? Үҙегеҙ нимә тәҡдим итер инегеҙ?
– Cовет ҡоролошо, шул иҫәптән мәктәбе тәжрибәһенең барыһын да һыҙып ташлап булмай. Уның ыңғай, ысынбарлыҡта аҡланған яҡтары әҙме ни? Мәҫәлән, балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеү мәсьәләһе. Мәктәп йылдарында беҙҙең быуын колхоз-совхоздарға йәйге каникулдарҙа бесән әҙерләүҙә ҡатнашты. Сөгөлдөрөн дә утаныҡ, ағас үҫентеләрен ултыртыуҙа, тәрбиәләүҙә ҡатнаштыҡ. Йәшелсәһен дә үҫтерҙек. Һыйырын да һауҙыҡ. Өҫтәүенә өлкән кластарҙа беҙҙе механизаторлыҡҡа уҡыттылар. Әйткәндәй, Күгәрсен районының бөгөнгө алдынғы механизаторы Александр Михайлов мәктәптә механизаторлыҡ танытмаһын алып сыҡҡан. Башланғыс механизатор белеме заманса сит ил техникаһын үҙләштерергә лә ярҙам итә. Йәғни ауыл хужалығы белгестәренең иң тәү башланғыс күнекмәләре беҙҙең быуынға нәҡ мәктәптә бирелә ине. Хәҙер бына ошоно кире тергеҙергә кәрәк. Үҫмерҙәр мәктәптән механизатор, водитель танытмаһы алып сыҡһын. Ҡыҙҙар тегенсе, һауынсы һөнәрҙәрен үҙләштерһен. Ошоларҙы бойомға ашырғанда балалар компьютерға текләп ултырмаҫ.
Тағы ла мәктәптәр үҙҙәрен картуф, йәшелсә, бал менән тәьмин итә алмаймы ни? Туҡланыу өсөн мөһим булған ошо аҙыҡтарҙың уҡыусылар тарафынан үҫтерелеүе арҡаһында арзанға төшөүенән бигерәк, балалар эшкә өйрәнеп, белеп үҫә. Әйткәндәй, 2007 йылдың июлендә, йәғни мин район башлығы булып эшләй башлағас, мәктәп етәкселәре алдына шундай мәсьәлә ҡуйғайным. Әлеге көндә райондың һәр мәғариф учреждениеһы уны уңышлы атҡара.
Ҡөрьәндә, бала ауырлыҡтарҙы еңеп сығып өйрәнһен өсөн уға ваҡытлыса ауырлыҡтар тыуҙырып торорға кәрәк, тиелгән. Баланы үҙ хеҙмәт көсө менән йәшәргә өйрәтергә тейешбеҙ.
– Оптималләштереү тип, бигерәк тә ауыл мәктәптәрен ябыу эше әүҙемләште. Һеҙҙең районда был мәсьәлә нисегерәк хәл ителә?
– Мин, ғөмүмән, оптималләштереү тип, мәктәптәрҙе ябыуға ҡаршымын. Үҙем дә бәләкәй ауылданмын, шунда уҡыным. Тыуған ауылым Һаҙҙа 80-се йылдарҙа башланғыс мәктәпте япҡайнылар. Мин уны ҡайтанан тергеҙҙем. 6-7 йәшлек баланы ата-әсә ҡосағынан, тәрбиәһенән йолоп алып, сит ауылға уҡырға биреүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ата-әсәһе янында йәшәгән баланың сәләмәтлек торошо ла яҡшы була, әхлағы ла аҡһамай, уҡыу яғынан да өлгәшә. Башҡа бик күп ыңғай яҡтарын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Икенсенән, күп кенә уҡытыусылар ҙа эшһеҙ ҡала. Минеңсә, ошо мәсьәләне хәл итеүҙә район етәксеһе бик уйлап, халыҡ мәнфәғәтенән сығып эш итергә тейеш.
– Етенсе тиҫтәгә аяҡ баҫырға торған ил уҙаманы, район етәксеһе булараҡ, ил-йорт алдында үтәлмәгән бурыстарығыҙ ҡалдымы, тип һорарға баҙнат итмәксемен...
– Бөтә ғүмерем, хеҙмәтем халыҡҡа, районыма, тыуған еремде гөл баҡсаһы итеүгә арналды. Башҡарылмаған эштәр ҙә ҡалғандыр. Шулай ҙа ата-бабаларым алдында торған мөҡәддәс бурыстарҙың байтағын үтәргә тырыштым: ауылдар, шул иҫәптән тыуған ауылым зыяратын кәртәләтеү, мәсет төҙөтөү, урамдарға асфальт түшәү, газ үткәреү, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек һәм башҡа бихисап эштәр уңышлы атҡарылды. Халыҡ, изгелек эшлә лә һыуға һал: халыҡ белмәһә, балыҡ белер, тигән. Мин бына ошо мәҡәлгә таянып эш иттем.
Рәшиҙә Мәхийәнова.
Күгәрсен районы.