Стәрлебаш районының Йәлембәт ауылын йәшен тиҙлегендә урап сыҡҡан хәбәр күптәрҙе тетрәндерҙе: 10, 9 һәм 5 йәшлек малайҙар юғалған…

Иртән тамаҡ туйҙырып сығып киткән малайҙар кискеһен көтөү ҡайтҡас та күренмәгәс, әсәләре борсолоп, балаларҙы эҙләй башлай. Һуңынан райондың барлыҡ хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә аяҡҡа баҫа. Юғалған балаларҙы эҙләүгә илленән ашыу полиция хеҙмәткәре йәлеп ителгән. Ә бер туғандар Филүс менән Азат һәм уларҙың тоғро дуҫы Айрат ташландыҡ ҡаралтыла йәшеренеп ултырған. Ҡасҡалаҡтарҙы таңға ғына эҙләп табалар. Ярай әле ауылда батырлыҡ күл-йылға, аҙашырлыҡ урман юҡ. Филүс менән Айрат өҫтөнә йылы кейем кейгән, ә бына биш йәшлек Азат күлдәксән генә булған.
Был ваҡиғала шуныһы аяныслы: юғалған балаларҙың ғаиләләре имен түгел. Тәүгеләре өйҙән сығып китеүҙәрен былай аңлата: үгәй аталарының ҡустыһы улар менән бергә йәшәгән. Өлкәндәр йыш ҡына “ҡырын һалдырған”. Эскән ваҡытында ағай тейеш кеше малайҙарға йыш ҡына тауыш күтәргән. Был көндө лә ул кескәйҙәрҙе өйҙән ҡыуып сығарған. Кискеһен туҡмаҡ алмаҫ өсөн, малайҙар өйгә ҡайтмаҫҡа булған. Ике бер туғанды дуҫтары яңғыҙын ҡалдырырға ҡурҡып, төнгө мажараға ҡушылған.
Әлеге мәлдә Стәрлебаш районы буйынса эске эштәр бүлеге өлкәндәрҙе балаларға тейешле тәрбиә бирмәүҙә ғәйепләргә йыйына. Киләсәктә уларҙы ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Бәхеткә күрә, балалар бәләгә тарымаған. Тик шуныһы борсоуға һала: имен булмаған ғаиләлә тәрбиәләнеүсе малайҙарҙы ниндәй киләсәк көтә? Әсәйҙәрҙең береһе:
– Улар иртә таңдан тышҡа сығып китә лә көтөү ҡайтҡас ҡына ҡайта. Көнө буйы ҡойроҡтарын тотоп булмай, – тип белдерә урындағы участка полицейскийына. Йылдан-йыл ошондай мөхиттә тәрбиәләнеүсе балаларҙың күбәйеүе борсоуға һала…
Лилиә НУРЕТДИНОВА.